Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
2 Сентябрь 2022, 11:21

Үтәгәндәрҙең үҙ байрамы буласаҡ!

Ҡырмыҫҡалы районында “ҠабаҡФест” уҙа.

үтәгәндәрҙең шәхси архивынан.үтәгәндәрҙең шәхси архивынан.
Фото:үтәгәндәрҙең шәхси архивынан.

Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылы, әллә ни ҙур булмаһа ла, билдәле шәхестәр төйәге. Был ауылдан яҙыусы һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы Роберт Байымов, Башҡортостандың халыҡ артисы, яҙыусы, юмористик хикәйәләр авторы Әхәт Хөсәйенов, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов сыҡҡан. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәүге Социалистик Хеҙмәт Геройы Банат Батырова ла, ошо ауылға кейәүгә сығып, колхозда эшләй. 2024 йылда герой-ҡатындың тыуыуына 120 йыл тула.

Үтәгән – Ағиҙел буйында урын­лашҡан. Ауыл хужалығы тармағы өсөн бик ҡулай. Колхоз көслө булған заманда бында йәшелсә, емеш-еләк, ҡарбуз-ҡауын баҡсалары гөрләп торған. Тәүҙә “Иҙел”, шунан “Урал” исемен йөрөткән колхозда балыҡсылыҡ артеле лә булған. Ете ауылды берләштергән колхоз­дың етештереү ҡеүәте тураһында әле лә легендалар йөрөй. Һарыҡ фермаһы, ҡаҙ-тауыҡ үрсетеү брига­даһы уңыш­лы эшләгән. Йыш ҡына пароходтар туҡтаған. Колхоз емеш-елә­ген, ҡауын-ҡарбуздарын тейәп ебәрер булған. “Беҙ, бала-саға, ҡыҙыҡ күреп, гел шул тирәлә уралдыҡ. Ҡарбуздарҙы күтәрерлек түгел ине, палубаға тәгәрәтеп мендерә инек”, – тип хәтирәләрен уртаҡлаша ауылдың имам-хатибы Сәғит Сөләймәнов.

145 йорт һаналған ауыл бөгөн дә гөрләп йәшәй. 2016 йылда мәсет төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, Еңеү яулап ҡайтҡан ата-бабаларына яңы һәйкәл ҡуйыл­ған. Мәктәп гөрләп эшләй. Әлеге мәлдә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Ауыл әүҙемсе­ләренең күңелен ҡырған бер генә мәсьәлә бар: мәҙәниәт усағы һүнгән. Киләсәктә үтәгәндәрҙең йыйылыр, күңел асыр урыны ла булыр тип өмөтләнәйек.

Һәр ауылдың үҙ артынан әйҙәп торған әүҙем кешеләре була. Үтәгән ауылында ла ундайҙар бар. Мәҫәлән, Дилара менән Биктимер Ҡоҙайғо­ловтарҙың, оҙаҡ йылдар сит тараф­тарҙа йәшәп, Дилара апайҙың тыуған ни­геҙенә килеп төплә­неүе ауылға яңы һулыш өрә. Яңы­раҡ уны ауыл ста­ростаһы итеп һай­лайҙар. Римма менән Хәтмулла Бикташевтар – барыһына ла өлгө күрһәтеп, тынғы белмәй эшләгән ғаиләләрҙең береһе. Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Гөлгөнә Батталова, Рәүилә Байымова ла ауылдаш­тарының һәр башланғысын күтәреп алырға әҙер. Зөлфиә һәм Фәнүз Сөләймәновтар, Зинира менән Әсләм Хөсәйеновтар, Зөлфиә һәм Тәлғәт Байназаровтар, Зифа менән Салауат Нафи­ҡовт­ар байрамды ойоштороу эшен башлаған.

Ошо әүҙем кешеләр Баш­ҡорт­остан Башлығы Радий Хәбировтың “Һәр ауылдың үҙ фестивале булырға тейеш” тигән һүҙҙәрен девиз итеп ала ла әҙерлек эштәрен башлап ебәрә. Үтәгән ауылында ҡарбуз, ҡауын, ҡабаҡ ишелеп уңа. Шуға “ҠабаҡФест” үткәрергә булалар. Башланғысты ауыл советында ла, район хакимиәтендә лә хуплап ҡабул итәләр.

Байрам 10 сентябрҙә үтәсәк. Мәсет янындағы майҙансыҡта ҡа­баҡтан бешерелгән ризыҡтар, тәм-том менән һыйлаясаҡтар, иң ҙур ҡабаҡ үҫтереүселәр билдәләнәсәк.

-  Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас