Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Сентябрь 2022, 16:30

Баш ҡалала “Әбейҙәр сыуағы” башлана

Бер төнгә индерелгән Абдулла бабай әбейҙәрҙең тормошоноң аҫтын өҫкә әйләндерә...

Баш ҡалала “Әбейҙәр сыуағы” башланаБаш ҡалала “Әбейҙәр сыуағы” башлана
Баш ҡалала “Әбейҙәр сыуағы” башлана

8 сентябрҙә 18.00 сәғәттә Өфөнөң “Родина” кинотеатрында тәүге тапҡыр “Әбейҙәр сыуағы” тулы метражлы нәфис фильмы күрһәтеләсәк. Ул арҙаҡлы драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Флорид Бүләковтың билдәле башҡорт пьесалары буйынса төшөрөлгән.

Кинофильм тулыһынса башҡорт телендә бара, әммә аҫтында рус телендә субтитрҙары бар.

Йөкмәткегә килгәндә, ул комедия элементтары булған драма. Ябай һәм тетрәндергес тарих. Дүрт яңғыҙ әбей өлкәндәр өсөн йорт-интернатта үҙҙәренең һуңғы көндәрен көтөп йәшәй. Уларҙың тормошонда әллә ни үҙгәрештәр булмаҫ ине, әгәр яндарына бер төнгә Абдулла бабайҙы урынлаштырмаған булһалар. Шул саҡта һәр әбей өсөн үҙенең “әбейҙәр сыуағы” башлана...

Фильмға профессиональ артистар, театр сәнғәте ветерандары – Башҡортостандың халыҡ артистары Рим Әминев, Гөлшат Зиязетдинова, Венера Хәсәнова, Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлнур Йәнбирҙина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөһрә Әминева һәм башҡалар йәлеп ителгән.

Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин - фильмдың композиторы. Картина режиссеры – Рәсәй театрҙар эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Рауил Хәкимов. Фильм ике сәғәт бара.

Шулай итеп, хәҙер Өфө халҡының һәм ҡунаҡтарының был матур тарихты тәбиғәттәге әбейҙәр сыуағы башланыр алдынан күреү мөмкинлеге бар.

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

Баш ҡалала “Әбейҙәр сыуағы” башлана
Баш ҡалала “Әбейҙәр сыуағы” башлана
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас