

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың милли әҙәбиәт һәм мәҙәниәт үҫешенә өлөшө” темаһына Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара яҙыусының 75 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторолдо.
Конференция Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Милли әҙәбиәт музейы, Мәжит Ғафури мемориаль йорт-музей, республиканың Яҙыусылар союзы һәм башҡа ойошмаларҙың берҙәм тырышлығы менән уҙғарылды.
Сараны республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов сараны асты. "Таңсулпан Ғарипова – ул ысын халыҡ яҙыусыһы. Уҡыусыларының уның әҫәрҙәрен яратыуы тап ошо турала һөйләй. Белеүегеҙсә, “Бөйрәкәй” романы - башҡорт әҙәбиәтендә иң уҡымлы китаптарҙың береһе. Етмешенсе йылдарҙан алып ижад иткән яҙыусы барыбыҙ өсөн дә эшһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә. Уның ижады менән республикабыҙ данлана”, - тине ул һәм юбилярға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Әҙибәне төрлө ойошмалар етәкселәре тәбрикләне, Баймаҡтан яҡташтары ла килеп ҙурланы. Конференцияның пленар өлөшөндә сығыш яһаусылар халыҡ яҙыусыһының ижадын төрлө яҡлап баһаланы. Таңсулпан Ғарипованың пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдән өҙөк күрһәтелеүе уның төрлө жанрҙарҙа оҫта ижад итеүен сағылдырҙы.
"Көҙ миҙгеленең төрлө ваҡыты була: ямғырлы, ҡараңғы мәлдәре лә, бөгөнгөләй аяҙ, сыуаҡ көндәре лә. 75 йәш – кешенең ҡояшлы көҙөлөр, тип уйлайым. Әлбиттә, мин яҙыу менән генә шөғөлләнмәнем. Ун биш йыл мәктәптә эшләнем, ғүмеремдең ҙур өлөшө матбуғат менән дә бәйле. Былар барыһы ла ижадыма йоғонто яһамай ҡалманы. “Изгелек ҡыл да һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер”, тиҙәр. Бөгөнгө конференция ғүмер буйы башҡарған изге эштәремдең өҫкә ҡалҡыуылыр. Халҡың өсөн янмаһаң, халҡың былай ҙурламаҫ ине. Рәхмәт уҡыусыларыма, халҡыма һәм был конференцияны ойоштороусыларға. Бөгөнгө сара башҡорт әҙәбиәтен ҙурлауҙы ла сағылдыра. Тимәк, әҙәбиәткә халыҡ битараф түгел. Әҙәбиәт йәшәй икән, милләт тә йәшәйәсәк", - тине халыҡ яҙыусыһы.
Таңсулпан Ғарипованың ижадын хөрмәт иткән уҡыусылары, ҡәләмдәштәре бихисап йыйылды эшлекле осрашыуға, хатта Мәскәү, Татарстандан да килеүҙәре конференцияның мәртәбәһен күтәрҙе.
Автор фотолары.