

Социалистик Хеҙмәт Геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтарының хәҙер үҙ бренды бар. Үтәгәндә тәүге тапҡыр ойошторолған байрам ауыл сараһы тип иғлан ителһә лә, тәүге йылдан уҡ республика байрамына әүерелде. Әле лә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Архангел, Ғафури, Мәләүез райондары һәм башҡа тарафтарҙан байрамды күрер өсөн кешеләр күпләп килгән ине.
Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар һәр өҫтәлдең эргәһенә килеп, ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп, тәҡдим ителгән һыйҙан ауыҙ итте, байрамдың кәрәклеген билдәләне.
Үтәгәндә элек-электән эшсән, тырыш халыҡ йәшәй. Ауыл хужалығы өлкәһенең үҫемлекселек тармағында уңыш ҡаҙанған, сөгөлдөр үҫтергән Банат Батырованың яҡташтары бөгөн дә ең һыҙғанып баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, йыл һайын мул уңыш ала.
Өҫтәлдәр ҡабаҡтан бешерелгән һый-ниғмәттән һығылып торҙо. Гәүһәрә Моталлапованың был йәшелсәне үҫтереү буйынса тәжрибәһе лә, белеме лә етерлек. Уның фекеренсә, ҡабаҡ хәтерҙе яҡшырта, йүтәлде еңеләйтә, быуындарға ла файҙалы, ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары менән йонсоғандарға шифалы. 80 йәшен тултырған инәй дарыу үләндәре йыя, бөгөн дә ҡош-ҡорт үҫтерә, урман гиҙергә сығып китә. “Йәй буйы баҡсамда йөрөйөм, ҡышын бәйләм бәйләйем”, – ти ул.
Хужабикәләр байрамға ентекле әҙерләнгән: ҡабаҡтан һуттар ҡойған, ҡайнатмалар ҡайнатҡан, эсен таҙартып тәмле бутҡалар бешергән. Хатта ҡабаҡтан мармелад, киптерелгән сәй эшләүселәр ҙә бар ине. Мәҫәлән, Роберт Байымовтың ике туғандары Лариса менән Рәмил, Фәнзилә менән Риф Байымовтар ҡорған өҫтәлдә киптерелгән ҡабаҡты күреп күптәр шаҡ ҡатҡандыр. “Был ҡабаҡты сәйгә өҫтәп ебәрһәң дә, ашҡа ҡушһаң да, шәп була”, – ти улар. Сағыу сувенирҙар, уйынсыҡтар эшләү буйынса оҫталыҡта ла уларға етеүсе юҡ.
Ҡабаҡ – Үтәгән хужабикәләренең өҫтәлендәге төп йәшелсә тип әйтергә була. Фирғәүендәр тәғәмен, көҙ йәмен улар элек-электән күпләп үҫтерә.
Ошо ауылда тыуып үҫкән Айрат Искәндәров файҙалы, туҡлыҡлы ризыҡҡа рәхмәт йөҙөнән “Үтәгән ҡабаҡ фестивале-2022” проектын халыҡ уңғандарын берләштергән байрам булараҡ үткәреү башланғысын тәҡдим иткән. Сарала ул хашлама әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.
Төрлө конкурс, оҫталыҡ дәрестәренән Үтәгән ауылы урамдары гөрләп торҙо. Йәш-елкенсәк “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө солисы Ринат Рамаҙанов, Илнур Ишембаевтың моңдары менән бер тулҡында тирбәлде. Ауыл халҡын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров та махсус тәбрикләне, моңло йырҙарын бүләк итте. Артист йәшлек йылдары үткән ауыл уңғандарының мәҙәни проектына уңыш теләне.
– Үтәгәндәр бик матур, халыҡты берләштергән байрам уйлап тапҡан. Бөгөнгө сараны артабан киңәйтеп үткәрергә кәрәк, – тине Фидан Сафа улы.
Муллыҡ һәм оҫталыҡ байрамында әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ауыл старостаһы Дилара Ҡоҙайғолова байрамды ойоштороуға көс һалған һәр кемде билдәләп үтергә тырышты һәм сараны дәррәү күтәреп алған ауылдаштарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Римма менән Хәтмулла Бикташевтар – барыһына ла өлгө күрһәтеп, тынғы белмәй эшләгән ғаиләләрҙең береһе. Улар үҙ өҫтәлдәрен ҡабаҡтан эшләнгән төрлө һындар менән биҙәп, ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы. Хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Гөлгөнә Батталова, Рәүилә Байымова, Менәүәрә Батырова-Ишҡарина ла ауылдаштарының һәр башланғысын күтәреп алып, ғаиләләрен бер көс булып туплап, байрамға алып сыҡты. Ауылдың һәр әүҙем йорто үҙ өҫтәлен ҡороп, кемуҙарҙан һый-ниғмәт, ҡул эштәре, баҡса уңыштары менән килгән ҡунаҡтарҙы һоҡландырҙы.
Байрам түрен йәмләгән ҡабаҡлы арба Гөлгөнә менән Заһир Батталовтарҙыҡы булды.
– Ҡабаҡтың төрлө сорттарын сәсәбеҙ. Тәмлеләрен үҙебеҙгә ҡалдырабыҙ, ҡалғанын малға ашатабыҙ. Ҡабаҡ орлоғон йыйып, киптерәбеҙ ҙә ҡыш буйы ҡулланабыҙ. Дүрт балабыҙ бар, 12 ейән-ейәнсәребеҙ. Улар килгәндә ҡабаҡ бутҡаһы, бәлеше, манты һәм башҡа тәмле ризыҡтар менән һыйлайбыҙ, – ти уңған хужалар.
Ауыл Ағиҙел буйында урынлашҡан. Ауыл хужалығы тармағы өсөн бик ҡулай. Колхоз көслө булған заманда бында йәшелсә, емеш-еләк, ҡарбуз-ҡауын баҡсалары гөрләп торған. Тәүҙә “Иҙел”, шунан “Урал” исемен йөрөткән колхозда балыҡсылыҡ артеле лә булған. Ете ауылды берләштергән колхоздың етештереү ҡеүәте тураһында әле легендалар йөрөй. Һарыҡ фермаһы, ҡаҙ-тауыҡ үрсетеү бригадаһы уңышлы эшләгән. Йыш ҡына пароходтар туҡтаған. Колхоз емеш-еләген, ҡауын-ҡарбуздарын уларға тейәп ебәрер булған. “Әсәйемдең хәтирәләре буйынса, бала-саға, ҡыҙыҡ күреп, гел шул тирәлә уралған. Ҡарбуздар күтәрерлек булмаған, палубаға тәгәрәтеп мендергәндәр”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша ауылдың имам-хатибы Сәғит Сөләймәнов.
Совет заманынан ҡалған данлыҡлы колхозды тергеҙеү, уңдырышлы ерҙәрҙе эшкәртеү менән хәҙер был ауыл биләмәһендә “Радик Йөҙлөкбаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы шөғөлләнә. Хужалыҡ йыл һайын тиерлек майҙанын арттырып, уңышлы ғына эшләп килә.Үҙҙәренең “Т-150”, ике “МТЗ”, ике “ДТ” тракторы, “ЗиЛ” һәм “КамАЗ” машиналары, “Нива” комбайны бар. Күптән түгел генә “К-700” алғандар.
– Быйыл баҫыуҙар мул уңышы менән һөйөндөрҙө. 50 гектар майҙандағы арыш тулыһынса йыйып алынды, уртаса уңыш гектарынан 50 центнер тирәһе сыҡты. Арпаны 230 гектар майҙанда сәскәйнек. 170 гектар майҙандағы бойҙайҙан гектарынан 40 центнер тирәһе уңыш сыҡты, – тип быйылғы уңыш кампанияһы тураһында һөйләне Радик Рәфил улы. Әйткәндәй, ул байрамдың төп бағыусыларының береһе булды.
Малсылыҡ тармағына хужалыҡ күптән түгел тотона, шуға ҡарамаҫтан, киләсәккә маҡсаттары ҙур: һөтсөлөк, ҡымыҙсылыҡ менән ныҡлы шөғөлләнергә иҫәп тоталар. Тимәк, ҡасандыр бөтә Рәсәйгә даны таралған колхоз яңы уңыштары менән ҡыуандырыр тигән өмөт бар.
Үтәгәндәр иһә Йөҙлөкбаевтарҙың буш торған фермаларҙы ҡуртымға алыуы, сәселмәй ятҡан баҫыуҙарҙың башаҡ менән тулыланыуына айырыуса шат. Ауыл ағинәйе Гәүһәрә Моталлапова ла әңгәмәләшкән мәлдә был хаҡта әйтеп үтте.
– Гөрләп торған колхоз тарҡалғас, күңел бошондо, йөрәк һыҙланы. Ҡасандыр үҙебеҙ эшләгән баҫыуҙарҙың буш тороуын күреп илап та ала инем. Үҙебеҙҙең егеттәр эш башлағас, булдырыр, – тип ҡыуана ул.
145 йортло ауыл гөрләп йәшәй. 2016 йылда мәсет төҙөлгән. Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған, еңеү менән ҡайтҡан ата-бабаларына яңы һәйкәл һалынған. Мәктәп эшләй. Әлеге мәлдә фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Ауыл әүҙемселәренең күңелен ҡырған бер генә нимә бар: мәҙәниәт усағы һүнгән. Киләсәктә үтәгәндәрҙең йыйылыр, күңел асыр урыны ла булыр тип өмөтләнәйек.
Бына шулай күңелле үтте “ҠабаҡФест”. Ҡабаҡтан йәмғеһе 400-ҙән ашыу төр аш-һыу әҙерләргә була. Фестивалдә шуның яртыһы өҫтәлдәрҙә булғандыр.
Ауыл халҡын рухландырған, башҡаларға өлгө булған сараға оҙон ғүмер теләйек. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың “Һәр ауылдың үҙ фестивале булырға тейеш” тигән һүҙҙәрен девиз итеп алған үтәгәндәр маҡсатына иреште.
- Лилиә НУРЕТДИНОВА
Ҡырмыҫҡалы районы