

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге республикабыҙҙың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры тәүге тапҡыр Рәсәйҙең төп концерт сәхнәһендә – Кремль һарайында сығыш яһаны.
Илдең иң яҡшы 15 оркестры иҫәбендә коллектив 2022 йылдың мөһим мәҙәни ваҡиғаһында – Рәсәйҙең милли оркестрҙары фестивалендә ҡатнашты. Мәҙәни форум тәүге тапҡыр уҙғарылды һәм Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы йылының төп ваҡиғаларының береһенә әүерелде.
Фестивалдә Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтенең барлыҡ палитраһы тиерлек сағылдырылды. 15 сағыу коллектив, меңдән ашыу ҡатнашыусы һәм зал тулы тыңлаусылар. Был көндә милли мәҙәниәтте яратыусылар матурлыҡ донъяһына сумды.
"Ғинуар айынан программа һайлай башланыҡ. Фестивалдең художество советы менән бик күп материал ҡараныҡ, тыңланыҡ. Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры башҡарыуындағы ошо сығышты һайлап хаталанманыҡ. Был музыка башҡорт халҡының бөтә матурлығын күрһәтте", - тине фестивалдең художество етәксеһе, Зыкина исемендәге “Рәсәй” рус халыҡ ансамбленең художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Дмитрий Дмитриенко.
Был фестивалдә ҡатнашыу ҙур мәртәбә генә түгел, яуаплылыҡ та. Яҡташтарыбыҙ башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарының киң мөмкинлеген, башҡорт музыкаһының тәрәнлеген күрһәтте.
"Беҙҙең оркестрҙың илебеҙҙең төп сәхнәһендә беренсе тапҡыр сығыш яһауын иҫәпкә алһаҡ – был ҙур яуаплылыҡ. Бөгөн халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестры Башҡортостандың әйҙәүсе коллективы булып тора, ул юғары профессиональ кимәлдә. Был сәхнәлә сығыштары һуңғыһы булмаҫ. Оркестрыбыҙға Рәсәйҙең һәм донъяның иң яҡшы залдарын яулауҙарын теләйем", - тине Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Алмас Сәйетов.
Башҡортостандың халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының художество етәксеһе һәм баш дирижеры Линар Дәүләтбаев та кисерештәре менән бүлеште: "Тулҡынланыу, әлбиттә, булды. Кремль һарайында сығыш яһау - ҙур мәртәбә! Ойоштороусыларға рәхмәт", - тине ул.
Рәсәй - таланттарға бай ҙур ил. Әлеге фестиваль быны йәнә дәлилләне.
Фото: республиканың Мәҙәниәт министрлығы.