

Ил Хөкүмәтенең 2021 йылдың 17 декабрендәге ҡарарына ярашлы, “Рәсәй күңеле” премияһы менән “Йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте” номинацияһында башҡорт эпостарын башҡарыусы сәсән, Ғафури районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенең Красноусол ауылындағы халыҡ театры режиссеры Илһам Байбулдин бүләкләнгәйне. Күптән түгел Дәүләт Кремль һарайында лауреаттарҙы ҡотланылар.
Әйткәндәй, был премия 2006 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән барлыҡҡа килә һәм халыҡ йолаларын һаҡлау, уларҙың үҫтереү йүнәлешендәге оҙайлы, уңышлы хеҙмәт өсөн биш номинация – халыҡ музыкаһы, халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, йолаға әүерелгән халыҡ мәҙәниәте, халыҡ оҫтаһы – буйынса тапшырыла. Ошо йылдар эсендә 200-ләгән кеше премияға лайыҡ булған. 2020 йылдан күләме 500-әр мең һум булған биш премия тапшырылып килә.
Лауреаттарға лайыҡлы наградаларҙы Рәсәй Халыҡ ижады йорто директоры В.Д. Поленова, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылының ойоштороу комитеты ағзаһы Тамара Пуртова тапшырҙы, тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.
Сара беренсе тапҡыр үткәрелгән Милли оркестрҙар фестивале сиктәрендә ойошторолдо. Кремль сәхнәһендә илебеҙҙең 15 төбәгенән иң шәп музыкаль коллективтар ҡатнашты. Улар араһында Башҡортостандың Халыҡ инструменттары милли оркестры ла бар ине.
Илһам Байбулдин – республикабыҙҙағы ғәжәйеп төбәктәрҙең береһе булған Ғафури районындағы талантлы династия вәкиле. Ул - шулай уҡ ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарын эшләү оҫтаһы.
Беҙ Ғафури егетен абруйлы баһаға лайыҡ булыуы менән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ!
Фото, видео: https://vk.com/rcntufa