Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
3 Сентябрь 2022, 18:00

Мәскәүҙәрҙе ғашиҡ иттереп...

Башҡортостандың Милли симфоник оркестрының концертын түбәндәге һылтанма аша инеп ҡарарға мөмкин.

Мәскәүҙәрҙе ғашиҡ иттереп...Мәскәүҙәрҙе ғашиҡ иттереп...
Мәскәүҙәрҙе ғашиҡ иттереп...

Хәбәр итеүебеҙсә, кисә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры донъялағы иң билдәле концерт залдарының береһендә – Мәскәү конвсерваторияһының Ҙур залында Илдар Абдразаҡовтың V юбилей фестивален асыуҙа ҡатнашты.

Милли симфоник оркестр Еңеү фестивалендә ҡатнашҡанда сығыш яһағайны инде, әммә был концерттары икеләтә мөһим, сөнки илебеҙҙең баш ҡалаһында Башҡортостандың ике музыкаль символы бер сәхнәлә тора – бөйөк йырсы, Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан Илдар Абдразаков һәм классик йырҙа йөҙөк ҡашыбыҙ булған Дәүләт оркестры!

Был концертты 18 сентябрҙә “Мәҙәниәт” телеканалында ҡарай алаһығыҙ.

Ә бөгөн Милли симфоник оркестр П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү филармонияһының Концерт залында донъяла танылыу яулаған билдәле музыкант Денис Мацуев менән филармонияның 101-се миҙгелен асыуҙа ҡатнаша.  

Уны түбәндәге һылтанма аша теркәлеп ҡарарға мөмкин: https://meloman.ru/videos/online/tchaikovsky-hall/

Фото: Мәҙәниәт министрлығы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас