

Матур август айы. Мин тыуған яҡтарҙа ҡунаҡта, өсөнсө көн инде Мәҙинә апайҙарҙың ғаиләһендә ял итәм. Өй алдындағы баҡсала ял итеп ултырабыҙ. Ағастар янында еләҫ, һиллек, ҡояш эҫеһенән арыған тәндәребеҙ күләгәлә рәхәтләнеп ял итә. Аяҡтарҙы үлән һыйпап ҡытыҡлай, танауға һиҙелер-һиҙелмәҫлек кенә булып татлы ҡурай еләге еҫе бәрелә, улар өҫтөндә ара-тирә һағыҙаҡтар осоп, бал һура. Әкрен генә иҫкән ел йорт аръяғында ғына башланып киткән яландан яңы сабып күбәләнгән бесәндән кипкән үлән, сәскәләрҙең хуш еҫен беҙгә алып килә.
Мәҙинә апай менән августың ошо һуңғы хозур көндәренә ҡыуанышып, фотолар альбомын ҡарап ултырабыҙ.
Мин ул кәртешкәләргә күҙ һалам. Уларҙағы ҡайһы бер кешеләр таныш, ә ҡайһыларын белмәйем, танымайым, шуға күрә апайҙың йөҙөнә ваҡыт-ваҡыт ҡарап, ундағы кешеләргә ҡарата ҡарашын аңларға тырышып ултырам.
Бына ул альбом эсенән күмәк кеше төшкән бер фотоны алды ла уң ҡулы менән уны бик ҡәҙерләп һыйпап торҙо, ә һул ҡулы менән күҙҙәрен һөрткән кеүек хәрәкәт яһаны, әйтерһең дә, шул фотолағы бик алыҫта тороп ҡалған заманды юйҙы.
Фотолағы үҙенең һәм бер йәш егеттең һыны буйлап бик оҙаҡ итеп бармағын йөрөттө һәм минең барлыҡты ла онотҡан кеүек, үҙ алдына ғына: “Их, бар ине минең йәш ваҡыт, уның бик матур саҡтары. Шул йылды йә шул августы кире ҡайтараһы ине лә, тик булмай шул... Әгәр мөмкин булһа, бәлки, минең тормошом да бөтөнләй икенсе төрлө ҡоролған булыр ине”, – тине. Фотоның артына ябай ҡәләм менән: “Бесән сапҡан саҡта. 1964 йыл, 6 август. Миңә 16 йәш”, – тип яҙып ҡуйылғайны. Апайҙың үҙе өсөн бик мөһим, иҫтәлекле ваҡиғаны иҫкә төшөрөп ултырғанын аңлап, мин өҫтәл янында шып-шым ғына ултырып торам.
Бына ул ҡулындағы фотоны альбомы эсенә тығып ҡуйҙы ла, минең барлыҡты иҫенә төшөргәндәй, ҡапыл ғына: “Һинең берәй ваҡыт яратҡаның булдымы, һылыу? Тәүге үбешкәнеңде иҫләйһеңме?” – тип һораны. Мин, тәүге һөйөүем тураһында апайға бер һүҙ менән дә яуап ҡайтара алмайынса, уңайһыҙланып, баҙап ҡалдым. Апай көлөмһөрәне лә тәүге мөхәббәте тураһында һөйләй башланы.
– Ул йылдың йәйен һаман да һағынып иҫләйем. Бөгөнгө кеүек август ине ул саҡта ла. Апайымдың оҙаҡ ваҡыт беҙҙә, атай-әсәй йортонда, ҡунаҡта ятҡан ҡыҙы Гөлзифа бер мәл, үҙенең ата-әсәһен һағынып, һыңҡылдап илап ебәрҙе. Атайым менән әсәйем, үҙҙәре бесән әҙерләү менән булышҡанлыҡтан, һеңлемде ауылдарына алып барырға ҡушты.
Иртәгеһенә иртүк, ауылыбыҙ аша үткән машинаға ултырып, Ҡарамалыға юл тоттоҡ. Машина беҙҙе Ивановка янында төшөрөп ҡалдырҙы ла үҙ юлынан китте, ә беҙ юл сатында баҫып ҡалдыҡ. Әле 25 саҡрымдай ара үтергә кәрәк, йәйәү барырға алыҫ...
Көн эҫе, үткенсе машиналарҙың береһе лә Ҡарамалыға бармай, икенсе яҡҡа үтеп китә. Аптырағас, эҫенән әлһерәшеп, Ивановка уртаһындағы почта йортона килдек. Хат ташыусы йөк машинаһының бер-ике сәғәттән район буйынса посылкалар таратырға сығырын белгәс, шундағы ағастар күләгәһенә килеп баҫтыҡ. Бында беҙ генә түгел, ә тағы ике кеше шул машинаны көтә ине. Йәш егетте Гөлзифа танып ҡалды ла һаулыҡ һорашты. Баҡтиһәң, был Ҡарамалынан Ғәлим тигән егет икән.
Ике сәғәт үтеүгә, бүлексә хеҙмәткәрҙәре почта ташыусы машинаның кузовына посылка йәшниктәрен, бандеролдәр тейәлгән тоҡтарҙы һәм кино таҫмалары һалынған тимер йәшниктәрҙе тултырҙы, унан машина эскәмйәләренә беҙ, юлаусылар, ултырыштыҡ та район үҙәгенә ҡуҙғалдыҡ.
Ул йылдарҙа юлдарға хәҙерге кеүек асфальт түшәлмәгәйне: юл ҡыйыш-мыйыш, соҡор-саҡырҙарҙа машина ныҡ һеңкеп китә. Мин һыңар ҡулым менән кузовҡа тотонғанмын, ә һул ҡулым менән мамыҡ кеүек еңел генә Гөлзифа һылыуымды ҡосаҡлағанмын. Аяҡтарымды ла тимер йәшниктәргә ныҡ терәп ултырам.
Ҡаршы ширлектә ултырған Ғәлим, быны күреп, Гөлзифамды үҙенә саҡырып алды ла Ҡарамалыға барып еткәнсе ныҡлап тотоп ултырҙы. Юл буйына улар нимә тураһындалыр һөйләшеп барҙы, мотор геүләүе арҡаһында һүҙҙәре ишетелмәне.
Ниһайәт, машина Ҡарамалы почта бүлексәһе янына килеп туҡтаны, беҙ тиҙ генә машинанан һикерешеп төштөк. Апайымдарҙың йортона барып еткәнсе Гөлзифа миңә Ғәлим тураһында һөйләне, уның минең хаҡта белгеһе килгәнен дә әйтте.
Шул көндә кис таныш ҡыҙым Динә менән клубҡа киноға барҙыҡ. Унан йәштәр клубта ритайым ойошторҙо. Мин дә башҡалар менән бергә бейенем, аҙаҡ баянсы вальс көйөн уйнай башланы. Ғәлим мине уртаға саҡырҙы. Быға тиклем бер егет менән дә бейегәнем булмағас, баш тарттым, әммә Ғәлим бик ныҡыш булып сыҡты. Мине клуб уртаһына сығарып баҫтырҙы ла, беҙ әйләнә башланыҡ.
Ҡолағыма айыу баҫмаһа ла, оялышымдан музыканы бөтөнләй ишетмәнем, битем уттай яна, йөрәгем күкрәк ситлегемдән сығып бара, әллә башым әйләнә, әллә Ғәлим үҙемде әйләндерә – быны һис кенә лә аңлай алмайым. Залдағы бар кеше лә мине күҙәтә кеүек.
Ниһайәт, яфаланыуҙарым тамамланды: музыка туҡтаны, Ғәлим мине ипләп кенә буш ширлеккә килтереп ултыртты. Ә киске уйын тамамланғас, Динә менән апайымдарҙың өйөнә йүнәлеүгә унда мине Ғәлим ҡаршы алды... Ул миңә осрашырға тәҡдим итте, ҡайҙа уҡыуымды һорашты. Үҙен республиканың бер юғары йорто студенты тип таныштырҙы. Баҡтиһәң, әле ата-әсәһенә бесән сабышырға ҡайтҡан икән.
Иртәгәһенә таңда апайым уятып, үҙҙәре менән бесән сабырға алып сыҡты. Кискә ҡәҙәр саптыҡ, тиҙерәк кипһен тип, һәнәктәр менән әйләндерҙек, аҙаҡ күбәләп ҡуйҙыҡ.
Бесәнлектә шулай бер нисә көн бик ҡаты ғына эшләргә тура килде. Ниһайәт, аяҡ-ҡулдар өйрәнеп, арыуға ул тиклем бирешмәй башлағас, бер кистә Динә менән тағы ла киноға барҙым. Ғәлим кис буйына янымдан китмәне.
Ул кистә лә беҙ вальста өйөрөлдөк, ә мин музыканы ла, Ғәлимдең йөрәгенең дарҫлап типкәнен дә бик яҡшы ишеттем... Быға тиклем татымаған әллә ниндәй ят тойғолар бер аҙ ҡаушатты ла, аптыратты ла. Киске уйындан һуң Ғәлим апайымдарҙың өйөнә ҡәҙәр оҙата килде.
Торғаны бер мөғжизәле, сихри төн булды был: баҡсаларҙа алманың тоноҡ тауыш менән ергә төшкәне ҡолаҡҡа салынды, ҡуйы зәңгәр күктә, бер-береһенә күҙ ҡыҫҡандай, йондоҙҙар емелдәште, ҡайһы берҙәре күгелйем генә томан менән ҡапланған ялан яғына атылды. Ошо саҡта Ғәлим иң изге теләктәремде теләргә ҡушты. Ул мине ҡосаҡлап алып, башын башыма терәп, сәстәремде еҫкәне лә: “Йәш бесән еҫе сыға!” – тип ирендәремә үрелде. Тәүге үбешеүҙең татлылығы!.. Бер аҙға хатта тыным быуылғандай булды, тамағыма төйөр тығылды. Быға тиклем бер ҡасан татымаған тойғолар кисерҙем: унда шатлыҡ та, яғымлылыҡ та, йылылыҡ та, ниндәйҙер ләззәт тә, үҙемдең икенсе кешегә кәрәклегемде һиҙеү ҙә, шул уҡ ваҡытта бер аҙ уңайһыҙланыу ҙа бар ине...
Яңыраҡ ҡына 16 йәшем тулғандағы август шулай Ғәлимдең “Һине яратам!” тигән илерткес һүҙҙәре һәм алмаларҙың тыпылдап аяҡ аҫтына тәгәрәүе менән бер бүләк булып иҫтә ҡалды. Ғәлимдең һүҙҙәренә, уның мөхәббәтенә һәм үҙемдең һөйөүемә ышандым.
Август аҙағында мин үҙем уҡыған ҡалаға уҡырға киттем, Ғәлим дә баш ҡалаға юлланған. Йәй шулай тамамланды, юлдарыбыҙ айырылды... Тик ни өсөндөр мин Ғәлим менән ҡабат осрашырыбыҙға өмөтләндем.
Һәм бына өс йылдан һуң теге мөхәббәтле авгусымда юраған теләгем ҡабул булды: мин уның Ҡарамалыһына эшкә килдем. Тағы ла август урталары, мин – дипломлы фельдшер. Беҙҙең мөхәббәт тә дауам итә. Ғәлим дүрт курсты уҡып бөткән, бер нисә көндән – бишенсе курс студенты, бер йылдан – инженер. Йондоҙҙар атылған сихри кистә ул миңә өйләнешергә тәҡдим итте.
Мин – әле генә уҡыуын тамамлаған ҡыҙ; китап тулы бер сумаҙаным, ике күлдәгем, пальтом һәм саф намыҫымдан башҡа байлығым да, йәшәр урыным да, эшләп тапҡан аҡсам да юҡ. Шуға ла мин өйләнешеүҙе, әгәр һөйгәнемдең тәҡдиме ысын йөрәктән әйтелгән булһа, бер йылға кисектереп торорға уйланым. Их, әгәр ҙә шул саҡта тағы бер йылдан ниҙәр булырын белгән булһамсы!.. Ә ярты йылдан Ғәлимемә күҙ һалып йөрөгән баш ҡаланың бер ҡыҙы көсләшеп тигәндәй егетемә кейәүгә сыҡҡан...
Их, шул августы кире ҡайтараһы ине лә бит, тик ваҡыт ҡуласаһы ғына кирегә әйләнмәй шул. Бына шулай, һеңлем, иң матур, бәхетле тормош мәлдәре бер аҙ моңһоулыҡ менән дә һуғарылып бара икән ул. Шул мәлдәрҙе тотоп ҡалырға тырышһаң да, ваҡыт тигәнең үтә лә китә икән...
Ә хәҙер оло кеше аҡылы менән уйлайым да, Ғәлим менән мөхәббәтебеҙҙең шулай тамамланғаны, бәлки, яҡшыға булғандыр, тим. Әгәр ҙә беҙ ғаилә ҡороп, балалар үҫтергәндә ул шулай хыянат ҡылһа, быны күтәреү миңә күпкә ауырыраҡ булыр ине, тип һығымта яһап ҡуям, – тип тамамланы үҙенең хикәйәтен Мәҙинә апай.
Мәҙинә апайҙың ошо йөрәк һүҙҙәренән һуң китаптарҙа яҙылған һәм киноларҙа күрһәтелгән тәүге мөхәббәт тураһында уйландым да күптәрҙең яҙмышындағы бындай һөйөү бик һирәк осраҡта ғына тантаналы туй, бәхетле тормош менән дауам итә икәненә тағы ла бер инандым. Беренсе мөхәббәт, альбом биттәрендәге ҡәҙерле фотолар ише, күп кеше хәтерендә яҡты иҫтәлек кенә булып һаҡланалыр, күрәһең...
- Банат ВӘЛИЕВА-ЯУБАҪАРОВА