

Билдәле булыуынса, күренекле шағирә, БР Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы Тамара Искәндәриәнең “Рух көмбәҙе”, “Железный век” һәм “Һайланма әҫәрҙәр” тигән шиғри йыйынтыҡтары Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы хакимиәте тарафынан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде.
Премияға тәҡдим ителгән “Рух көмбәҙе” һәм “Железный век” (рус телендә) йыйынтыҡтары хәҙерге башҡорт шиғриәтендә генә түгел, тотош милли әҙәбиәтебеҙ тарихында лиро-эпик жанр үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен күрһәтеү, уларҙы тағы ла тәрәнәйтеү йәһәтенән яңы һүҙ, яңы күренеш булған “Тимер быуат” поэмаһы менән асыла. Әйткәндәй, билдәле шағир һәм талантлы тәржемәсе булараҡ танылыу яулаған Сергей Янаки тарафынан руссаға, Езджан Перска тарафынан төрөк теленә, Алтынай Темирова тарафынан ҡырғыҙсаға тәржемә ителгән был поэма, әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларҙың бөтә халыҡтар өсөн дә актуаль булыуын дәлилләү менән бергә, төпкөлдә ятҡан ҡәҙимге бер башҡорт ауылы яҙмышын һүрәтләү аша уҡыусыны тотош кешелек донъяһының йәшәү асылы тураһында уйланырға мәжбүр итә.
Эйе, эйе! Йәшәйештең асылы – илһөйәрлек, ерһөйәрлек! Шағирә, тарих төпкөлдәрен байҡап, ошо һәр кем өсөн мөһим булған һығымтаға килә. Ябай ғына кеше яҙмышын һүрәтләү менән бер рәттән, халыҡтың тарихи хәтерен тергеҙеп, уның үҙаңы үҙәгендә ятҡан героик ваҡиғалар, ихтилалдар, әүлиәләр, граждандар һуғышында тупланған башҡорт ғәскәре хәрәкәтен һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы халҡыбыҙ рухы күтәрелешенең апофеозы – Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы батырлыҡтарын, шулай уҡ Урал пәйғәмбәребеҙ васыятына тоғро ҡалып: “Ҡыл яҡшылыҡ! Мәңгелеккә ҡала тик яҡшы исем”, – тип йәшәгән тыныс хеҙмәт ҡаһармандарын автор тормошсан һәм эпик картиналарҙа тасуирлай.
“Тимер быуат” поэмаһында әллә күпме шиғырҙарға торошло бихисап актуаль һәм глобаль проблемалар ҡуҙғата бит әҙибә! Аҙағыраҡ урын алған шиғырҙар иһә унда күтәрелгән борсоулы мәсьәләләрҙе, фәлсәфәүи уйланыуҙарҙы, тәрән психологик кисерештәрҙе тағы көслөрәк, үткерерәк, сағыуыраҡ асырға булышлыҡ итә...
Шағирәнең һуңғы осорҙағы ижад ҡаҙанышы (һәм ул фиҙакәр ижад ҡаһарманлығына тиң, тиер инем!) булған “Тимер быуат” поэмаһы тураһында һүҙ сыҡҡанда, шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: Искәндәриә хәҙер был жанрҙа ярайһы уҡ уңышлы һәм ырамлы эшләй. Быға уның “Самурай”, “Тулҡындар”, “Аҙнабикә”, “Тимер быуат” поэмалары дәлил. Әгәр ҙә тәүгеләрен шағирәнең үҙенсәлекле фантазияһы емеше, аллегорик-ассоциатив образдар менән эш итеүҙә тәжрибә туплауы тиеберәк ҡараһаҡ, “Аҙнабикә” һәм “Тимер быуат” поэмалары иһә хәҙерге башҡорт шиғриәтендә генә түгел, тотош милли әҙәбиәтебеҙ тарихында был жанр үҙенсәлектәрен, мөмкинлектәрен күрһәтеү, уларҙы тағы ла тәрәнәйтеү йәһәтенән яңы һүҙ, яңы күренеш булды. Был ике әҫәрҙең төп лейтмотивын авторҙың тарих һәм шәхес, халыҡ рухы хаҡында тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары тәшкил итә. Үҙенең шиғриәтендә һәр ваҡыт юғары поэтик образлылыҡҡа ынтылған ҡәләм оҫтаһы был поэмаларында ла милли ерлекле сағыу деталдәрҙе, символик образдарҙы, иҫтә ҡалырлыҡ йәнәшәлек күренештәрен мул һәм уңышлы ҡуллана. Уларҙың күбеһе хатта символ-образдар дәрәжәһенә тиклем күтәрелә. Уҡ, Толпар, Бөркөт, Даға, Дуға, Доға, Әүлиә, “Урал батыр” ҡобайыры, Әүернә, Әзрәҡә, Ҡәһҡәһә, Етегән йондоҙ, Тимерҡаҙыҡ йондоҙо, Ҡош Юлы һымаҡ ысын мәғәнәһендә тәрән фәлсәфә менән һуғарылған береһенән-береһе сағыуыраҡ, фәһемлерәк символ-образдар менән хәтерҙә ҡала шағирәнең “Тимер быуат” поэмаһы. Әйтәйек, бөгөнгө йәшәйеш-булмышыбыҙҙы, шулай уҡ кешелек донъяһының ҡот осҡос трагедияға табан китеп барыуын асып һалырға теләп асырғанған лирик герой, үҙен һәм яҡындарын – апаһы менән ағаһын – борсоған һорауҙарға яуап табыу маҡсатында, тарих төпкөлөнә “уҡ ата”, ләкин ябай уҡ түгел ул, ә “фекер уғы”.
Поэманың артабанғы юлдарында авторҙың фекер уғы “ваҡыт төпкөлөнә” оса: “Осто уғым, дәүерҙәрҙе үтеп, ғәрәсәтен үтеп һыу-уттың”. Ә “ваҡыт төпкөлө” ҡайҙа һуң? Әлбиттә, башҡорт халҡының мәшһүр “Урал батыр” ҡобайырындағы бөтә кешелек донъяһына нигеҙ һалған Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡ йәшәгән заманда! Бына шул рәүешле быуаттар төпкөлөнә үтеп ингән уҡ-фекер, әҫәрҙең үҙенсәлекле сюжет-композиция ҡоролошон хасил итешеп кенә ҡалмайынса, халҡыбыҙҙың оҙайлы, данлы һәм шанлы тарихын уҡыусының күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итеүсе символик образ рәүешен ала. Уҡ-фекер артынан барған уҡыусы лирик геройҙың “хыялында толпар-аттың ялдарын үргән” ағаһы, Тимерҡаҙыҡ тигән йәшерен исем (йүргәк исеме) ҡушыу арҡаһында тере ҡалып, нәҫелен артабан дауам иттергән, “Бөйөк Ватан һуғышын үтеп, бар донъяны урап ҡайтҡан” атаһы Ишбулды Әйүп улының, һуғышта хәбәрһеҙ юғалған ҡартатаһы – элекке буденовсы, кавалерист Камалетдин Баһауетдиновтың, уның береһенән-береһе бәләкәйерәк биш балаһы менән тол ҡалған ҡатыны Нәҡиәнең һәм башҡа ауылдаштарының яҙмышы менән таныша. Ул яҙмыштар, сылбыр кеүек бер-береһенә ялғанып, шәжәрә ағасы, уның айырым ботаҡтары, япраҡтары рәүешендә уҡыусының күҙ алдынан үтә. Был шәжәрә ағасында “Саңҡ! Саңҡ!” итеп көн дә ауылды уятҡан, поэманың образдар системаһында халыҡ көсөн кәүҙәләндергән тимерсе Барый бабайҙың яҙмыш-булмышы айырым иғтибарға лайыҡ. Барый ҡарттың ғына түгел, ғөмүмән, тотош халҡыбыҙ яҙмышын талантлы ҡәләм оҫтаһы үҙ-ара рифмалашып килеүсе бары тик өс һүҙ – өс поэтик деталь ярҙамында ғына асып биреүгә өлгәшкән:
Даға.
Дуға.
Доға.
Ошо өс һүҙ
Билдәләмәй микән булмышты?
Искәндәриәнең һуңғы осорҙа әҙәби тәржемәләр, айырыуса, данлыҡлы фарсы фәйләсүфе, тере сағында уҡ исеме легендаға әйләнгән, изге кеше тип иғлан ителеп, тиңһеҙ ижади мираҫ ҡалдырған Йәләлетдин Руми мәснәүиҙәрен (ике юллыҡтарын) башҡортсаға ауҙарыу менән ныҡлап шөғөлләнеүе хаҡында әҙәбиәт һөйөүселәр хәбәрҙарҙыр, моғайын. “Рух көмбәҙе” китабының өсөнсө бүлеге тап шул тәржемәләрҙән тора ла инде. Искәндәриә ауҙармаһындағы Руми мәснәүиҙәренең һәр ҡайһыһы милли колоритлы булыуы, йәғни, үҙе маҡсат итеп ҡуйғанса, “саф башҡортса” яңғырауы менән күңелдәрҙе әсир итә. Һигеҙ быуат әүәл ижад иткән Мәүләнә Йәләлетдин Руми мәснәүиҙәре башҡорт телендә халыҡсан юморға бай, тормошсан аҡыл менән һуғарылған булыуы, шул уҡ ваҡытта ритм, рифма теүәллеге йәһәтенән йырлап, уйнап тороуы менән күңелдә уйылып ҡала. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Беҙ күрмәгән яҡтылыҡ” тигән мәҡәләһендә шағирәнең ошо нурлы бейеклектәрҙе асыуҙағы хеҙмәтен юғары баһаланы.
“Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығы иһә үҙенең һәлмәклеге, тослоғо, йоғонтололоғо менән хайран итә. Шиғырҙарҙың исемдәренән генә лә шағирә һуңғы йылдарҙа яулаған ижади юғарылыҡты тойомларға мөмкин: “Ваҡыт һүҙе”, “Шаһтау”, “Торатау”, “Ерем тамыры”, “Ҡабырсаҡ-әүернә”, “Йәшә, шихан!”, “Ҡуштауҙағы ант”, “Ваҡыт даръяһы”, “Шәжәрә”, “Думбыра сыңы”, “Көлтәгин һәм Төнйоҡуҡ”, “Эзоп теле”... Был бейеклектәргә шағирәне уның ғәмле лә, сәмле лә тынғыһыҙ рухы әйҙәй. “Аҡ һүҙеңде әйт һин дәүергә”, – тип ҡанат ҡуя:
Хаҡ юлыңда бул һин халҡың менән,
Аҡ һүҙеңде әйт һин дәүергә!
Эйе, һәр дәүерҙә, һәр осорҙа ла әйтә килә аҡ һүҙен шағирә. Һүҙ ҡәҙерен белгәндәрҙең уны ситләп уҙмаясағына иманым камил, сөнки ул – рух һаҡсыһы булған талантлы шағирә һүҙе. Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлап әйтәм: Тамара Искәндәриә шиғриәте – хәҙерге башҡорт шиғриәтенең йөҙөн, кимәлен күрһәтеүсе ижад ул! Ә ундай ижадсылар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Тамара Ишбулды ҡыҙының бөртөкләп йыйған күңел ынйылары, ижади табыштары, асыштары халҡыбыҙҙың рухи ҡаҙаныштары рәтенә күптән ингән һәм республикабыҙҙың Салауат Юлаев премияһына лайыҡ, тип ныҡлы ышаныс менән әйтәбеҙ!
Ғәҙилә БҮЛӘКОВА