

Бөгөн, 18 сентябрҙә, Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры (художество етәксеһе һәм баш дирижеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев) 2022 йылдың мөһим мәҙәни ваҡиғаларының береһендә - Рәсәйҙең милли оркестрҙар фестивалендә ҡатнаша.
Был мәҙәни форум тәүге тапҡыр уҙғарыла. Ул Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы йылының төп ваҡиғаларының береһенә әүереләсәк. Кремль сәхнәһендә Рәсәйҙең 15 төбәгенән әйҙәүсе милли музыкаль коллективтар сығыш яһаясаҡ, шул иҫәптән Белгородтан, Владикавказдан, Волгоградтан, Грозныйҙан, Ҡазандан, Калининградтан, Санкт-Петербургтан, Симферополдән, Өфөнән, Силәбенән һәм башҡа ҡалаларҙан.
"Был фестивалдә ҡатнашыу – ҙур мәртәбә һәм оло яуаплылыҡ. Ни өсөн тигәндә, беҙ тыуған яғыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Һәм быны лайыҡлы итеп башҡарырға, оркестрыбыҙҙы, башҡорт халыҡ инструменттарының киң мөмкинлеген, башҡорт музыкаһының тәрәнлеген раҫларға тейешбеҙ. Фестивалдә башҡорт халыҡ колориты академик, этник һәм заманса яҡтан яҡтыртыласаҡ”, - тине Линар Тәлғәт улы.
Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры – сағыштырмаса йәш коллектив. Былтыр октябрь айында ул 20 йыллығын билдәләне.
Фото: Башҡорт дәүләт филармонияһы төркөмө.