Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Сентябрь 2022, 12:40

Беҙҙекеләр милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнаша

Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры Дәүләт Кремль һарайы сәхнәһендә сығыш яһаясаҡ.

Беҙҙекеләр милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнашаБеҙҙекеләр милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнаша
Беҙҙекеләр милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнаша

18 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры (художество етәксеһе һәм баш дирижеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев) 2022 йылдағы мөһим мәҙәни ваҡиғаларҙың береһендә - Рәсәй Милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнаша.

Был мәҙәни форум беренсе тапҡыр үткәрелә һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылының төп ваҡиғаларының береһе буласаҡ. Кремль сәхнәһендә Рәсәйҙең 15 төбәгенән, шул иҫәптән Белгородтан, Владикавказдан, Волгоградтан, Грозныйҙан, Ҡазандан, Калининградтан, Санкт-Петербургтан, Симферополдән, Өфөнән, Силәбенән, Элистанан, Якутскиҙан һәм башҡа урындарҙан милли музыка коллективтары сығыш яһай. Фестивалде ойоштороусы - Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Фридрих Липстың хәйриә фонды.

Линар Тәлғәт улы: «Ошо ҙур фестивалдә ҡатнашыу - беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә, әммә ҙур яуаплылыҡ та. Беҙ бит үҙебеҙҙең яратҡан төйәгебеҙҙе күрһәтәсәкбеҙ. Һәм быны лайыҡлы башҡарырға, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең оркестрҙы, башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарының киң мөмкинлектәрен, башҡорт музыкаһының күп төрлөлөгөн күрһәтергә тейешбеҙ. Был дәрәжәле фестивалдә башҡорт халыҡ колориты академик, этник һәм заманса ракурстарҙа күрһәтеләсәк. Республиканың Мәҙәниәт министрлығына һәм Башҡорт филармонияһы етәкселегенә унда ҡатнашыуыбыҙға ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ», - тип белдерҙе.

Кремлдә тәүгеләрҙән булып рус балалайкаһы һәм башҡорт ҡурайы, татар думбыраһы һәм чечен пондары, ҡалмыҡ думбыраһы һәм осетин дала-фандыры яңғыраясаҡ. Был ҡоралдарҙа һәр кемде ғүмер буйы оҙатып барған һәм һәр ваҡыт яңғыраясаҡ бала саҡтан иң тәьҫирле, туған һәм таныш көйҙәр башҡарыла. Ойоштороусылар әйтеүенсә, фестиваль - Рәсәй халыҡтарының тарихы ғына түгел, ул уларҙың аяҡҡа баҫыуы, оҙайлы үҫеш юлы.

«Милли сәнғәт тамырҙары менән илебеҙ тарихына барып тоташа. Ул донъя музыка мәҙәниәтенең ысын художество күренеше һәм танылған элементы булып тора. Был сәнғәт - беҙҙең милли ғорурлыҡ өлгөһө һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлаған, үҙенсәлекле мәҙәни генетик кодыбыҙ», - тине фестивалдең художество етәксеһе, Зыкина исемендәге «Рәсәй» рус халыҡ ансамбленең художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Дмитрий Дмитриенко.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры - сағыштырмаса йәш коллектив. Үткән йылдың октябрендә ул үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Был ваҡыт эсендә оркестр республика ғына түгел, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең, алыҫ һәм яҡын сит илдәр тыңлаусыларының йөрәген яулап өлгөрҙө һәм Рәсәйҙең иң яҡшы коллективтары иҫәбенә инде.

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас