

Яҡшы яңылыҡ: билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһының тәүге романы Төркиәлә баҫылып сыҡҡан, һәм Евразия яҙыусылар берләшмәһе (Avrasya Yazarlar Birliği) уны уҡыусыларға тәҡдим иткән. Романдың тәржемәсеһе – филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк был роман менән йәшерәк саҡта танышҡандарға мотлаҡ ҡабаттан уҡып сығырға тәҡдим итә, сөнки тормош тәжрибәһе туплағандан һуң әҫәр бөтөнләй башҡаса ҡабул ителә.
Беҙ Фатма Эртюркка тәржемә тәжрибәһе, яңы китап тураһындағы һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек: ни өсөн ошо романды һайлаған, эш барышында үҙе өсөн ниндәй асыштар яһаған, уҡыусы өсөн был китаптың асылы нимәлә һәм башҡалар.
– Зәйнәб Биишева – башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары әҙәбиәтендә айырым урын биләгән шәхес. Ҡеүәтле текст, ябай тел уның әҫәрҙәренең бәҫен күтәрә. Зәйнәб ханымдың романдары башҡорт әҙәби теле өлгөләре исемлегенә ингән. Төрөк телендә нәшер ителгән “Кәмһетелгәндәр” романы – хеҙмәттәштәребеҙ менән “Яҡтыға” трилогияһын тәржемә итеүҙең беренсе этабы. Зәйнәб Биишева, ХХ быуат башындағы ваҡиғалар хронологияһында башҡорт ауылының тормошон, төп герой Емеште һүрәтләп, йәмғиәттең, кешеләрҙең нисек үҙгәреүен, үҫешен сағылдыра алған.
Беҙ үҫәбеҙ, нығынабыҙ, донъяға һәм үткән ваҡиғаларға ҡарашыбыҙ үҙгәрә – романда ла тап ошо трансформацияны күрәбеҙ. Минең уйымса, башҡорт уҡыусыһы геройҙар образына һалынған метафораларҙы, моғайын, тағы ла тәрәнерәк тоялыр, аңлайҙыр. Хеҙмәттәшем менән ошо хис-тойғоларыбыҙҙы ватандаштарыбыҙға еткерергә тырыштыҡ. Эш барышында үҙебеҙҙе Емеш, Бибеш, Йәнеш һәм романдың башҡа геройҙары урынына ҡуйып ҡарап, бер үк ваҡиғаларға төрлө күҙлектән ҡараныҡ. Хис-тойғоға бай әҫәр башҡорт мәҙәниәтен тағы ла нығыраҡ аңларға, туғандаш халҡыбыҙҙың бай тарихына ҡағылырға мөмкинлек бирҙе, – ти ғалимә.
Филология фәндәре докторы Фатма Эртюрк башҡорт телен өйрәнеү менән студент йылдарынан шөғөлләнә, докторлыҡ диссертацияһы өҫтөндә эшләү өсөн күпмелер ваҡыт Өфөлә йәшәй. Әлеге ваҡытта Төркиә Республикаһының Нигде ҡалаһында Омер Хәлисдемир исемендәге университеттың Хәҙерге төрки телдәр бүлегендә башҡорт һәм татар телдәренән уҡыта.
ӘЙТКӘНДӘЙ
Эш барышында үҙебеҙҙе Емеш, Бибеш, Йәнеш һәм романдың башҡа геройҙары урынына ҡуйып ҡарап, бер үк ваҡиғаларға төрлө күҙлектән ҡараныҡ. Хис-тойғоға бай әҫәр башҡорт мәҙәниәтен тағы ла нығыраҡ аңларға, туғандаш халҡыбыҙҙың бай тарихына ҡағылырға мөмкинлек бирҙе.
- Ғ. ЙОСОПОВ