

Бөгөнгө заманда үҙеңдең ижадың тураһында һөйләү оҫталығы – кәрәкле сифат. «КультУРА!» мәктәп студиялары мадиаселтәре” – күләмле ижади лабратория, унда музыкаль, художество мәктәптәр һәм сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре киң аудиторияға нимә белеүҙәре, нисек йәшәүҙәре тураһында еткерергә өйрәнә. Яңы проектты Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды ярҙамы менән “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы һәм “Бишек” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма берлектә тормошҡа ашыра.
Проект былтыр октябрь айында старт алды. «КультУРА!» медиаселтәре эшенә республиканың 10 мәктәбе һәм колледжы ҡушылды. Һәр мәктәптә 5-7 баланан торған медиакоманда булдырылды, улар йыл дауамында профессионалдар етәкселегендә контент эшләне. Оҫталыҡ дәрестәрендә, интенсив-тренингтарҙа , съемкаларҙа ҡатнашты. Балалар үҙҙәренең саралары, уңыштары, көнүҙәк һорауҙары тураһында сифатлы итеп ҙур аудиторияға һөйләргә өйрәнде. Музыка, хореография, һынлы сәнғәт, ҡаҙаныштар һәм ҡыйынлыҡтар, туған мәҙәниәт тарихы, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында булды йәш мәҙәниәт күҙәтеүселәренең эштәре. «КультУРА!» аҙналыҡ мәғлүмәт телепрограммаһы булдырылып, ул БЮТ һәм "Тамыр" каналдарында күрһәтелә.
4 октябрҙә Өфөлә беренсе «КультУРА!» фестивале уҙғарыла. Унда селтәрҙәрҙә иң яҡшы мәҡәләләр, фотографиялар һәм видеосюжеттар авторҙары билдәләнә. Дүрт төп номинацияла еңеүселәр тәбрикләнәсәк.
«КультУРА!» проекты республика һәм ил күләмендә мәҙәниәт өлкәһендәге медиахеҙмәткәрҙәргә лайыҡлы алмаш тәрбиәләй.