Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 03:30

Бөгөн - Милли кейем көнө

Башҡортостанда апрель айының икенсе һәм сентябрҙең өсөнсө йомаһында Милли кейем көнө үткәрелә. 

Бөгөн - Милли кейем көнөБөгөн - Милли кейем көнө
Бөгөн - Милли кейем көнө

Ошо байрам айҡанлы, бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды һәм "Ағиҙел" башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсептәре дәүләт унитар предприятиеһы барлыҡ теләүселәр өсөн Башҡорт милли кейемдәрендә фотосессия үткәрә.

Һәр кемгә башҡорт милли кейеме һәм биш минут ваҡыт биреләсәк. Фотоһүрәттәр "Бәйләнештә" социаль селтәрендә предприятие төркөмөнә һалынасаҡ, аҙаҡ һеҙҙең электрон почтаға ебәреләсәк.

Сара 9 сентябрҙә 15:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 60 адресы буйынса "Ағиҙел" сувенир магазинында үткәрелә. Тик ҡатнашырға теләүселәрҙе һылтанма буйынса үтеп, алдан яҙылырға һорағандар: https://forms.gle/uUQztvCNxqEuk2kx9

Фото: almode.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас