Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 06:12

Башҡортостан менән таныштыралар

“Башинформ” агентлығы.“Башинформ” агентлығы.
Фото:“Башинформ” агентлығы.

7 – 12 сентябрҙә Мәҙәни башланғыстар президент фонды булышлығында Ҡырым Республикаһында Мәҙәни-ара партнерлыҡ үҙәге һәм БР Халыҡтар дуҫлығы йортоноң “Ҡыҙыл Яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған проекттың икенсе этабы – “Башҡортостандың рус донъяһы тәҡдим итә...” әҙәби-театраль фестивале уҙа.

Проект Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылына арналған һәм рус әҙәбиәтенә, театрына ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙырыуға, Башҡортостан, Ҡырым һәм Германия араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә, Германияла рус телле берләшмәләрҙең эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Симферополдә һәм Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһында үтәсәк сараларҙа “Хайдельберг – Симферополь” туғандаш ҡалаларҙың йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре ҡатнаша.

Фестиваль 7 сентябрҙә көндөҙгө сәғәт 12-лә Симферополь ҡала­һында асыла. Башҡортостандың Рус драма театры А. С. Пушкиндың повесы буйынса “Буран” спектаклен тәҡдим итә.

Республикала йәшәүселәр биш көн буйына рус яҙыусыларына һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә арналған күргәҙмәләрҙә була, Башҡортос­танда тыуып үҫкән Сергей Аксаков тураһында күп нәмә белә, үҙ шәжәрә ағасын төҙөй, Аксаковтың йорт уйындарында, театр артистарынан телмәр сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.

9 сентябрҙә, Милли кейем кө­нөндә, Ҡырым халҡын Башҡортос­тан халыҡтарының милли кейем­дәре менән таныштыралар. Сарала Башҡортостандың Рус академия драма театры артистары менән берлектә башҡорт түшелдеректәрен эшләү, рус сарафаны биҙәктәрен төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрес­тәре эшләйәсәк.

Фестивалде ябыу тантанаһы 10 сентябргә Белогорск район мәҙәниәт йортонда Башҡортостан артистары һәм мәҙәниәт, мәғариф эшмә­кәрҙәре, урындағы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында планлаштырылған.

12 сентябрҙә Судак ҡалаһындағы 4-се мәктәптең башланғыс класс уҡыусыларына Башҡортостандың Рус драма театры артистары “Ал сәскә”, өлкәнерәктәр өсөн “Барышня-крәҫтиән ҡыҙы” спектаклдәрен тәҡдим итә.

Проектты ойоштороусылар – Белогорск районы хакимиәте, Баш­ҡортос­тандың Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мәҙәниәт-ара партнерлыҡ үҙәге, Рус дәүләт академия драма театры, Әхмәтзәки Вәлиди исе­мен­дәге Милли китапхана, С.Т. Акса­ковтың мемориаль йорт-музейы.

-  Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас