Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Сентябрь 2022, 03:30

"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды

Автор ун картинаһын М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына, өс эшен Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына тапшырҙы. 

"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды

13 сентябрҙә Өфөлә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Санкт-Петербург художество академияһының ғилми-тикшеренеү музейы ярҙамында рәссам Евгения Васильеваның "Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды. Ул Михаил Нестеровтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арналған. 

Тантаналы сарала республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡатнашты.

- "Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһенең бында урынлашыуы юҡҡа түгелдер. Беҙ үҙенсәлекле музейҙа торабыҙ, ул үҙенә Лаптевтың утарын һәм заманса күргәҙмә киңлеген берләштерә. Бөгөнгө күргәҙмә - ул да ваҡыт, дәүерҙәр бәйләнеше, ҡайҙа китергә белмәгәндә, туҡтау, артҡа ҡарау һәм үткән юлыңа байҡау яһау мөмкинлеге. Был күргәҙмә ҡасандыр ваҡыттың туҡтауы һәм беҙ мәңгелеккә китеүебеҙ тураһында иҫкәртә. Нимә эшләүебеҙ, нимә бар, үҙебеҙҙән һуң нимә ҡалдырыуыбыҙ тураһында уйланырға мәжбүр итә, - тине министр.

Сарала Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты  рәйесе Тәлғәт Тажетдин, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры Айрат Тереғолов сығыш яһаны.

Күргәҙмә 13 ноябргә тиклем дауам итә.

Автор фотолары. 

"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
"Ваҡыт һәм мәңгелек" күргәҙмәһе асылды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас