

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров музыкант һәм композитор Александр Ягьяға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” тигән юғары исем бирелеүе айҡанлы, уға дәүләт наградаһын тапшырҙы. Был йәһәттән республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйған.
Премьер-министр, Александр Ягья күп яҡлы талант эйәһе һәм ҡабатланмаҫ башҡарыу оҫталығы арҡаһында тамашасыларҙың һөйөүен яулаған, илебеҙ эстрадаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индергән йырсы һәм композитор булараҡ киң танылыу яулаған, тип билдәләп үтте.
- Һеҙҙең ҡабатланмаҫ йырлау һәм артислыҡ һәләте Рәсәйҙә һәм сит илдә киң танылыу алды. Илһөйәрлек тойғоһона бай йырҙарығыҙ халыҡ араһында йәшәй, уларҙы беләләр, башҡаралар. Улар ысын мәғәнәһендә халыҡ йырҙарына әүерелде, төрлө быуын вәкилдәре һәммәһен яратып йырлай. Бөгөн дә һеҙ күп һанлы тамашасыларығыҙҙы ижадығыҙ менән ҡыуандыраһығыҙ. Юғары оҫталыҡ кимәле менән йәш башҡарыусыларға өлгө булып ҡына ҡалмайһығыҙ, һеҙ ойошторған Сәнғәт академияһында йәш талантлы артистар тәрбиәләү менән дә шөғөлләнәһегеҙ, - тине Андрей Назаров.
Александр Ягья, үҙ сиратында, төбәк халҡына һәм етәкселәренә ошо награда өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Мин бик бәхетле, сөнки Башҡортостанға һәр килеүем - тамашасылар, музыканы яратҡан кешеләр менән осрашыу мөмкинлеге ул. Бында үҙенсәлекле мәҙәниәт бар, кешеләр рәхәтләнеп музыка тыңлай. Был - бик ҡыуаныслы күренеш. Кисә, марафонда сығыш яһап, тағы ла бер тапҡыр шуға инандым. Һауа торошо ла сараға ярашлы булды, - тине Александр Ягья.
Журналистар менән әңгәмәләшкәндә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы йәнә Башҡортостанға, Геннадий Семёнович Казанин исемендәге Покровка фестиваленә килергә вәғәҙәләне.
- Был фестивалде республика кимәленә сығарырға теләйбеҙ, Башҡортостан уның менән ғорурланырлыҡ булһын. Унда ижади йәштәр, Рәсәй һәм Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары йыйылһын ине. Быларҙың барыһын да юғары кимәлдә башҡарасаҡбыҙ. Мин һәр башланғысҡа ҡушылырға әҙермен, - тине йырсы.
Фото: pravitelstvorb.ru