Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
15 Сентябрь 2022, 14:30

"Тәү сиратта башҡорт балалары өсөн эшләйем"

Тыуған көнөгөҙ менән, Гөлназ Фәрит ҡыҙы!

"Тәү сиратта башҡорт балалары өсөн эшләйем""Тәү сиратта башҡорт балалары өсөн эшләйем"
"Тәү сиратта башҡорт балалары өсөн эшләйем"

Бөгөн “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе Гөлназ Ҡолһаринаның тыуған көнө. Был хаҡта уның тормош иптәше, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.

“Бөгөн минең Гөлназымдың тыуған көнө һәм юбилейы!

Ул Стәрлебаш районының Аллағыуат ауылында күп балалы (11 бала) ғаиләлә тыуған. Ата-әсәһе ғүмер буйы колхозда ябай эшсе булған.

Ҡайным менән ҡәйнәмдең һүҙҙәренсә, Гөлназ бала саҡтан үҙаллы, эшсән булған. Ауыл мәктәбен, Салауат педагогия училищеһын һәм Башҡорт дәүләт университетын тик яҡшы билдәләргә тамамлаған.

Гөлназды Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә “Тамыр” балалар телеканалы етәксеһе – абруйлы Бөтә Рәсәй телевизион конкурстар еңеүсеһе тип беләләр.

“Тамыр”ҙа 90-сы йылдар башында студент сағында уҡ эшләй башлай һәм үҙен иң мөһим эшкә – балалар тәрбиәләүгә арнай. Йәш быуында туған телгә, Тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙә “Тамыр“ҙың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

Гөлназ миңә һоҡланғыс балалар – Гәлсәр менән Уралды бүләк итте.

Ғаиләбеҙҙең Мәскәүгә күсеүе мәсьәләһен хәл иткәндә, ул: “Мин Башҡортостанда балалар өсөн эшләйем, тәү сиратта - башҡорт балалары өсөн”, – тине. Ғаиләбеҙ Өфөлә ҡалды.

Тыуған көнөң менән, Гөлназ! Һаулыҡ һәм тыуған Башҡортостаныбыҙ мәнфәғәтендәге эшеңдә уңыштар теләйем!” – тип йылы теләктәрен еткерҙе Зариф Байғусҡаров.

Беҙ ҙә Гөлназ Фәрит ҡыҙын тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Республикабыҙ балалары күңелендә туған телгә, Ватаныбыҙға һөйөү тәрбиәләүгә тос өлөш индергән абруйлы милләттәшебеҙгә ғаилә именлеге, һаулыҡ, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.

Фото Зариф Байғусҡаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

"Тәү сиратта башҡорт балалары өсөн эшләйем"
"Тәү сиратта башҡорт балалары өсөн эшләйем"
"Тәү сиратта башҡорт балалары өсөн эшләйем"
"Тәү сиратта башҡорт балалары өсөн эшләйем"
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас