

Ҡырағай баҙар шарттарында ауыл хужалығы, ауыл проблемаларын күтәргән йәнә бер очерк “Имәндәрҙе терәтерҙәй ирҙәр бар ерҙә” тип атала. Таңсулпан Ғарипова очерктың башында һүҙҙе ирҙәрҙән түгел, ерҙән – төп герой Флүр Ураҙмәтовтың тыуған ере Шишмә районынан башлай. Был райондың Мостай Кәримдең тыуған төйәге булыуын телгә ала, “Өфө ҡалаһы үҙенең быуаттар тәрәнлеге менән иҫәпләнгән ғүмерендә Шишмә ҡатындарының һауған һөтө, ҡатығы, ҡаймағы менән туҡланған”ын иҫкә төшөрә, Түбәнге Тирмә ауылы янындағы Турахан кәшәнәһе, Әхмәт Йәсәүи тарафынан башҡорт халҡына ислам динен таратырға ебәрелгән Хөсәйенбәк зыяратының да тап ошо төйәктә урынлашҡан булыуын билдәләп үтә. Былар тарих – беҙҙең тарих, ти автор. Ни өсөн, Флүр Ураҙмәтовтың тарихҡа ниндәй ҡыҫылышы бар?
Бар икән шул. Таңсулпан Ғарипова район хакимиәте башлығының үҙенең тыуған еренә ҡаны-кендеге менән генә түгел, аҡыл-зиһене, күңеле-йөрәге менән дә береккән булыуын аңғарта. Очеркта бәйән ителгән ваҡиғалар бының ысынлап та шулай булыуын дәлилләй.
Башҡа район-ҡалаларҙа, хатта баш ҡалала етәксе вазифаларҙа (тимәк, күберәк аҡса алып) эшләгән ерҙән Флүр Ураҙмәтов барыбер тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Әҫәрҙәге “Илгә ҡайтыуҙың ояты юҡ” тиһә лә боронғолар, иле уны бигүк ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. “Сит илдәрҙә күп йөрөһәң, үҙ туғаның ят була” тип тә йырланыла” тигән юлдар уҙаманды һис тә еңел генә тормош көтмәгәненә ишара яһай, ләкин “был уның тыуған тупрағы, кендек ҡаны тамған, тәү башлап әсәһе ҡулдарына тотоноп, йәш үләндә тәүге эҙҙәрен яһаған, ер йылыһын тойған ере. Флүр Зиннур улы ла тыуған тупрағына үҙенең арҡа терәр дуҫтары менән генә түгел, ситтә йәшәгәндә йыйған алтынға алмаштырғыһыҙ тәжрибәһен дә алып ҡайта. Кешене үтәнән-үтә күреү һәләте, бай тормош тәжрибәһе хеҙмәттәшлек итеү оҫталығы, кеше менән ябай һәм изгелекле мөғәмәләһе, талапсанлығы һәм ғәҙеллеге тиҙ арала уның халыҡ араһында абруйын арттыра һәм танылыу килтерә”.
Райондың үҫешен дәлилләгән һандар, күрһәткестәр ҙә етерлек очеркта, шунһыҙ мөмкин дә түгел, әммә боронғолоҡ, ғәййәр замандарҙа ла халыҡтан иман-нур китмәүе әҫәрҙә төп лейтмотив булып бара, райондағы яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр төп идеяға буйһона. Айырыуса атаһы Зиннурҙың үлер алдынан әйткән һүҙҙәре – көслө деталь. Үпкә сире менән дауаханаға эләккәс, ул “Ошонан йүнәлеп сыҡһам, Әүлиә ҡәберен кәртәләйем”, – тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Кәртәләй. Яҡты донъя менән хушлашыр сағында улына ла “Әүлиә зыяратын ташлама”, – тип әйтә.
Һәр ҡайһыбыҙҙың илгә булған һөйөүе тыуған тупраҡҡа, уның ер-һыуына, ауылына, күршеһенә, кешеләренә һөйөүҙән башлана. Ошо һөйөү йәшәй Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Зиннур улы Ураҙмәтов йөрәгендә лә. Ошо һөйөү уға үҙе тыуған төбәкте көрсөктән сығарырға ла, беҙҙең ил халҡы өсөн таныш булмаған баҙар иҡтисады шарттарында районды тәүге биш алдынғылар рәтенә күтәргән. Көйәнтәләп ҡатыҡ күтәреп, аҙымлап Өфө һынлы ергә йөрөгән Шишмә ҡатындарының эшсәнлеге, фиҙакәрлеге күскән уның фиғеленә, тигән юлдар бар очерк аҙағында.
