

Түбәнге Новгород өлкә китапханаһында "Тылсымлы һүҙ" Бөтә Рәсәй балалар киң мәғлүмәт саралары фестивале үтте. Уның төп маҡсаты - балалар баҫмаларына ярҙам итеү һәм балалар өсөн нәшер ителгән киң мәғлүмәт саралары тармағында иң яҡшы йәш журналистарҙы асыҡлау.
"Тылсымлы һүҙ" барышында Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының Ваҡытлы матбуғатҡа һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская ҡатнашлығында «2022 йылда балалар киң мәғлүмәт сараларына дәүләт ярҙамы» түңәрәк өҫтәле уҙҙы.
Фестивалгә бөтә Рәсәйҙән иң яҡшы балалар баҫмалары йыйылды. "Аҡбуҙат" журналы "Тылсымлы һүҙ" Бөтә Рәсәй конкурсының бер юлы ике махсус номинацияһында еңеү яуланы. Светлана Дзюбинская "Иң яҡшы художество ҡарары" һәм "Эшкә тоғролоҡ һәм йылдың иң яҡшы социаль акцияһы" өсөн "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллинаға Дипломдар тапшырҙы.
Ҡотлайбыҙ "Аҡбуҙат"тарҙы!
Фото: Лариса Абдуллинаның социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.