Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 05:40

Рухи хәтер илһамландыра

Мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө юғалмаһын.

геройҙың шәхси архивынан.геройҙың шәхси архивынан.
Фото:геройҙың шәхси архивынан.

Традицион халыҡ кейеме һәр ваҡыт тарихи, этнографик, социологик һәм фәнни күҙлектән ҡыҙыҡлы булып ҡала, мәҙәниәтебеҙҙең мөһим өлөшө булып тора. Милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Мәҫәлән, күп алдынғы модельерҙар халыҡ костюмы элементтарын ҡуллана һәм хатта уның мотивтары буйынса коллекциялар булдыра.

Тағы ла шуныһы: этнографтар, тарихсылар һәм сәнғәт белгестәренән тыш, ябай халыҡ та милли кейем менән ҡыҙыҡһына: улар араһында милли кейемде тегеүселәр, кейеүселәр, таратыусылар бихисап. Шундай оҫталарҙың береһе – Гөлнара Вәхитова. Уның менән традицион башҡорт милли кейеме һәм стилләштерелгән костюмдарҙың айырмаһы, тарихи үҙенсәлектәр һәм һөнәри нескәлектәр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Гөлнара, милли кейемгә ҡыҙыҡһыныу ҡайҙан килә? Үҙе­геҙҙең сығышығыҙ, ижади та­мыр­ҙарығыҙ тураһында һөйләһәгеҙ ине.

– Мин Силәбе өлкәһендә тыуып үҫтем. Атайым милләте буйынса башҡорт, тамырҙары – Арғаяш, Сосновка райондарынан. Әсәйем – мишәр ҡыҙы, ул сығышы буйынса Ҡоншаҡ районынан. Үҙем иһә Сосновкала рус ауылында үҫтем. 2015 йылға тиклем милли халыҡ кейемдәре, уларҙың үҙенсәлектәре, нескәлектәре тураһында бер ни ҙә белмәй инем. Танылған оҫталар Гөлгөнә Баймырҙина һәм Хәмдиә Ҡунаҡҡолова (Дәүләтова) менән танышҡас, был йүнәлешкә ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде. Улар Силәбегә башҡорттарҙың традицион кейемдәре тураһында лекция менән килгәйне. Был таны­шыуҙан һуң башҡорттарҙың күбеһе милли кейемдең ысынында ниндәй булыуын бөтөнләй күҙ алдына ла килтермәүен, стилләштерелгән арзан кейемдәрҙе популярлаштырып, үҙҙәрен бай тарихи һәм рухи мираҫтан мәхрүм итеүен аңланым.

Иң тәүҙә халыҡ кейемдәрен тегеү дәрестәре ойошторҙом, был өлкәлә танылған оҫталар Александр Акуловты, Гөлгөнә Баймыр­ҙинаны, Татьяна Акулованы саҡыр­ҙым. Социаль селтәрҙәге “Башҡорт милли кейеме” төркөмөндә лә эшемде әүҙемләштерҙем: ҡыҙыҡ­һы­ныусыларҙы йыйҙым, осра­шыуҙар ойошторҙом, “Аулаҡ өй” тигән темаға дәрестәр уҙғарҙым.

Тәү сиратта үҙем тыуып үҫкән Көнсығыш Урал аръяғы комплексына ҡараған милли кейемде тер­геҙҙем, артабан көньяҡ, үҙәк һәм башҡа яҡ башҡорттарының кейем өлгөләренә тотондом. Әлеге ва­ҡытта Волга буйы һәм Урал ха­лыҡтарының – татар, удмурт, мари, сыуаш, урыҫ, керәшен һәм башҡа милләт вәкилдәренең милли кейем­дәрен өйрәнеү менән мәшғүлмен. Бының сере ябай: милли кейем менән профессиональ рәүештә ҡыҙыҡһынһаң, үҙ халҡыңдың кейем үҙенсәлектәрен белеү генә аҙ, һөнәри үҫеш өсөн тотош төбәктең, унда йәшәгән халыҡтарҙың тарихын белеү, өйрәнеү мөһим.

 

– Мауығыуығыҙ ҡасан профессиональ кимәлгә күсте?

– Һөнәрем буйынса мин – дизайнер. Туғыҙ йыл дауамында ландшафт дизайны йүнәлешендә проектлаусы булып эшләнем һәм, графика дизайнеры булараҡ, заказдар ҙа ала торғайным. Хәйер, художестволы белемем әлеге эшмәкәрлегемдә лә бик ярҙам итә: мәҫәлән, каталогтар, афишалар, плакаттар эшләргә. Бығаса милли кейем тергеҙеү эше күңелгә ятҡан шөғөлөм тип иҫәпләнһә, 2017 йылдан ул төп эшмәкәрлегемә әүерел­де, был өлкәлә минән йәмғиәткә һәм үҙемә лә файҙа күберәк. Яңы өлкәгә күсеү йәһәтенән рухташым, фекерҙәшем, хеҙмәттәшем (ә хәҙер инде – ирем) Флорид Вәхитовҡа ҙур рәхмәт – уның ярҙамы бик ҙур булды. Әлеге ваҡытта ла ул – төп кәңәшсем, ярҙамсым, бәғзе осраҡта уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырабыҙ, әммә икебеҙ оҫталар булараҡ айырым эшләйбеҙ һәм үҫешәбеҙ.

 

– Йыш ҡына ябай кеше стил­ләш­терелгән милли кейемде ысынбарлыҡтағы тарихи нөсхәнән айыра белмәй. Һеҙ был турала ни әйтерһегеҙ?

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был ғәмәл башҡорттарға ғына ҡағылмай, ә Рәсәй халыҡтарының киң таралған дөйөм проблемаһы һәм бөтә халыҡтарға ла хас. Кешеләрҙең күбеһе традицион милли кейем-һалымдың ни икәнен дә белмәй һәм, ғәҙәттә, сәхнәлә күргән сағыу костюмдарҙы милли кейем тип иҫәпләй, әммә бында уларҙың ғәйебе юҡ. Илебеҙ төрлө тарихи осорҙарҙы кисергән, Рәсәй халҡы революция, аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы кеүек дәһшәтле һынауҙарҙы үткәргән. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарына тиклем хореография ансамблдәре һәм театр труппалары сәхнәләрҙә халыҡ кейемендә сығыш яһаған. Артистар сәхнәгә боронғо биҙәүестәрен, көмөштәрен тағып сығыр булған, ләкин заман менән бергә идеология ла, ҡиммәттәр ҙә үҙгәргән: башҡаса сәхнә өсөн милли кейем өлгөләрен әҙерләмәгәндәр, булған боронғо ҡомартҡылар ҙа тарҡалып, юғалып, урланып бөткән. Сәхнә костюмер­ҙары, үҙҙәренең ижади күҙал­ла­уынан сығып, авторлыҡ кейемдәре уйлап сығарған, шунан яңы ҡанун­дар буйынса теккән, киҫелешен ябайлаштырған, йыш ҡына кейем ғәмәлдәренең мәғәнәһен үҙгәрткән. Һөҙөмтәлә бер нисә быуын милли һәм рухи мәғәнәһе булмаған сәхнә кейемдәрен күреп үҫкән.

Ә традицион милли кейем, сәхнә костюмдарынан айырмалы рә­үештә, халыҡ тураһында мөһим мәғлүмәт бирә, уның фәлсәфәһен һәм тарихын сағылдыра. Борон-борондан кейеме буйынса кешенең йәшәгән урынын, ғаилә хәлен, етешлек кимәлен билдәләп булған. Башҡорттар элек-электән – бай, аҡсалы булыуҙан тыш (бында матди байлыҡты ғына күҙалламайбыҙ), халҡыбыҙ кейем-һалымдың төрлө­лөгө, үҙенсәлекле туҡыусылыҡ, сигеү өлгөләре, баш кейеме, биҙәүестәре, аяҡ кейеме һәм башҡалар менән айырылып торған. Традицион кейем, ғөмүмән, һәр йәһәттән уңайлы, бөтә нескәлек­тәре лә үҙенсәлекле мәғәнәгә эйә. Иң аяныслыһы шунда: сәхнә костюмында хәҙер йышыраҡ ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ орнаменттары ҡулланыла, сөнки уларҙы етештереү яйға һалынған һәм хаҡы ла арзан. Синтетик сәхнә костюмында йәй эҫе, ҡыш һыуыҡ була. Яурынға берке­телгән күркәм тиреләр, башлыҡ­тағы ҡойроҡтар йылытыу функция­һын үтәмәй. Костюмдарҙың төҫтәре лә тәбиғи түгел, артыҡ сағыу.

