Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Сентябрь 2022, 12:15

Башҡортостандың рус донъяһы менән таныштыралар

Ҡырым Республикаһында “Башҡортостандың рус донъяһы тәҡдим итә...” фестивале үтә

Башҡортостандың рус донъяһы менән таныштыраларБашҡортостандың рус донъяһы менән таныштыралар
Башҡортостандың рус донъяһы менән таныштыралар

2022 йылдың 7-12 сентябрендә Мәҙәни башланғыстар президент фонды булышлығында Ҡырым Республикаһында Мәҙәни-ара партнерлыҡ үҙәге һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң “Ҡыҙыл Яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған проекттың икенсе этабы - “Башҡортостандың рус донъяһы тәҡдим итә...” әҙәби-театраль фестивале уҙа.

Проект Рәсәй халыҡтарының Мәҙәни мираҫы йылына арналған һәм рус әҙәбиәтенә, театрына ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуға, Башҡортостан, Ҡырым һәм Германия араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә, Германияла рус телле берләшмәләрҙең эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Симферополдә һәм Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында үтәсәк сараларҙа “Хайдельберг – Симферополь” туғандаш ҡалаларҙың йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнаша.

Фестиваль 7 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә Симферополь ҡалаһында асыла. Башҡортостан Республикаһының Рус драма театры А. С. Пушкиндың повесы буйынса “Буран” спектаклен тәҡдим итә. Унда ғәжәйеп Пушкин тексы, драма сәнғәте, тасуири пластика һәм музыка ҡушылған.

Республикала йәшәүселәр биш көн буйына рус яҙыусыларына һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә арналған күргәҙмәләрҙә була, Башҡортостанда тыуып үҫкән Сергей Тимофеевич Аксаков тураһында күп нәмә белә, үҙ шәжәрә ағасын төҙөй, Аксаковтың йорт уйындарында, театр артистарынан телмәр сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.

9 сентябрҙә, Милли кейем көнөндә, Ҡырым халҡын Башҡортостан халыҡтарының милли кейемдәре менән таныштыралар. Сарала Башҡортостандың Рус академия драма театры артистары менән берлектә башҡорт түшелдеректәрен эшләү, рус сарафаны биҙәктәрен төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре эшләйәсәк.

Фестивалде ябыу тантанаһы 10 сентябргә Белогорск район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан артистары һәм мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәре, Белогорск районының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында планлаштырылған.

12 сентябрҙә Судак ҡалаһының 4-се мәктәбенең башланғыс класс уҡыусыларына Башҡортостандың Рус драма театры артистары “Ал сәскә”, өлкән звено өсөн “Барышня-крәҫтиән ҡыҙы” спектаклдәрен тәҡдим итә.

Проектты ойоштороусылар - Белогорск районы хакимиәте, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге, Рус дәүләт академия драма театры, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана, С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы.

Фото: “Башинформ” агентлығы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас