

Документаль фильм төшөрөү – ижад кешеләренең бик әҙҙәренең ҡулынан килә торған шөғөл. Ул бит нәфис фильм түгел, бында уйҙырмаларға ла, хаталарға ла юл ҡуйырға ярамай. Скульпторҙың йәки әҙиптең тормошо һәм ижады хаҡында бәйән итәһең икән, ошо һөнәрҙәрҙең бөтә нескәлектәрен башта үҙең өйрәнеп, ябай уҡыусы еңел төшөнөрлөк итеп һөйләргә һәм күрһәтергә тейешһең. Фильм геройы яҡындарына ла һөйләмәгән серҙәрен асып бирһен өсөн, кәм тигәндә, һәйбәт психолог һәм оҫта әңгәмәсе булырға кәрәк.
– Мөхәббәт – ул йәшәтә лә, йәшәртә лә, үлтерә лә ала торған үтә көслө лә, сәйер ҙә тойғо, – ти “Һайлап алған яҙмыш” фильмы геройы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин.
Һуңыраҡ фильм авторы Гәүһәр Батталоваға, һин нисек итеп 90 йәшлек бабайҙан ошондай һүҙҙәрҙе әйттерә алдың, күңел төпкөлөндәге күп серҙәр менән ихлас уртаҡлашты бит, тип берсә һоҡланыр, берсә аптырашта ҡалырҙар. Башҡорт әҙәбиәтенә мәңгелек урман ғына ҡалдырманы Ноғман Мусин, кешенең тыуған еренә, тәбиғәтенә, бер-береһенә ниндәй ҡарашта булырға тейешлеген үҙ тормошо, әҫәрҙәре өлгөһөндә күрһәтте. Яҙмышы нисек кенә ҡатмарлы булмаһын, ғәжәйеп егәрлелек һәм ныҡышмалылыҡ менән береһенән-береһе сағыуыраҡ әҫәрҙәр ижад итеүгә бөтә тырышлығын һалған, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған яҙыусы хаҡында һоҡланып ҡарарлыҡ документаль фильм төшөргән Гәүһәр Батталова етәкселегендәге ижади төркөм.
“Минең исемем Салауат” фильмы иһә Рәсәйҙең иң билдәле скульпторҙарының береһе Салауат Щербаков хаҡында. Уның презентацияһы башта Өфөлә, һуңынан Мәскәүҙә ҙур уңыш менән үтте. Илдең баш ҡалаһындағы сарала мәҙәни элита – скульпторҙар, архитекторҙар, рәссамдар йыйылғайны. Бер сәғәткә залда тынлыҡ урынлашты, фильм тамамланғас, бөтә тамашасылар аяғүрә баҫып берҙәм ҡул саба башланы – ижад кешеләре өсөн ошонан да юғарыраҡ ниндәй баһа булыуы мөмкин?!
Гәүһәр Батталова — тиҫтәләрсә документаль фильмдың һәм Башҡортостан телевидениеһындағы тапшырыуҙарҙың авторы. Үҙенең ижади төркөмө менән ул Салауат Юлаев, Назар Нәжми, Рәшит Назаров, Харис Йосопов, Эльбрус Ниғмәтуллин һәм башҡа байтаҡ лайыҡлы шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Башҡорт документаль фильмдары кимәле тураһында составында режиссер Әлфиә Арыҫланова, оператор Урал Ғатауллин һымаҡ оҫталар булған уның төркөмөнөң эштәре арҡылы фекер йөрөтәләр бит.
Ә шулай ҙа илдең иң танылған скульпторы хаҡында фильм төшөрөүгә нисек баҙнат иткәндәр һуң? Салауат Щербаков – ҡырҡлап монументаль һәйкәл, сикһеҙ стелалар, мемориаль таҡтаташтар авторы булған шәхес бит.
– Ошо скульптор хаҡында тәүге тапҡыр ишеткәс тә, яҡындан танышыу теләге тыуҙы, – тип һөйләй Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы. – Уны яҡшылап белгем, аңлағым, Башҡортостан өсөн асҡым килде. Беҙҙә уның тураһында ишеткәндәре юҡ тиерлек ине бит. Ижади төркөм менән үҙ иҫәбебеҙгә отпуск алдыҡ та Мәскәүгә остоҡ. Ун көн буйы Салауат Александрович янынан китмәй эшләнек. Ул үҙенең атаһының тыуған яғына тәүге тапҡыр барыуы, шул саҡта үҙен үтә бәхетле тойоуы тураһында күҙҙәренә йәш алып һөйләне. Атаһы Ырымбур башҡорто Даүләтхужа Ишкилдин булған, иртә етем ҡалып, балалар йортонда Александрға әүерелгән, шулай ҙа ғүмер буйы улы Салауатты һәм ҡыҙы Ғәлиәне, беҙ – башҡорттар, Башҡортостан – төйәгебеҙ, тип үҫтергән. Уны ихтирам итмәү мөмкин түгел.
Кеше бөйөгөрәк булған һайын ябайыраҡ. Владимир Мединский, Зураб Церетели, үҙенең уҡыусылары йәки журналистар менән ул бер төрлө аралаша. Бер кем хаҡында ла насар һүҙ әйтмәй, үҙ фекерен көсләп таҡмай. Иҫ киткес күп яҡлы талант эйәһе. Шиғриәтте, музыканы яҡшы белә, ғөмүмән, скульптор – иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе, ул психолог, табип, антрополог, тарихсы ла булырға тейеш. Бындай шәхестәр менән аралашыу күңелде байыта, үҫтерә.
Гәүһәр Батталованың ижади төркөмө халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын байытыуға ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Кино – һәр саҡ коллектив хеҙмәт емеше. Уңыш – команданың һәр ағзаһының тырышлығы һөҙөмтәһе. Герой менән әңгәмәләр, операторҙың эше, монтаж, музыка, күңелгә ятышлы диктор, компьютерҙа эшкәртеү – барыһы ла юғары кимәлдә булырға тейеш.
Режиссер Әлфиә Арыҫланова башта рәссамдар әҙерләгән мәктәптә, һуңынан тарих факультетында, Мәскәүҙәге Кино һәм телевидение институтында белем ала. Төплө теоретик багаж һәм бай тормош тәжрибәһе уға ҡатмарлы хәлдәрҙә лә оҫта йырып сығырға булышлыҡ итә.
Урал Ғатауллинды иһә коллегалары Рәсәйҙең иң яҡшы операторҙары иҫәбенә индерә, ул иһә быны һәр яңы эше менән иҫбат итә. Шуға күрә лә күренекле замандаштарыбыҙ хаҡындағы фильмдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына уларҙың өсөһө лә күрһәтелеүе – тәбиғи күренеш.
Ижади төркөм әле ниндәй ҙур проекттар өҫтөндә эшләй? Улар бит шунһыҙ йәшәй ҙә алмай...
– Был тормошта бар нәмә лә бер-береһенә бәйле, – ти Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы, уның күҙҙәре осҡонланып китә. – Салауат Щербаков хаҡында фильм төшөргән саҡта ул генерал Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыу буйынса проекттар конкурсында ҡатнаша ине, беҙгә шул мәлде һүрәтләү бәхете тәтене. Беҙҙең республикала әле бер кемдең дә һәйкәл төҙөү барышы хаҡында фильм төшөргәне юҡ. Был фильмдың сценарийын яҙған саҡта бер нисә тапҡыр ултырып иланым. Дебальцево янында һуғышҡа кергәндә үк Шайморатов үҙенең үлемгә барыуын аңлағандыр, тип уйлайым. Генералдың тормош юлын бик ентекләп өйрәнергә тура килде. Ул мәшһүр кеше булған. Ошондай шәхестәр хаҡында фильмдар төшөрөү, тарихи күренештәр шаһиты булыуың һәм уларҙың уртаһында ҡайнауың ижади бәхет һәм сикһеҙ ҡыуаныс килтерә. Тормошоңдоң тәме һәм мәғәнәһе лә ошонда.
Вил ТИМЕРБУЛАТОВ, медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе:
– Гәүһәр Батталованың ижади төркөмө – милли мәҙәниәтебеҙҙе ижад гәүһәрҙәре менән байытҡан фекерҙәштәр командаһы. Улар күренекле шәхестәребеҙ хаҡында фильмдар төшөрә, бының ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың хеҙмәте юғары баһаға һәм ҙур наградаға лайыҡ, тип иҫәпләйем.
Эльбрус НИҒМӘТУЛЛИН, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе:
– Ике фильмды ла ҙур кинәнес менән ҡарап сыҡтым. Башҡортостан телевидениеһының һәм кинематографияһының алтын фондын тулыландырырҙай был ижади эштәр һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо уята. Гәүһәр Батталова, Урал Ғатауллин, Әлфиә Арыҫланова лайыҡлы рәүештә оло наградаға дәғүә итә, улар үҙҙәре лә – геройҙары һымаҡ тыуған еребеҙ ғорурлығы!
- Марат ӘМИНЕВ