Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Сентябрь 2022, 06:15

Тиҙҙән үҙенсәлекле күргәҙмә асыла

Был донъялағы асылыбыҙ хаҡында уйҙарға һалыр ул

Тиҙҙән үҙенсәлекле күргәҙмә асылаТиҙҙән үҙенсәлекле күргәҙмә асыла
Тиҙҙән үҙенсәлекле күргәҙмә асыла

 

13 сентябрҙә 13 сәғәттә М.В .Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы  М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының сәнғәт факультеты, Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Санкт Петербургтағы художество академияһының ғилми-тикшеренеү музейы ярҙамында рәссам Евгения Васильеваның   (EVA)  “Ваҡыт һәм мәңгелек” күргәҙмәһен тәҡдим итә. Унда ваҡыт һәм мәңгелек, уларҙың кеше тормошондағы, ижадындағы, рухи донъяһындағы  роле сағыла. Авторҙың шәхси күңел кисерештәре тураһындағы күргәҙмәһе 13 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

 Ул билдәле һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Өфөлә художество музейына нигеҙ һалыусы Михаил Васильевич Нестеровтың (1862-1942) тыуыуына 160 йыл тулыуға арналған.

“Сәнғәт донъяны яҡшыраҡ итергә, ысынбарлыҡты аңларға һәм мәңгелек ҡиммәттәр тураһында уйланырға ярҙам итә. Ул беҙгә христиан ҡиммәттәре артынан барырға һәм  Ерҙәге төп тәғәйенләнешебеҙ тураһында хәтерләргә булышлыҡ  итә”, - тине Евгения Васильева күргәҙмә асылыуы алдынан.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас