Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
9 Сентябрь 2022, 12:45

“Йәйғор” баҡсаһында ла Милли кейем байрамы уҙҙы

Кескәйҙәр ҙә хәҙер республикала шундай күркәм байрам барлығын яҡшы белә.

“Йәйғор” баҡсаһында ла Милли кейем байрамы уҙҙы“Йәйғор” баҡсаһында ла Милли кейем байрамы уҙҙы
“Йәйғор” баҡсаһында ла Милли кейем байрамы уҙҙы

Баҡалы районындағы “Йәйғор” балалар баҡсаһы Милли кейем көнөнә алдан әҙерләнде. Кескәйҙәр ҙә хәҙер республикала шундай күркәм байрам барлығын яҡшы белә.

Тәрбиәселәр үҙҙәре милли кейемдәр кейеп, халыҡтарҙың милли традициялары, кейемдәре менән таныштырҙы, ҡурсаҡтар эшләне. Халыҡ костюмдарының һәр элементы тураһында һөйләп, балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, уларҙың күп милләтле республика тураһындағы белемдәрен байытты.  

Башҡортостан ерендә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә һөйөү тап ошо бәләкәй саҡтан тәрән тамыр ебәрәсәк бит.

Фото: Баҡалы районы хакимиәте.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас