Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
16 Сентябрь 2022, 15:53

Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ

Резеда Шәңгәрәева фотолары.Резеда Шәңгәрәева фотолары.
Фото:Резеда Шәңгәрәева фотолары.

Бала күңеле хас аҡ ҡағыҙ кеүек – барлыҡ хәтирәләр шунда бермә-бер теркәлә бара. Дәүләкәндә лә бәләкәстәргә тыуған көнөн ғәҙәти булмағанса үткәреү өсөн ҡыҙыҡлы алым уйлап тапҡандар: тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында туҡыма сигеп өйрәнәләр.

Бынан тыш, ҡыҙҙар һәм малай­ҙар балсыҡтан үҙҙәре теләгән һынды әүәләй, уйынсыҡ, һауыт-һаба яһай. Фантазияң ғына шәп булһын! Бына ошондай оҫталыҡ дә­рестәре даими ойошторола. Өҫ­тәүенә, йәш быуын вәкилдәре үт­кәндәр менән ҡыҙыҡһына, үҙҙәре­нең быуын сылбырҙарын барлай.

– Музейҙа бик бай материал тупланған: төрлө фотоһүрәт-доку­менттарҙың төп нөсхәләре, XIV быуаттан беҙҙең заманға тиклем бик үҙенсәлекле экспонаттар... – тип һөйләй етәксеһе Марина Ғатауллина.

Әйткәндәй, 2002 йылдың июлен­дә музейҙа билдәле шағир Владимир Маяковскийҙың ҡыҙы Елена Владимировна (Патриция Томпсон) булған. Был ваҡиғаға ойошма хеҙмәткәрҙәренең һәм Өфөнән тыуған яҡты өйрәнеүсе Юрий Узиковтың тарихи документ­тарҙы, мәғлүмәттәрҙе йыйыуы, туплауы сәбәпсе булған. Билдәле Канада яҙыусыһы Анна Конрадтың шәхсән үҙенең музейға килеп ҡиммәте баһалап бөткөһөҙ китапты тапшырыуы һөҙөмтәһендә Дәүлә­кәндән Зиберттар ғаиләһе тура­һында ҡиммәтле мәғлүмәт асыҡ­лан­ған. Дәүләкән ҡалаһының 100 йыл элекке планының һаҡланып ҡалыуы Елена Владимировнаның әсәһе Елизавета Петровнаның атаһы йортон асыҡлау мөмкин­леген биргән. Республикабыҙға сә­йә­хәтенән һуң Е.В. Маяковскаяның “Минең Башҡортостанды асыуым” тигән китабы баҫылып сыҡҡан. Уның күп өлөшө Дәүләкән ҡалаһы һәм районына, шулай уҡ тарихи тыуған яҡты өйрәнеү музейына арналған.

Дәүләкән ҡалаһында тыуып үҫкән, белеме буйынса тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Миәссәр Зәйнулла улы Мөхәмәтйәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, билдәле яҙыусы Людмила Улицкая Дәү­ләкән ҡалаһында тыуған.

Күҙҙең яуын алған бер тарихи ҡомартҡы – XV-XVI быуаттарҙан ҡалған башҡорт милли кейеме эргәһендә оҙаҡҡа туҡталдыҡ.

– Был күлдәкте һәм ситекте 100 мең һумға һатып алырға теләү­селәр булғайны. Тик беҙ бирмәнек, үҙебеҙҙә һаҡлауыбыҙ күпкә яҡшы­раҡ, тип уйланыҡ, – тип һөйләне Миәссәр Мөхәмәтйәнов. – Был – Дим башҡорттарының көньяҡ-көнбайыш ҡатын-ҡыҙҙары кейеме. Әллә күпме ваҡыт үтһә лә, үҙенең матурлығын юғалтмаған. Ә түшел­дерегендә – Көньяҡ Уралда та­былған төрлө таштар.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­наш­ҡан дәүләкәндәр, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар, тылда батырлыҡ күрһәткәндәр, талантлы рәссамдар һәм башҡалар тураһындағы мәғлү­мәттәр ҙә күп бында. Музей – Дәүләкән ҡалаһы һәм районы тормошоноң үҙенсәлекле көҙгөһө ул. “Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ”, – ти ойошма хеҙмәткәрҙәре.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас