

Башҡортостан етәкселеге арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән күп саралар ойоштора. Мәҫәлән, Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы мәктәбендә күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаров хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
– Башҡорт халҡының мәшһүр улы, ҡәләм оҫтаһы Рәшит Назаров – донъя әҙәбиәтендә һоҡланғыс күренеш, – тине Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов. – Беҙҙең районда уға бәйле тағы ла бер иҫтәлекле урындың асылыуы шатландыра. Ижадсының тыуған ауылына арналған шиғырҙары бихисап. Рәшит Назаровтың исеме беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк.
Арыҫлан Нәзир улы Төрөмбәт ауылы халҡына һәм инициативалы төркөмгә ҙур рәхмәтен еткерҙе. Бынан тыш, сарала ҡатнашҡан бүтән сығыш яһаусылар ҙа шағирҙың үҙенсәлекле ижады тураһында һөйләне.
Рәшит Назаровтың “Таңды ҡаршылау”, “Ҡояш юлы буйлап”, “Йөрәгемде һеҙгә илтәм”, “Йәшен” һәм башҡа китаптарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итте.
Республикабыҙҙа “Назаров уҡыуҙары” йыл да ойошторола. Талбазылағы гимназия уның исемен йөрөтә. Төрөмбәт ауылы мәктәбендә иһә Рәшит Назаровтың кабинет-музейы ла асылған.
- Илдар АҠЪЮЛОВ