

Башҡорт һәм татар эстрадаһының сағыу йондоҙҙары Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар быйылғы йәйҙе Зинираның яғында — Башҡортостандың Ҡариҙел районындағы Хәлил ауылында ял итеүҙәре хаҡында яҙып үткәйнек инде. Баҡтиһәң, әле Рамаҙановтар Төркиәлә ял итә икән. Зинира үҙенең стористарында төрөк ҡунаҡханаһы менән таныштырған, йылы яҡта үҙҙәренең нисек ял итеүен төшөргән. Үҙенең купальниктағы фотоһын да ҡуйған. Ошо фотоһын күргән социаль селтәрҙәге дуҫтары Зинира Рамаҙановаға ҡарата төрлө комментарийҙар яҙып та өлгөргән.
"Башҡалар сисенә тип..."
"Бер ҙә килешмәй был ҡиәфәтең, балаҡайым".
"И, әле мин әсәйемде уның концертына алып барырмын тигән инем", - тип "тәнҡит уты"на тотоусылар ҙа табылған.
Шулай ҙа күптәр йырсыны яҡлап яҙыу ҡалдырған: "Зинира диңгеҙҙә ял итә. Унда бер кеше лә кейенеп йөрөмәй бит, ниндәй ояты бар инде", "Шәшке тун кейеп ҡыҙынһыңмы?", "Нимә эшләгән әле ул? Үҙегеҙҙән ғәйеп эҙләгеҙ, йәме".
Беҙгә ҡалһа иһә, яратҡан йырсыларыбыҙға йылы яҡтан көс һәм дәрт туплап, илһам алып ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Фото: starbiography.ru