Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 04:49

Герой хаҡында инша яҙҙылар

Муса Гәрәевкә арналған ижади конкурсҡа йомғаҡ яһалды.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Геральдика залында үҙенсәлекле, матур йөкмәткеле сара үтте. Унда ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар летчик Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды.

– Данлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы иғлан иткән конкурста 239 йәш кеше ҡатнашты. Беҙҙең башланғысты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Мәғариф һәм фән министрлығы, Илеш районы хакимиәте, республиканың ДОСААФ ойошмаһы хуплап ҡаршы алды һәм үткәрергә ярҙам итте, – тип һөйләне сараны ойошторған “Республика Башкортостан” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Нәбиева.

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев беҙҙең көндәрҙә, бөгөнгө сәйәси ваҡиғалар солғанышында бындай конкурс­тың айырыуса әһәмиәтле булыуын билдәләне.

– 250-нән ашыу хәрби осош яһаған легендар летчик, ҡурҡыу белмәҫ штурмлаусы ҡыйыулығы менән генә түгел, кешелек сифаттары менән дә айырылып торған. Ул асыҡ күңелле, тормошто яратып йәшәгән кеше, ысын патриот булған. Уның кеүек шәхестәрҙе, беҙгә тыныс тормош бүләк иткән батырҙарҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән, геройҙың тормош юлын, хәрби ҡаҙаныштарын өйрәнергә этәргес булған конкурсты ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға, бала­ларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға ҙур рәхмәт! – тине сығышында Константин Борисович. Артабан ул конкурс еңеүселәрен әҙер­ләгән уҡытыусыларға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Артабан ижади эштәре иң яҡшы тип табылған уҡыусылар тәбрикләнде. Улар – Асҡын районының  Асҡын ауылындағы 1-се мәктәптән Вадим Бабкин, Благовещен ҡалаһының 6-сы мәктәбенән Ксения Федосеева, Межгорье ҡалаһындағы 3-сө мәктәптән Софья Ҡыуатова, Өфө ҡалаһының 105-се мәктә­бенән Ангелина Әхәтова, Илеш районының Ябалаҡ урта мәктәбенән Элина Заһитова, Балтас районының Көндәшле урта мәктәбенән Азалия Фаҡыева, Өфө ҡалаһының 42-се лицейынан Полина Ступникова һәм Виктория Полякова, Ҡырмыҫҡалы районының Подлуб мәктәбенән Виктория Гәрәева. Ә Башҡорт дәүләт педагогия университетының 4-се курс студенты Екатерина Клементтың иншаһы иң яҡшыһы тип табылды һәм ул абсолют еңеүсе булараҡ тәбрикләнде. Йәштәргә сараның төп бағыу­сыһы – Ҡырмыҫҡалы районының почетлы гражданы, Саха (Яҡут) Республикаһындағы “Вилюй” компанияһының генераль директоры Михаил Малюшин, “Республика Башкортостан” гәзите, БР Мәғариф һәм фән министр­лығы, Илеш районы хакимиәте, республиканың ДОСААФ ойош­маһы әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырылды.

Конкурста ҡатнашҡан егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәре өсөн Муса Гәрәевте яңынан асыуы, уның хәрби юлын һәм тормошон өйрәнеп һоҡланыуы, батыр хаҡында бик күп яңы мәғлүмәт белеүе тураһында әйтте.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас