

Яҙыусыларҙың, шағирҙарҙың күбеһенең ижади эшмәкәрлеге журналистиканан башлана. Был элек тә шулай булған, әле лә. Улар гәзит-журналдарҙа, радио-телевидениела икмәген таба, эштән буш ваҡыттарында йәки төндәрен илһамын елкән итеп киреп, әҙәби ижадҡа юл ала. Кемдәрелер әҙәбиәт майҙанына тиҙ үк барып етә, бәғзеләре тотҡарланыбыраҡ китә. Ә инде унда аяҡ баҫыуын-баҫҡас, үҙҙәрен шунда илткән журналистика һуҡмағын онота. Матбуғаттағы, радио-телевидениелағы тема һайлау, геройҙар табыу, проблема ҡуйыу һәм уны асырға тырышыу, һүрәтләү оҫталығына ынтылыу, хатта мәҡәләгә исем уйлау кеүек этаптарҙа ҡара тир түгә-түгә әлеге һуҡмаҡты таҡырайтмаһалар, алдарында әҙәбиәт ҡапҡалары асылыр инеме икән?!
Ҡойоп ҡуйған һүрәт кеүек...
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың пенталогия авторы булараҡ танылыу яулағанға тиклем редакцияларҙа хәбәрсе һәм мөхәррир булып эшләүен, журналистың көндәлек хеҙмәте менән ҡәләм сарлауын иҫәпкә алмаһаҡ, йылғаны йылға иткән, уны тулыландырған, ҡеүәтләндергән инештәрҙе һәм шишмәләрҙе һанламау булыр ине. Шул фекерҙән сығып, яҙыусының журналист эшмәкәрлегенә күҙ һалайыҡ.
Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы 2000 йылда “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың саҡырыуы буйынса Сибайҙан Өфөгә күсеп, редакцияға эшкә килә. Журналдың аяҡҡа баҫып килгән сағы, коллектив ҙур ҙа, көслө лә. Унда эшләгән Рәүеф Насиров, Рәшит Шәкүр, Мәүлит Ямалетдин, Рәмил Йәнбәков, Миңлеғәле Яҡупов, Ризван Хажиев, Сәлимйән Бәҙретдиновтарҙың исемдәрен әйтеү генә лә ни тора!
2000 йылдың 10-сы һанында журналда Таңсулпан Ғарипованың да исеме күренә – Сибай башҡорт дәүләт театры директоры һәм художество етәксеһе Дамир Ғәлимов тураһында “Алтыны уның – театр” тигән тәүге һүрәтләмәһе баҫылып сыға.
Һүрәтләмә (зарисовка) – журналистикала киң билдәле художестволы жанрҙарҙың береһе.
Ошо урында “жанр” һәм “художестволы жанр” тигән төшөнсәләрҙе асыҡлап китеү урынлы булыр. Жанр – ул объектты, ваҡиғаны, фактты яҡтыртыу, билдәле идеяны, фекерҙе тормошҡа ашырыу формаларының береһе, йәғни тотороҡло билдәләре һәм тейешле структураһы булған форма.
Журналистика жанрҙары өс ҙур төркөмгә бүленә: информацион, аналитик һәм художестволы-публицистик. Һуңғыһын ҡайһы берҙә художестволы-документаль тип тә йөрөтәләр.
Художестволы-публицистик жанрҙарға, үрҙә әйтелгән һүрәтләмәнән тыш, очерк, эссе, фельетон һәм башҡа сатирик жанрҙар инә. Журналистика теорияһын өйрәнеүсе ғалимдар араһында был исемлеккә көләмәсте, тормош тарихтарын индереүселәр ҙә, легендаларҙы, рецензияны һанаусылар ҙа бар, әммә күпселек очерк, һүрәтләмә, эссе, фельетон һәм пафлет менән сикләнә.
Шулай итеп, республика кимәлендә донъя күргән олпат баҫмалағы эшен Т. Ғарипова һүрәтләмәләр яҙыуҙан башлай һәм һан һайын тиерлек берәрҙе сығарып тора. Дамир Ғәлимовтан һуң 11-се һанда Флүрә Килдейәрова (“Күңелемә халыҡ йыры яҡын”), 12-се һанда Гөлдәр Моратова хаҡындағы (“Гөлдәр, Гөлдәр, Гөлдәр”) һүрәтләмәләре донъя күрә. 2001 йылдың 1-се һанында Ноғман Мусинға арналған “Ноғман урмандары”, 2-се һанда “Шәхес эҙләйем” (Луиза Фәрхшатова), 4-се һанда “Театрҙың алтын бағанаһы” (Рәмилә Хоҙайғолова,) 5-се һанда “Ғәҙел бүләкһең һин халҡыңа” (Ғәҙилә Бүләкова) баҫыла.
Бай һәм һутлы тел менән яҙылған, йылылыҡ һәм ихласлыҡ бөркөлөп торған һүрәтләмәләр, еңел генә уҡылып, шунда уҡ күңелгә инеп ултыра. Бының бер сере шунда: автор геройҙарының биографияһына йәбешеп ятмай, һөйләм һайын уларҙың нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуғанын, нисәнсе йылда мәктәпте тамамлағанын, ҡасан өйләнгән йәки кейәүгә сыҡҡанын хәбәр итеп, һандар, даталар менән башты ҡатырмай. Был дөрөҫ тә, сөнки күпселек осраҡта улар бөтөнләй кәрәкмәй ҙә бит, тик ни өсөндөр хәҙер журналистар берәй кеше тураһында яҙа башлаһа, иң беренсе йылдарҙан торған бағаналарҙы ултыртып сыға. Шулар араһында баҫма һуҙа, күпер һала (кемдеке – баҫма, кемдеке күпер килеп сыға инде). Бағаналарҙы алып ташлаһаң, әҫәрҙе тотоп торғандай бер нәмә лә ҡалмай ҙа ҡуя...
Таңсулпан Ғарипованың бер нисә һүрәтләмәһен ҡарап үтәйек.
“Ул үҙенең Түбә руднигында үткән бала сағын хәтерләп тә бөтмәй, – тип яҙа Т. Ғарипова Дамир Ғәлимов тураһында. – Таусылар ҡасабаһындағы барлыҡ балалар кеүек, ул да, моғайын, алтын фабригының гөрләп эшләүен тыңлағандыр, “пар йырлаған тауышҡа заводҡа бегун йүгереүен” күргәндер, шунда үҫкән балалар кеүек фабриканан сыҡҡан һыуҙа ҡойонғандыр, алтыны айырып алынған ҡом тауҙары – отвал башына ятып, Ирәндек тауҙары хасил ҡылған Ҡараташ, Йәнгүҙәй, Күсемташ, Ҡырҡты һырттарына, улар өҫтөндә һәлмәк өйөрөлгән ҡыйғыр бөркөттәргә, сикһеҙ йыһандарға баҡҡандыр, малайҙар менән бергә Сапсал һыуҙарында ҡойонғандыр... Моғайын, шулай булғандыр”.
Күренеүенсә, автор геройының бала сағын үҙенең фаразлауы аша яҡтырта. Һәм был фараз шулай булған, былай булған тип раҫлағанға ҡарағанда ла үтемлерәк, сөнки геройҙың бала сағы “Таусылар ҡасабаһындағы барлыҡ балаларҙыҡы кеүек”. Үҙе лә бала сағында Түбә ҡасабаһында аҙмы-күпме йәшәп киткән кеше булараҡ, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙына был ауыл тормошон һүрәтләү бер ни тормаҫ ине, ләкин ул, ҡайһы бер авторҙар кеүек, мин үҫкәндә шулай ине тип, үҙе тураһында һөйләү менән дә мауығып китмәй, үҙенең бала сағындағы кисерештәрен геройына көсләп таҡмай.
Һүрәтләмәлә тауҙар образы бар, ижадты мин тауҙарға оҡшатам, тип билдәләй автор һәм артабан герой яҙмышындағы ижад бейеклектәрен барлай. “Тауҙарҙың да башланған, бейегәйгән, ҡапыл ҡая булып һынланған, уйылған, тағы ҡалҡҡан, түбәһе менән болот айҡаған урындары бар. Кешенең, ижад кешеһенең ғүмере лә ана шул тауҙар кеүек төрлө миҙгел-һырттарҙан торалыр”. Малайҙың бәләкәй сағында – кескәй түбәләстәр, үҫә килә тауҙар ҙа бейегәйә. Шәхестең хыял-маҡсаттары ла үҫә, ҙурая.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт театрында директор һәм художество етәксеһе булып эшләгән йылдар Дамир Ғәлимов ижадының иң бейек нөктәһелер тигән һығымта яһай Т. Ғарипова. Хәйер, һүрәтләмәне уҡыған уҡыусылар үҙҙәре лә шундай фекергә килә, сөнки әҫәрҙең логик үҫеше шуға алып бара.
Даталарға бәйләмәй генә лә шәхестең портретын асып булыуға миҫал итеп Гөлдәр Сабит ҡыҙы Моратова хаҡындағы һүрәтләмәне лә килтереп була. “Үҙен белә-белгәндән халыҡ араһында йәшәгән, ауыл ҡатындарының йыр-моңон күкрәгенә һеңдереп, улар менән бергә бәпкәһен дә көткән, ырҙын табағында ла эшләгән, бесән дә сапҡан, көтөү ҙә көткән, гармунын да тартҡан ҡыҙ”. Бына ошолай ыҡсым ғына теҙеп сығыла геройҙың характерын сыныҡтырған тормош һикәлтәләре. Ысынлап та, уҡыусыға Гөлдәр Сабит ҡыҙының нисәнсе йылда ырҙын табағында эшләп, ҡасан көтөү көткәне нимәгә кәрәк? Һорау алыу протоколы түгел дә инде.
Т. Ғарипованың һүрәтләмәләрендә осраҡлы бер ни ҙә юҡ: һәр образ, һәр деталь уйланылған, һөйләмдәрҙең, һүҙҙәрҙең дә артығы-кәме юҡ. Уларҙың һәр береһе үҙ урынындағы бурысын үтәй ҙә камил бер әҫәр хасил итә. Ирекһеҙҙән, билдәле совет публицисы Анатолий Аграновскийҙың “Хорошо пишет не тот, кто хорошо пишет, а тот, кто хорошо думает”, – тигән һүҙҙәре иҫкә төшә.
Уйлап яҙыу нисек була икәнен “Театрҙың алтын бағанаһы” (№4, 2001) тигән һүрәтләмәлә күрергә була.
Автор актриса Рәмилә Хоҙайғолованың тыуған ауылын ошолай һүрәтләй: “Тормошта һирәк осрай торған талант эйәһенең тыуған ере икәнен белгәс, ҡар ҡаплаған ҡыр-туғайҙарға айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән баҡтым. Ҡырҙары ҡәҙимге ҡыр, тауҙары ла әллә ҡайҙа китмәгән, ауылы ла мин күргән ауылдарҙан әллә нимәһе менән айырылып тормай. “Ғәжәп, – тип уйланым эсемдән. – Әллә талант эйәләрен ер түгел, Күк тыуҙыра микән?!”
“Ҡар ҡаплаған ҡыр-туғайҙарға айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән баҡтым”, – ти ул. “Айырым бер ҡыҙыҡһыныу”, етмәһә, “ҡар ҡаплаған ҡыр-туғайҙарға”, һис тә сәскәләрҙән күҙ ҡамашҡан ялан-туғайҙарға йәки йәмле йылға-күл буйына түгел! Их, ана шул айырым бер ҡыҙыҡһыныу менән бағыу етмәй шул күптәребеҙгә. Юҡһа беҙҙең гәзит-журнал биттәрендәге бөтә яҙыусы, артист, уҡытыусы йәки һауынсылар мотлаҡ “Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһендә” тыумаҫ ине! Был һөйләм радио-эфир тулҡындарында ла туҡтауһыҙ ҡабатлана торғас, йәнһеҙ шаблонға әйләнде, ул ғына түгел, ҡайһы бер ҡәләмдәштәребеҙ быны үҙҙәренең геройының ҡаҙанышы итеп күргәндәй тойола башланы хатта.
Һүрәтләмә художестволы-публицистик жанрҙар төркөмөнә ҡарай, тигәйнек. “Художестволылыҡ” тигән һүҙ, унда информацион жанрҙан айырмалы рәүештә, ижад иркенлеге булыуын аңлата. Образлылыҡҡа, Таңсулпан апайҙыҡы ише фаразлауҙарға, ирекле һүрәтләүҙәргә юл ҡуйыла, тимәк. Дөрөҫлөккә хилафлыҡ килтермәй генә, әлбиттә.
Кешеләр, бигерәк тә ҙур шәхестәр тураһында уҡығанда уларҙың сираттағы еңеүен белеүгә ҡарағанда уңыштарға ниндәй һынауҙар аша килеүе, ниндәй кәртәләр үтеүе мөһим уҡыусы өсөн. Уңышһыҙлыҡтарҙы нисек кисергән, ауыр саҡтарҙы нисек үткәргән? Тап шулар геройҙың эске донъяһын асырға ярҙам итә, характер үҫешен сағылдыра. Ә инде был үҫеште күрһәтеүгә үҙенсәлекле образдар, йәнле һүрәтләүҙәр ҙә йәлеп ителһә, һүрәтләмәнең эмоциональ йоғонтоһо көслө була.
“Зөлхизәгә килә ышанғым” (№9 2002) – быға асыҡ миҫал. Ул хореограф Зөлхизә Ҡолбәйетова тураһында. Һүрәтләмәнең башында уның бала сағынан шундай эпизод килтерелә. Ҡыҙ, һеңлеһе Рузиләне санаға ултыртып, тау шыуырға китеп бара. Ҡаршыға килгән ат, ҡапыл ғына нимәнәндер өркөп, сананың өҫтөнән үтеп китә.
“Үлде Рузилә, үлде”, – ҡурҡышынан ҡар ише ағарған Зөлхизә алға йүгерә һәм иҫенә килгәндә медпункт болдоро аҫтында ултырыуын аңлай. Ҡурҡыуынан илай ҙа алмай ҡатып ҡалған ҡыҙ әллә биш, әллә алты сәғәт шунда ултыра”. Ниндәй драматик башланғыс!
Автор шулайтып баштан уҡыусыһын арбап ала ла ысҡындырмай, ҡыҙҙың бәләкәй генә көйө атаһының үлемен кисергәнен хәбәр итә. “Хәҙер инде шундай уҡ ҡайғыға, туғанын үлтереп, Зөлхизә сәбәпсеме? Их, ниңә Малбай ағайҙың аты Зөлхизәнең үҙен генә тапаманы икән?!”
Эмоциональ көсөргәнеш артҡанда-арта. “Ҡыҙ хатта үҙенең үлгән килеш урындыҡта ятыуын, хушлашырға килгән ағай-апайҙарының уны тирәләп илашып ултырыуын да күҙ алдына килтерә”...
Уҡыусыла хис-тойғо уятыу, төрлө кисерештәр аша тәьҫир итеү – художестволы-публицистик жанрҙарҙың төп сифаттарының береһе. Әҫәргә эмоциональ йөкмәтке биреү менән бик оҫта эш итә Ғарипова. Беҙ тәүҙә Зөлхизәне йәлләйбеҙ, аҙаҡтан уның һеңлеһенең бер ниндәй ҙә зыян күрмәгәнен уҡып шатланабыҙ. Ошондай уттан алып һыуға һалыуҙар бер нисә тапҡыр ҡабатлана әҫәрҙә. Улар әкренләп уҡыусыны героиня тормошондағы тулҡындарға көйләй.
Эмоциональ тәьҫире буйынса һис тә ҡайтыш булмаған тағы бер күренеш. Зөлхизә бейеүсе булырға хыяллана. Башына батмус ултыртып бейегәне бар. “Ә бына бер көндө әсәһенең ҡәҙерләп кенә тотҡан сынаяҡтарын батмусҡа теҙеп башына ултырта ла һинд ҡыҙы булып әйләнә-әйләнә йырлап ебәрә. Сирәм дә, ҡояш та, һуйыр таштарға эленеп торған ямғыр тамсылары ла гүзәл һинд ҡыҙының моңона ҡушылып әйләнә. Тик. Аһ! Зөлхизә тайып йығылған еренән башын күтәргәндә, затлы сынаяҡтарҙан ярсыҡтар ғына тороп ҡалғайны...”
Ошо юлдарҙы уҡығанда үҙеңдең тормошонда булған оҡшаш ваҡиғаны иҫкә төшөрәһең, кисерештәр яңырып киткәндәй. Зөлхизә хәҙер беҙгә бөтөнләй үҙ кеше булып китә. Уҡытыусылар уға “Һин һуғыш суҡмарынан ниндәй кеше сыҡһын” тигәндә Зөлхизә менән бергә беҙ ҙә ғәрләнәбеҙ, Учалы музыка училищеһын ташлап ҡайтҡан икән, уныһын да аңлап ҡабул итәбеҙ. Уның ҡарауы бит ул хыялына яҡынайҙы, ана, хәҙер “Ләйсән” ансамблендә бейеп йөрөй, әммә Зөлхизәне Германияға гастролгә алмайҙар. Күҙ йәштәренә ирек бирә ҡыҙ. Ундай ғәҙелһеҙлектәр кемдең генә тормошонда булмаған! Беҙ инде Зөлхизә урынында үҙебеҙҙе күрәбеҙ.
“Зөлхизәгә ышанырға була, – тип тамамлана һүрәтләмә. – Быны ул үҙенең булмышы, халҡын яратҡан йөрәге һәм тәбиғәт биргән сағыу таланты менән раҫланы”. Әгәр ҙә Т. Ғарипова беҙҙе Зөлхизәнең тормошонда булған башлауҙар һәм ташлауҙар, үрләүҙәр һәм түбән тәгәрәүҙәрҙең шаһиты итмәһә, уның яҙмыш менән бәхәсләшә-яғалаша үҫеүен күрһәтмәһә, бындай йомғаҡлау матур һүҙ өсөн генә яҙылған кеүек ҡабул ителер ине. Публицист тотҡан ерҙән һындырмай, бына ошолай яйлап-яйлап ҡына беҙҙән геройын яраттыра, уға ышандыра.
Һүрәтләмәнең исеме – авторҙың матур табышы. “Мөғжизәгә килә ышанғым” тигән йырҙың һүҙҙәрен саҡ ҡына үҙгәртеп алыу әҫәргә поэтик төҫ биреп, үҙенә тартып тора.
Ҡулъяҙмаға исем ҡуша белеү: мәҡәлә булһынмы ул, очеркмы – бик етди мәсьәлә. Үҙенең яҙғандарына исем өсөн генә атама ҡуйыусылар ҙа бар арабыҙҙа. Йөкмәткеһенән сығып, ниндәй жанрҙа яҙылыуына ҡарап, ҡайһы баҫмаға тәҡдим итеүгә лә иғтибар итеп атама биргәндә әҫәр өр-яңы яңғыраш алырға мөмкин. Т. Ғарипова публицистикаһында ошо йәһәттән үрнәк булырҙай миҫалдар әлеге һүрәтләмәнән башҡа ла етерлек.
Очерктары актуаллеген юғалтмай
Эреле-ваҡлы һүрәтләмә менән сығыш яһағандан һуң (улар араһында бик ҡыҫҡа ғыналары ла, ярайһы уҡ күләмлеләре лә бар) Таңсулпан Ғарипова ҙурыраҡ жанрға – очеркка, атап әйткәндә, портрет очерктарына тотона. Һүрәтләмәнән айырмалы рәүештә, унда ижади портрет тыуҙырыу ғына етмәй, геройҙы көнүҙәк проблемалар солғанышында сағылдырыу, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләү мөһим. Хәл-ваҡиғалар ҙа киңерәк планда алына. Художестволылыҡ күпкә байыраҡ була, публицистика көслөрәк яңғырай.
“Ерҙең ысын хужаһы” – журналистың тәүге очерктарының береһе, ул 2003 йылда “Ватандаш”тың 2-се һанында баҫылып сыға.
“Эшҡыуар” конкурсына тәҡдим ителгән очеркка Ғ. Сәләмдең шиғри юлдары эпиграф итеп алынған: “Әйтсе, бурыл, әйтсе, йәшәү өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?” Ул төп герой Рәйес Суриндың күңелендә ҡайнаған хис-тойғоға ауаздаш, уның даими эҙләнеү юлында булыуына ишаралай.
Ваҡиғалар 90-сы йылдар башында Хәйбулла районында бара. Ҡара таңдан төнгә саҡлы колхоз эшенә сумған Рәйес менән Рәхилә, инде өс бала ата-әсәһе, арттарына әйләнеп ҡарайҙар ҙа ғүмерҙең аҡҡан һыу кеүек эҙһеҙ үтеүенә аптырайҙар. Рәйестең атаһы 40 йылдан ашыу колхозда баш күтәрмәй эшләп үлеп китә. Әсәләре ҡара эштән, донъя көтөүҙән миктәп донъя ҡуя. Ошондай тормош хаҡында хыялланғайнымы Рәйес?
“Колхоз нишләтә? Һеркәләтә, бетләтә”, тигән таҡмаҡтағылай, күпме эшләһәң дә ул убытоктан сыҡмай. Ниңә сыҡмай? Ниңә ул рентабелле түгел? Ни өсөн ауыл хужалығы техникаһы ҡиммәт, ә улар етештергән продукция шул тиклем арзан? Ни өсөн һабанға үгеҙ егеп, иген иккән олатаһының ике ҡатлы өйө, тирмәне, лавкаһы булған, ә уның атаһының һәм улдарының һөйәлле ҡулдарынан һәм бер һандыҡ Маҡтау ҡағыҙынан, орден-миҙалдарынан башҡа бер нәмәһе юҡ? Көҙ еткәс, планды үтәгәндән тыш, һепертке менән һепереп, келәттәрҙе ялтыратып, булған иген хөкүмәткә оҙатыла”.
Бына ошолар тынғы бирмәй Рәйескә. Хәйер, уға ғынамы икән, 90-сы йылдар башында ауылда йәшәгән күптәрҙе борсоған һорауҙар бит улар. Колхоз-совхоздар бөтөрөлөп, кешеләр эшһеҙ ҡалған, эшләгәндәре лә аҡсаһын ала алмай йонсоған, тотош ил халҡының сараһыҙлыҡтан нишләргә белмәй ары һуғылып, бире һуғылған мәле. “Әйтсе, бурыл, әйтсе, йәшәү өсөн ҡайһы һуҡмаҡ менән баралар?” – тип төбәп өндәшер бер кем дә, бер ни ҙә юҡ. Ул йылдарҙа барыр һуҡмаҡ ҡына түгел, ҡиблаларын юғалтып, тормош һаҙлығына батҡандар, тамаҡ хаҡына енәйәткә барғандар, анһат юл менән байыу өсөн барлыҡ ҡиммәттәрҙе тапап үткәндәр аҙ булманы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы.
Тотош илде ялмап алған көрсөк проблема артынан проблема тыуҙыра. Ә проблема бар ерҙә конфликт та бар. Таңсулпан Ғарипова ауылдағы ваҡиғаларҙы шулар аша һүрәтләй. Тәүге конфликт халыҡ йыйылышында барлыҡҡа килә.
“Йәмәғәт, көндән-көн насараябыҙ. Алға китеш юҡ. Хөкүмәткә муйындан бурысҡа баттыҡ. “Вәзәм” колхозы ҡала, бурыстары менән. Беҙ икенсе хужалыҡ төҙөйбөҙ. Мал, техника беҙгә күсә. Яңы хужалыҡты үҙем етәкләйем, эскәндәрҙе, ялҡауҙарҙы алмайым, – тип иғлан яһай Рәйес ауылдаштары алдында.
– Кәрәкмәй! Торһон колхоз! Уны ниңә бөтөрөргә?! – тип ҡысҡыралар урындан. Һиҙә Рәйес: эскәндәр ҡысҡыра, эшһеҙ ҡалырҙарын тоялар”.
Ауыл икегә бүленә. Бер яҡта иҫке ҡалыптан сыға алмай колхозға йәбешеп ятыусылар, икенсе яҡта – яңылыҡҡа ынтылғандар, яҙмыштарын үҙ ҡулына алырға теләүселәр. Әҫәрҙә был ҡапма-ҡаршылыҡтың тәрәнәйә барыуы күрһәтелә: колхоз бөлгәндән-бөлә, яңы хужалыҡтың күрһәткестәре яҡшырғандан-яҡшыра.
Ваҡиғаларҙың кульминация нөктәһе ауылдаштарҙың Суринға ышаныс күрһәтеп, ауыл старостаһы итеп ҡуйыуында.
Быныһы очерктағы ярылып ятҡан төп конфликт булһа, икенсеһе ҡапыл-ғара күҙгә ташланып та бармай. Ул геройҙың эске донъяһында барлыҡҡа килгән киҫкенлек.
Уңышлы фермер шәхси хужалығында дүрт һыйыр аҫрай. Ни өсөн?
“Быны аңлатыуы ҡыйыныраҡ, – ти ул үҙе. – Бына минең Әүхәҙи олатайым бай булған. Әммә революция ваҡытында ике ҡатлы өйөн емереп ташлағандар, үҙен төрмәгә тыҡҡандар. Малдары тау битен иңләп йөрөгән бай ғүмеренең ахырын каторжандарға итек тегеп тамамлаған”.
Эйе, бер яҡтан, Рәйес илдә башланған үҙгәрештәрҙе тойған, районда беренселәрҙән булып крәҫтиән-фермер хужалығын ойошторған, икенсе яҡтан, ул был сәйәсәткә ышанып та етмәй. Шуға ла шәхси хужалығын запас аэродром итеп тота.
Көндән-көн уйланыуына, тынғыһыҙланыуына ошо ла сәбәпсе, ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар менән йәшәүе бер кемгә лә анһат түгел.
“Ошо һөйләшеүҙе әле хәтергә төшөрһәм дә йөрәк һыҙылып ҡуя: Рәсәй-әсәйебеҙгә үҙенең балаларына ышанмау, киләсәктәрен томанлы яһау сәйәсәтен тағы күпме дәүер үткәрергә була? Халыҡ хәтерендәге ҡыйралған яҙмыштарҙы, төн эсендә малдарҙы бысаҡлап, игендәрҙе яндырып, иртәгәһенә хәйерсе моҡсайын аҫып, ил буйлап киткән, йә булмаһа, баштары алыҫ Себерҙә ятып ҡалған ырыуҙаштарыбыҙҙы нисек онотмаҡ кәрәк? Эйе, мин аңлайым Рәйесте. Тиҫтәләрсә йыл буйы үҙ граждандарын ихтирам итмәү сәйәсәте алып барған хөкүмәткә ышаныуҙары, ай-һай, еңел түгелдер”, – тип һығымта яһай автор.
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА