Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентябрь 2022, 17:00

Ксения Галецкая менән Иван Здонюк килә

Белорус эстрадаһының билдәле йырсылары Башҡортостан тамашасылары менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә. 

Ксения Галецкая менән Иван Здонюк киләКсения Галецкая менән Иван Здонюк килә
Ксения Галецкая менән Иван Здонюк килә

«Славян баҙары 2019» һәм «Sanremo Junior 2021» (Италия) конкурстарында Гран-при яулаусы Ксения Галецкая һәм «Славян баҙары 2019»-ҙың призёры, «Йылдың иң яҡшы йырсыһы» номинанты Иван Здонюк «Транспорт һәм төҙөлөш» халыҡ-ара конгресы майҙансығында сығыш яһай.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 19, 20 һәм 21 сентябрҙә Өфө бөтә Рәсәйҙән һәм сит ил партнерҙарынан транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендәге профессионалдарҙы йәлеп итеү үҙәге буласаҡ.

Бөтә саралар ҙа Сик урамы, 178 адресы буйынса Ворлдскилз чемпионаты майҙансығында уҙа.

Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн автобус маршруты һәм «Декатлон» магазины янында туҡталыш була, унда «Конгресс паркы» майҙансығы биләмәһенә инергә мөмкин.

Фото: sozh.info

 

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас