Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 05:37

Тәбиғәт бүләк иткән һәләт

“Исем-дәрәжәләргә, данға битараф кешемен”

Айбулат Рәхмәтуллиндың ғаилә архивынан.Айбулат Рәхмәтуллиндың ғаилә архивынан.
Фото:Айбулат Рәхмәтуллиндың ғаилә архивынан.

Нефтекама дәүләт филармонияһының художест­во етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Рәхмәтуллинды ижад кешеһе, күп артистар тәрбиәләгән уҡытыусы тип беләбеҙ. Оҫта ҡурайсы билдәле көйҙәрҙән башлап аҙ башҡарылғандарына тиклем ҡурайҙа яңғырата.

Бөрйән районының Нәби ауылында тыуып үҫкән уҙаманға быйыл 60 йәш тулды. Ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы беҙ уның менән тормош, артист һөнәренең үҙенсәлектәре, тыуған яҡтың ҡөҙрәте тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. 

– Айбулат Дәүләтбай улы, ҡасандыр “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән абруйлы исемгә лайыҡ булырмын тип уйлағанығыҙ булдымы?

– Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға ингәндә ҡурай класы уҡытыусыһы булырға хыялландым. Ошо уҡыу йортон тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыу теләге тыуҙы. Уны бөткәс, ул ва­ҡыттағы Учалы музыка училище­һына ҡурай буйынса уҡытыусы итеп эшкә саҡырҙылар. Биш йыл эсендә 11 ҡурайсы тәрбиәләнем. Уҡыусыларым араһынан Башҡорт­ос­тандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин, Башҡортостандың ат­ҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Ранис Алтынбаев, Заһир Шәйәх­мәтов, пародист Илсур Тайсин, Туймазы ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмзин Әбсәләмов, Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостандың атҡа­ҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйез Шәрипов кеүек билдәлелек яула­ғандары ла бар. Киләсәккә маҡсат ҡуйып йәшәһәң, һәр нәмәгә өлгә­шеп була. Ғөмүмән, исем-дәрә­жәләргә, данға битараф кешемен. Эшемде баһалап, ошондай исем биргәндәр икән, шөкөр.

– Һөнәрҙе кеше һайлаймы, әллә һөнәр кешенеме?

– Әлбиттә, үҙ мөмкинлегеңде тойоп-белеп, һөнәрҙе кеше үҙе һайлайҙыр, тип уйлайым. Атайы­быҙ билдәле үҙешмәкәр йырсы, ҡурайсы булғас, беҙ дүрт малай һәм ике ҡыҙ бала саҡтан йыр-моң мөхитендә үҫтек. Алты бала араһынан мин генә сәнғәт юлын һайланым, шулай ҙа ҡалған туғандарым да йыр-моңға маһир. Кесе ҡустым Сынбулат хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ филармония­һындағы Хәлил Ишбирҙин етәксе­легендәге бейеү театрында башланы. Әле ул ауылда донъя көтә. Икенсе ҡустым Мәғәфүр йырлай ҙа, ҡурайҙа ла уйнай. Өлкән ағайым менән апайым мәрхүмдәр инде, улар ҙа йыр-моңға ғашиҡ ине. Бәләкәй апайым Шәһиҙә лә матур йырлай, мәктәптә уҡығанда баян класында шөғөлләнде.

– Атайығыҙ – Бөрйән райо­нының Нәби ауылында күре­некле ҡурайсы һәм танылған йырсы, БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дәүләтбай Абдрахман улы Рәхмәтуллин. Ғөмүмән, атайығыҙ ниндәй кеше ине? Унан ниндәй тормош һабаҡтары алдығыҙ?

– Миңә атайымдың һәр яҡлап йоғонтоһо ҙур булды, бигерәк тә ҡурайсы булып китеүемдә. Унан тормош һабаҡтарын, тәжрибәһен һәр яҡлап мул алдым. Ул кешегә бик ярҙамсыл, ихлас, асыҡ, киң күңелле булды. Йыр-моңға мөкиб­бән кеше ине. Халыҡ йырҙарын барлыҡ нескәлектәрен тойоп, аң­лап башҡарҙы, миңә лә ул яҡтан ҙур кәңәшсе булды. Быйыл 85 йәш тулыр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғинуарҙа ҡапыл ғына инсульт һуғып, арабыҙҙан китеп барҙы.

– Әле һеҙ Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе булып эшләйһегеҙ. Эшегеҙҙә тәү сиратта үҙегеҙгә һәм коллективҡа ниндәй талаптар ҡуяһығыҙ?

– Эйе, вазифа бик яуаплы. Шуға ла коллектив менән бер тулҡында булырға, һәр артистың мөмкин­леген, булмышын аңлап, уға төрлө яҡлап үҫеү  өсөн тырышабыҙ.

Әйтергә кәрәк, Нефтекама дәүләт филармонияһы – күп мил­ләттәрҙе берләштергән татыу ижади коллектив ул. Башҡортостандың халыҡ артисы Раян Алтыншин етәкселегендә “Ҡәрҙәштәр” баш­ҡорт эстрада төркөмө, Башҡортос­тандың һәм Татарстандың атҡа­ҙанған артисы Рифҡәт Ғәбдел­йәновтың “Ҡайтауаз” татар эстрада төркөмө, Раисия Иҫәнбаева етәк­селек иткән “У Сем” мари эстрада төркөмө, Рита Ҡарасуринаның Балалар музыкаль лекторияһы, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлнара Сәфәрова етәкселегендә “Түңгәүер” бейеү ансамбле, Нурания Хәлитова етәкселегендәге “Тамерлан һәм Сыңғыҙ” цирк-эстрада төркөмө эшләй. Ошо матур, татыу филармония коллективы менән үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, талапсан һәм ғәҙел, артист тормошон энәһенән-ебенә тиклем белгән, аңлаған тәжрибәле Ринат Ғайсин етәкселек итә. Йәш булыуға ҡара­маҫтан, филармонияла үткән барлыҡ сараларҙы ҡуйыусы Илгиз Миңләхмәтовтан да уңдыҡ.

– Һеҙ оҙаҡ йылдар сәнғәткә хеҙмәт итәһегеҙ. Нисек уйлайһы­ғыҙ, бөгөн артист булып эшләү ауырмы? Тамашасы алдында абруйҙы юғалтмай, һәр саҡ алғы һыҙыҡта ҡалыу өсөн нимә талап ителә?

– Ҡайһы заманда ғына эшләһәң дә, һөнәреңде яратып башҡарһаң, эштең ауырлығын әллә ни һиҙмәй­һең, сөнки күңелеңде биреп, ижади ҡәнәғәтлек алып хеҙмәт итәһең. Хәҙерге ваҡытта ла һәр артист 100 процентҡа үҙен ижадҡа бағышлай икән, уның өсөн һөнәрҙең бер ҡыйынлығы ла юҡтыр, тип иҫәплә­йем. Күҙ уңында ҡалыу өсөн, иң мөһиме, ҙур тырышлыҡ, маҡсат, һәләт һәм үҙеңә талапсанлыҡ кәрәк.

– Ғөмүмән, дәүләт мәҙәниәт усаҡтарында һәм үҙе өсөн эш­ләгән артистар араһында ниндәй айырмалар, етешһеҙ­лектәр һәм өҫтөнлөктәр күрәһегеҙ?

– Был артистар араһында бер айырма ла юҡ. Барыһы ла – үҙ яҙмыштарын сәнғәткә бәйләгән кешеләр. Матди күҙлектән ҡара­ғанда, үҙе өсөн эшләгән артистарға пандемия ваҡытында, белеүегеҙсә, бик ауырға тура килде.

Ә дәүләт хәстәрлеген тойоп эшләгән артистар даими ярҙам алды. Тағы ла бер өҫтөнлөгөбөҙ бар – хаҡлы ялға иртәрәк китәбеҙ. Бейеүселәр – 20, ә йырсылар 25 йыл эшләгәндән һуң пенсияға сыға ала.

– Мәғлүм булыуынса, быйыл Нефтекама дәүләт филармония­һына 25 йыл тула. Был йәһәттән ниндәй яңы проекттар өҫтөндә эшләйһегеҙ?

 – 29 сентябрҙә филармониябыҙ 25-се концерт миҙгелен аса. Юбилей миҙгелендә төрлө өлкә, ра­йондарға бик күп гастролдәр план­лаштырылған. Шулай уҡ артистар­ҙың һәм төркөмдәрҙең үҙ ижадтарына арналған концерттары, профессиональ, дәүләт байрамдарына бағышланған төрлө саралар, проекттар буласаҡ. Аллаға шөкөр, беҙҙе ҡолас йәйеп эшләрлек ижади миҙгел көтә.

– Ҡайҙа ғына эшләһәң дә, кем генә булһаң да, ғаилә терәк һәм таяныс булып тора. Уңыштары­ғыҙға ҡарағанда,  ҡатынығыҙҙан уңғанһығыҙҙыр. Балаларығыҙ ниндәй юлды һайланы?

– Әлбиттә, ғаиләм – ҡәлғәм, тип әйтәләр бит. Тормош иптәшем Асия Йәғәфәр ҡыҙы менән 30 йылдан ашыу ғүмер кисерәбеҙ. Ул – юғары белемле уҡытыусы, 25 йыл инде башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Минең өсөн оло терәк, кәңәшсем, бик яҡшы хужабикә һәм ярҙамсы. Бер ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерҙек. Икеһе лә Санкт- Петербург ҡалаһында юғары уҡыу йорттарында белем алды. Береһе – геолог, икенсеһе – ресторан һәм туризм белгесе.

– Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, тыуған ер үҙенә тарта. Ауы­лығыҙға йыш ҡайтаһығыҙмы? Яҡташтарығыҙ менән аралашып тораһығыҙмы?

– Олоғайған һайын тыуған яҡ үҙенә тарта икән. Йыл һайын йәйге ял ваҡытын тыуған ауылым Нәбиҙә үткәрергә яратам. Атай йортона ҡайтып, үҙемә көс-ҡеүәт алып китәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөр­йәнемә йыш ҡайтып булмай. Аралар ҙа яҡын түгел, әммә форсат сыҡҡан һайын йәнтөйәгемә юлланам. Телефон заманы булғас, туғандар, дуҫтар, яҡташтар менән йыш аралашам. Район гәзите “Таң”ды даими алдырам, яңылыҡ­тар менән ҡыҙыҡһынып торам. Аллаға шөкөр, тыуған яҡ менән бәйләнеште өҙмәйем.

 Ауылдашым, билдәле ғалим, тел белгесе, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов менән атайым бик яҡын дуҫтар булды. Мин уның улы, билдәле рәссам Йәлил Сөләй­мәнов менән аралашып йәшәйем. Таңһылыу Баһауетдинова һәм уның тормош иптәше Булат Тимерғәлиев менән бәйләнештәрҙе өҙмәйбеҙ.

– Яңынан тыуыр булһағыҙ, ниндәй һөнәрҙе һайлар инегеҙ?   

– Яңынан тыуырға насип итһә, һис икеләнмәй ошо уҡ юлды һайлар инем. Был һөнәр – булмышым, асылым, яҙмышым.

– Айбулат Дәүләтбай улы, киләсәктә лә ижад шишмәгеҙ халҡыбыҙ өсөн шаулап ағыуын дауам итһен.

 

-  Рәмилә МУСИНА

Читайте нас