Традицион милли кейем иһә һынға ҡарап тегелә. Хужаһы бала булып буйға үҫһә, тулыланып китһә, ҡатын кеше ауырға ҡалһа һәм башҡа осраҡтарҙа ла ул уңайлы кейем булып ҡала. Оҙонлоғон да һәр саҡ таманлап була. Традицион кейем иркен итеп тегелә: кәрәк саҡта өҫтәп аҫҡы күлдәк йә йылы булһын өсөн ыштан кейергә мөмкин. Ғөмүмән, милли кейем күп ҡатлы итеп тегелгән, сөнки был бик уңайлы – хужаһы һәр саҡ һауа торошона ҡарап уға камзул, бишмәт, кәзәкей, елән, әрмәк өҫтәй алған.

 

– Эшегеҙ хаҡында ентеклә­берәк һөйләгеҙ әле: ниндәй ижад төрҙәре һеҙгә яҡын?

– Әлеге ваҡытта традицион башҡорт кейемен, Волга буйы һәм Урал халыҡтарының кейем элементтарын реконструкциялау ме­нән шөғөлләнәм. Һатыуға кейем-һалым элементтары әҙерләйем. Теләгәндәргә башҡорт кейемен өйрәнергә ярҙам итәм: саҡырыу буйынса дәрестәр үткәрәм, музей­ҙағы тарихи мәҡәләләр, фото­һүрәттәр, кейем бесеү серҙәрен уртаҡлашам.

Социаль селтәрҙә “Башҡорт милли кейеме” төркөмөн алып барам, унда халыҡ кейеме тураһында мәғлүмәттәр ҡуям. Этнографик материалдар йыям: боронғо фото­һүрәттәрҙе эшкәртәм, халыҡ кейеме тураһында материал эҙләйем, мәғлүмәттәрҙе теүәлләйем, өҫтә­йем, райондар буйынса айырам һәм ҡыҙыҡһыныусылар өсөн төркөмгә ҡуйып барам.

Фотоһүрәттәр тураһында ентек­ләберәк әйтеп үтәйем. Ғөмүмән, һәммәһенә лә мөрәжәғәт итәм: башҡорттарҙың традицион милли кейемдә төшкән, ғаилә ҡомартҡыһы булған фотоһүрәттәрҙе миңә ебәрегеҙ. Уларҙағы кешеләрҙең мотлаҡ исем-шәрифен, нәҫел-ырыуын, урын-ерлеген, костюм ком­п­лек­сының төрөн яҙам, фото­һүрәт­тәрҙе эшкәртәм (һынылыш­тарын алам, таҙартам, биттәрен аныҡ­лайым). Был ғәмәл менән 2017 йылдан шөғөлләнәм һәм ошо эшем этнографтарға ла, оҫталарға ла бик ярҙам иткәнен беләм. Ә өйрәнәһе мәғлүмәт күп, сөнки башҡорттарҙың аҙ өйрәнелгән йәшәү биләмәләре бар.

Йыш ҡына миңә түшелдерек йә күкрәксә төрөн һәм тотош биҙәүес комплексын билдәләү үтенесе менән мөрәжәғәт итәләр, ә миндә уларҙың тарихи төйәгенән йәки хатта ҡайһы саҡта тыуған ауыл­дары­нан фотолар бар. Ҡайһы саҡ­та кешеләр уларҙа туған-тыума­саһын таба, ә бер мәл миңә мөрә­жәғәт иткән ҡатын милли кейемдәге әсәһен таныны. Ул фотоһүрәт ҡатында булмаған.

Кейем-һалым һәм костюм атрибуттары өсөн материал әҙерлә­йем. Һүҙ сифатлы сәйлән, тәңкә­ләр, галундар һәм туҡымалар ха­ҡында бара һәм ошо йәһәттән төр­көмгә яҙылыусыларға һәр яҡтан ярҙам итәм – биҙәүестәр эшләү өсөн материалдар комплексын туп­лайым, кәңәштәр бирәм, ҡулланма әҙерләйем.

График дизайнер эшен дә таш­лағаным юҡ, афишалар, плакаттар һәм башҡа ошо йүнәлешле әйбер­ҙәр эшләйем, фотоға төшөрөү менән мауығам. Силәбе, Свердловск өлкәләрендә, Башҡортос­танда ойошторолған бер нисә абруйлы фотоконкурста призлы урындар яулағаным да булды.

