Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентябрь 2022, 10:30

Мәшһүр композиторҙы иҫкә алдылар

Бөгөн күренекле  композитор, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына - 105 йыл.

Мәшһүр композиторҙы иҫкә алдыларМәшһүр композиторҙы иҫкә алдылар
Мәшһүр композиторҙы иҫкә алдылар

Бөгөн күренекле башҡорт композиторы, йәмәғәт эшмәкәре, СССР-ҙың Композиторҙар союзы ағзаһы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына - 105 йыл.

Күренекле композиторҙың тыуған көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уның ғаиләһе менән йәшәгән йорт янында иҫкә алыу сараһы ойошторҙо. Сарала ҡатнашыусылар  –  композиторҙың туғандары, йәмәғәтселәр Ленин урамындағы 43-сө йортҡа ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалды. Бында композитор  1959-1997 йылдарҙа йәшәгән, үҙенең төп әҫәрҙәрен дә тап ошонда яҙған.

Рафиҡ Сәлмәнов 1917 йылда Башҡортостандың Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыуы, музыка менән мауығыу уны профессиональ музыка сәнғәтенә килтерә. 1947 йылда Рафиҡ Сәлмәнов П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы ҡарамағындағы башҡорт студияһы студенты була. Уҡыуҙы тамамлағас, ул Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм республиканың музыкаль-йәмәғәт тормошона әүҙем ҡушыла: Башҡортостан радиоһының музыкаль мөхәррире, БАССР-ҙың Сәнғәт эштәре буйынса идаралығы ҡарамағындағы фольклор кабинетының ғилми хеҙмәткәре, Республика халыҡ ижады йортонда музыкаль консультант булып эшләй һәм етәкселек итә. Рафиҡ Сәлмәнов Башҡортостан Композиторҙар союзына ҡабул ителә, һуңынан бер нисә тапҡыр БАССР Композиторҙар союзы идараһы ағзаһы итеп һайлана.

Р. В. Сәлмәновтың ижадының төп сығанағы булып башҡорт халҡының бай музыкаль мираҫы хеҙмәт итә. Композиторҙың музыка өлкәһендәге ижади эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә уның "Туған моңдар", "Һиңә, минең йырым", "Хор өсөн ун башҡорт халыҡ йыры", "Йырҙар - минең юлдаштарым" һәм башҡа йыйынтыҡтары донъя күрә. Вокаль сәнғәттән тыш композитор музыкаль-драма әҫәрҙәргә ("Бәхет ҡошо" опереттаһы, Ғ.Әхмәтшиндең "Юғалған хаттар" драмаһына музыка) һәм симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәргә ("Йәштәр увертюраһы", "Сюита") әүҙем мөрәжәғәт иткән.

Р. Сәлмәнов балалар коллективтарында хор менән йырлауҙың системалаштырылған мәктәбен ойошторған. Уның «Балалар коллективтарында хор йыры» хеҙмәте Өфөлә башҡорт телендә һәм Мәскәүҙә рус телендә сыҡҡан.

Ул – балалар һәм үҫмерҙәр өсөн күп һанлы пьесалар авторы, балалар өсөн милли репертуар булдырған. Халыҡ араһында уның йырҙары һәм инструменталь әҫәрҙәре ҙур популярлыҡ яулаған. Шулай уҡ ул - “Бәхет ҡошо” опереттаһы һәм “Яҡтыкүлдә” музыкаль комедияһы авторы.

Композиторҙың балалары - Салауат менән Айһылыу ҙа композитор һөнәрен һайлаған. Айһылыу Рафиҡ ҡыҙы билдәләүенсә, бөгөн - уның өсөн үҙенсәлекле көн.

 – Беҙ ошо йортта үҫтек, атайыбыҙҙың бөтә ижади йылдары ошонда үтте. Сараны ойоштороусыларға рәхмәтлебеҙ, һәм бөйөк композитор Рафиҡ Сәлмәнов хаҡында хәтер кешеләрҙең күңелендә һаҡланһын ине. Тотош быуын уның әҫәрҙәрендә үҫте, ул үҙенән һуң ҙур музыкаль мираҫ ҡалдырҙы  һәм киләсәктә республика музыка мәктәптәренең береһенә уның исемен биреүҙәрен теләр инем, - тип билдәләне ул.

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас