

Бөгөн, 9 сентябрҙә, Октябрьский ҡалаһында «Уйна, гармун» халыҡ байрамы үтте.
Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы булышлығында “Нур” клубының “Уйна, гармун” халыҡ байрамы республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды конкурсы еңеүсеһе булды. Быйыл фестивалдә 100-ҙән ашыу гармунсы, 19 ансамбль, 9 дуэт һәм 26 солист ҡатнашты. Башҡортостан Республиканың 12 районынан (Өфө, Яңауыл, Октябрьский, Туймазы ҡалалары һәм Туймазы, Йәрмәкәй, Дүртөйлө, Кушнаренко, Миәкә, Краснокама, Әлшәй, Саҡмағош, Бәләбәй райондарынан һәм Татарстан Республиканың биш районынан бөтәһе 223 кеше ҡатнашты.
Байрамды асыу тантанаһы «Нур» клубында үтте, гармунсылар әлеге байрамға нигеҙ һалынған Төркмән биҫтәһе урамдарынан йыр-моң, шаян таҡмаҡтар менән үтте.
Гармунсыларҙың костюмлаштырылған музыкаль сығышы халыҡ йолаларын һаҡлаусыларҙың, ветерандарҙың йәшәгән урыны буйынса туҡталыштар менән үтте. Һәр нөктәлә, яҡташтарының алҡыштары аҫтында, артистар ҙур булмаған концерт ҡуйҙы. Тантана ысын мәғәнәһендә музыкаль килеп сыҡты һәм биҫтә халҡының һәм уның ҡунаҡтарының иғтибарын йәлеп итте. Байрамда үҙенсәлекле мөхит хөкөм һөрҙө, ҡатнашыусыларҙың һәр береһе инструментта уйнаны, тамашасылар бейергә төштө. Музыка һәр йорттан, һәр мөйөштән ағыла ине. Игеҙәк Алмаз һәм Айҙар Юнысовтарҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде.
Ҡатнашыусыларҙы хакимиәт башлығы Алексей Шмелев, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Римма Үтәшева, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды хеҙмәткәре Елена Рудявко сәләмләне.
- Һеҙҙе хаҡлы рәүештә дуҫлыҡ ҡалаһы тип атарға мөмкин булған ҡалабыҙҙа сәләмләүемә шатмын. Октябрьский – ҙур нефткә бәйле тыуған ҡала, ул нефть табыусыларҙың ҙур булмаған ҡасабаһынан үҫкән. Уны үҙләштереү өсөн йәш ҡасабаға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән белгестәр йыйыла, дөйөм мәҙәни тормошҡа үҙ йолаларын өҫтәй. Ҡалабыҙ төрлө милләт вәкилдәре өсөн тыуған йортҡа әүерелгән, - тип ҡунаҡтарҙы һәм ҡала халҡын сәләмләне хакимиәт башлығы Алексей Николаевич.
Болоттар артынан ҡояш күренде, сығыш яһаусылар бер-береһен алмаштырҙы, музыка, таҡмаҡтар, халыҡ йырҙары яңғыраны. Бынан тыш, тамашасыларға ҡурай, ҡумыҙ, мандолина, аккордеон, тальян гармун, баян, Һарытау гармуны кеүек халыҡ уйын ҡоралдарының сығыштары ла тәҡдим ителде.
Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.