Эштәремде төрлө күргәҙмә­ләрҙә, йәрминкәләрҙә һәм социаль селтәрҙә күрергә мөмкин. Милли кейемде тергеҙеү йүнәлешендә эшләгән оҫталар менән аралашып торабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Ҡайһы саҡта һөнәри  һорауҙар тыуа, был йәһәттән проблема юҡ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ.

 

– Хәҙер этник кейем, биҙәүес­тәр бик популяр – һеҙ бының менән ризаһығыҙмы?

– Эйе, этник мода йүнәлеше киң тарала бара. Халыҡ кейеменең заманса интерпретацияһы аша йолаларыбыҙ ҙа йәшәйәсәк, хәҙер һәм киләсәктә ҡулланыласаҡ.

 

– Ижадта һеҙҙең өсөн төп дәртләндереү сараһы нимәлә?

– Тәү сиратта эшмәкәрлегем кешеләр өсөн мөһим икәнлеген аңлау. Ысынлап та, халыҡ ҡыҙыҡ­һына, һорай, мәғлүмәт ебәрә – был яҡшы. Һәр мәғлүмәтте тикшерәм һәм ҡасандыр дәрестәр үткәргән урындарҙа эштәр нисек барыуын белешеп торам. Рәхмәт һүҙҙәре, һорауҙар, кәңәштәр менән хаттар, шылтыратыуҙар алһам, бик шатланам һәм эшемдең халҡым өсөн ни тиклем мөһим икәнлегенә тағы бер инанам.

Эшмәкәрлегемдең төп үҙенсә­леге – теория һәм практика өҫтөндә берҙәй эшләүҙә. Оҫталыҡ дәресе үткәреү йә иһә заказ буйынса эшләү маҡсаты ҡуйылғас, материал туп­лайым, кәрәкле туҡымаларҙы йыуам, бесеү өлгөләрен, ептәр әҙер­ләйем һәм башҡа ғәмәлдәрҙе баш­ҡарам. Шулай уҡ китаптарҙан өйрә­нәм, уларҙы үҙем менән алам, һәр урын-биләмә өсөн айырым презен­тация эшләйем. Һәр барған ерҙә, артабан ғилми баҫмаларға ҡуйыр­лыҡ итеп, боронғо экспо­наттарҙың ентекле фотоһүрәттәрен эшләйем.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә баш­ҡорттар борон-борондан йәшәгән күп ерҙәрҙә традицион милли кейем дәрестәре үткәрелмәй. Рес­публиканың Мәҙәниәт министрлы­ғынан саҡырыуҙар булыр, тип ышанам. Үҙемдең алыҫ араға йөрөү мөм­кинлегем юҡ, ә кейем-һалым өлгөләре, материалды алып барырға кәрәк. Һүҙ, ғәҙәттә, һәр ҡайһыһы 20-25 килограмм тартҡан ике оло сумаҙан хаҡында бара. Ҡыҫҡаһы, ихтыяж һәм ҡыҙыҡ­һыныусылар булғанда, башҡорт­тарҙың милли кейемен танытыу һәм популярлаштырыу өҫтөндә эшләйәсәкмен.

 

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!

Техник фәндәр кандидаты Айгөл Камалиеваның “Баш­ҡорт кейеме” китабында үҙенсәлекле фараз бирел­гән: бәлки, башҡорт камзу­лының сығышы француз сюртугы менән берҙер?

Автор камзул бесеү тәр­тибе (алдан – тура силуэт, арттан яртылаш һы­лашып то­ра, аҫҡа табан ярайһы ки­ңә­йә) Францияла XVII – XVIII быуаттарҙа тарал­ған тарихи кейем өлгө­лә­рен­дә осрай, тип бел­дерә.

“Башҡорт яугирҙәре – “төнь­яҡ амурҙары” 1812 йыл­ғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм Па­риж­ғаса барып еткән. Бәлки, ошо тарафтан алып ҡай­тылған трофейҙар яңы кейем өлгө­һөнә баш­ланғыс биргән­дер”, – тип яҙа тикше­ренеүсе.

Камзул – халҡыбыҙҙың традицион еңһеҙ өҫкө кейеме. Ир-аттарҙыҡы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы була. Уны күлдәк өҫтө­нән йәки ҡаптырма менән эләктереп кейгәндәр. Ғәҙәттә, камзул көндәлек тормошта ҡул­ланылған, байрам (туй) кейеме булған, ҡалым эсенә ингән. Татар, ҡаҙаҡ һәм башҡорт халыҡтарында киң таралған.

 

-  Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас