

Быйыл Башҡорт АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республиканыһың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лек Вәли улы Вәлиевтең вафатына 30 йыл тулды. 12 сентябрҙә Учалы районының Учалы ауылындағы зыяратта яңыртылған ҡәбер ташы урынлаштырылды.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Салауат башҡорт дәүләт драма театры коллективтары вәкилдәре һәм әүҙем йәмәғәтселек, туғандары һәм дуҫтары Лек Вәлиевтең ҡәберенә барҙы, сәнғәт эшмәкәренең яҡты рухына доға бағышланы.
Кисен Лек Вәлиев иҫтәлегенә Учалы филармонияһында "Ҡоштар осоп ҡайтмаҫ ерҙәрҙә булһаң да, һин мәңге беҙҙең хәтерҙә" тип аталған хәтер кисәһе үткәрелде, фойела режиссерҙың дипломдары, грамоталары, ҡульяҙмалары, спектаклдәренән фотоһүрәттәр, мәҡәләләр, буклеттар ҡуйылды.
Лек Вәли улы Вәлиев 1935 йылдың 19 апрелендә Башҡортостандың Әлшәй районының Раевка ауылында тыуған. 1959 йылда Мәскәү ер-төҙөлөш инженерҙары институтын, 1965 йылда Ленинград театр, музыка һәм кинематография институтын тамамлаған. Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә беренсе эшен – В. Сәйфуллин һәм Л. Елшанкиндың «Умырзая» драмаһы буйынса спектаклен (1964) ҡуя. 1968 йылдан Салауат башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссёры була.
1965–1987 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 1971-1981 йылдарҙа – ошо театрҙың баш режиссёры. 1987–1990 йылдарҙа – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында режиссёр. 1990–1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры режиссёры була.
Л. Вәлиевтең художестволы алымы Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә айырыуса ныҡ сағылыш таба. Спектакль Яҡын Көнсығыш илдәрендә беренсе совет дипломатының батырлығына һәм СССР-ҙың 60 йыллығына бағышлана һәм ул дәүерҙә республиканың мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиға булып ҡабул ителә.
Лек Вәли улы республика режиссура мәҙәниәтенең иң күренекле вәкилдәренең береһе булып тарихҡа инде.
Фото: vk.com/bashdram.