Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
19 Сентябрь 2022, 05:00

Тәүҙә түшелдерек эшләп ҡарайҙар...

Өс-дүрт ай эсендә бер ҡашмау яһап ҡуялар.

Тәүҙә түшелдерек эшләп ҡарайҙар...Тәүҙә түшелдерек эшләп ҡарайҙар...
Тәүҙә түшелдерек эшләп ҡарайҙар...

Милли кейемдәребеҙ йүнәлешендә ҡабат үҙ асылыбыҙға ҡайтабыҙ. Байрамдарҙа ҡашмау, һаҡал кейгән, милли күлдәктәрҙәге гүзәл заттарға айырым бер һоҡланыу менән бағабыҙ. Ауылдарҙа ошондай оҫталарыбыҙҙың артыуы шатландыра.

Ишембай районының Ҡарайған ауылынан ҡул эше оҫталары Нурия Ғөбәйҙуллина менән Зилә Ҡотошова клубта ойошторолған түңәрәккә йөрөп был эш нескәлектәренә өйрәнеп китә. Гөлбикә Сәфәрғолова етәкселегендәге “Гөлнәзирә” вокаль төркөмөндә тәүҙә йыр-бейеү менән генә сығыш яһаһалар, дүрт йыл элек түшелдерек эшләүгә лә тотоналар.

- Клубҡа репетицияға киләбеҙ ҙә һуңынан ҡул эштәренә ултырабыҙ. Тәүҙә түшелдерек эшләп ҡараныҡ, аҙаҡ ҡашмауға тотондоҡ. Ҡышын ваҡыт иркен, өс-дүрт ай эсендә бер ҡашмау эшләп ҡуябыҙ, - тип һөйләне улар.

Күлдәктәрен үҙҙәре теккән, Ырымбурға барып француз яулығы алғандар. Ҡул эшенә оҫтарып алған Ҡарайғандың гүзәл заттары ҡышын тағы ла ҡашмау эшләргә ниәтләүен белдерҙе.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас