Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь 2022, 10:30

"Башҡорт кейеҙе" күргәҙмәһе асылды

Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында үҙенсәлекле күргәҙмә эшләй. Унда бар нәмәләр кейеҙҙән.

"Башҡорт кейеҙе" күргәҙмәһе асылды"Башҡорт кейеҙе" күргәҙмәһе асылды
"Башҡорт кейеҙе" күргәҙмәһе асылды

Бөгөн, 2 сентябрҙә Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» премияһы лауреаты, Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, Сибай башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның "Башҡорт кейеҙе" исемле шәхси күргәҙмәһе асылды. Унда ҡырҡтан ашыу кейеҙ балаҫ, кейеҙҙән эшләнгән кейемдәр, төрлө әйберҙәр урын алған.

Күргәҙмә Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә үтә һәм ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы башҡорттарҙың боронғо кәсептәренең береһе – кейеҙ баҫыу серҙәре менән таныштыра. Сара барышында оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған.

Фото: Сибай башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.

"Башҡорт кейеҙе" күргәҙмәһе асылды
"Башҡорт кейеҙе" күргәҙмәһе асылды
"Башҡорт кейеҙе" күргәҙмәһе асылды
Автор:Карима Усманова
Читайте нас