Әгәр Флүр Ураҙмәтов тыуған төйәгенең тарихына, яҡташтарының үткәндәренә һәм бөгөнгөһөнә битараф кеше булһа, уның үҙенең яҙмышы ниндәй булыр ҙа, Шишмә районы ниндәй етәксе ҡулына ҡалыр ине – кем белә? Бына шундай ирҙәр бурысы, ил яҙмышы тураһында уйландыра торған очерк ул “Имәндәрҙе терәтерҙәй ирҙәр бар ерҙә”.
Ауылды йәшәтәм тип ҡара тирен түккән Рәйес Сурин менән Флүр Ураҙмәтов тураһындағы очерктар 20 йыл элек яҙылһа ла актуаллеген юғалтмай, сөнки кешегә һалынған потенциаль ижад мөмкинлеген асыу, уға ышаныу һәм эшләргә мөмкинлек биреү мәсьәләләре – бөгөн дә көнүҙәк тема. Ауыл кешеһенең психологияһын яҡтыртыуы менән дә ҡиммәт улар.
Һәр кемдең дә ҡулынан килмәй...
Публицистың “Көрәш эҙләп сыҡҡан юлсы” тигән очеркында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова хаҡында һүҙ бара. Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары, “Йәшелдәр” альянсы партияһының төбәк бүлеге рәйесе булараҡ, Руфина Алик ҡыҙын борсоған, ул шөғөлләнгән проблемаларҙы урап үтһә, автор геройының булмышын бөтә тулылығында күрһәтеүгә ирешә алмаҫ ине.
Очеркка Рәшит Назаровтың шиғри юлдары эпиграф итеп алынған.
“Биш ғүмерле кеше кеүекмен мин,
Аҙмы ялҡын, аҙмы ут яна.
Һәр бер таңда минең йөрәгемдә
Башланмаған ғүмер уяна”.
Ошо юлдарҙы эпиграф итеп алып, Т. Ғарипова геройын биш ғүмерле кеше итеп һүрәтләргә бурыс алғандай үҙенә. Һәм ул быға ирешә лә. Тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып барған депутат берсә наркомания мәсьәләләрен өйрәнә, берсә экология проблемаларын күтәрә, уларҙы хәл итеү өсөн хәлдән тайғансы эшләй. Экологик хәле бөгөнгө талаптарға яуап бирмәгән предприятие етәкселәре менән берәмләп тә, йыйып та һөйләшә, хаттар ебәрә, закон телен дә аңлата. Кроношпанды төҙөүгә ҡаршы көрәшкән төркөм менән Мәскәү янындағы Егорьевск ҡалаһына барып килә. Экологияны яҡшыртыу буйынса эш алып барыусы төркөм төҙөй.
Һанап үтелгән проблемаларҙың береһенә генә тормошоңдо арнағанда ла бар ғүмерең китәрлек. Ә Руфина Шаһаповала улар күпме?!
Өфөләргә оҙаҡ йылдар тынғы бирмәгән Кроношпан, сүп-сар полигондары мәсьәләләрен күтәреү ҙә очерктың актуаллеген арттыра. Хәйер, йәмғиәтте борсоған проблемаларҙы күтәреү менән бер рәттән публицист, Махатма Ганди һүҙҙәре менән әйткәндә, “Әгәр донъяның үҙгәреүен теләһәң, үҙең шул үҙгәрешкә әүерел” тигән фекерҙе үткәрә. Юҡҡа ғынамы уның героиняһы ла “заманға һылтанмайынса, үҙ юлынан барырға, үҙенең көсһөҙлөгөнән көслөрәк булырға көс таба, сөнки ул үҙе теләгән үҙгәреште үҙендә үҙе яһай”. Руфина Шаһапованың биш миллионер кандидатты уҙып, депутат булып китеүе үҙ-үҙеңә ышаныуҙың, идеяларыңа инанғанлыҡтың ни тиклем ҙур көс булыуын күрһәтә һәм ҙур хыялдар менән йәшәгән кешеләргә, айырыуса йәштәргә, бына тигән өлгө.
Тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙар менән һуғарылған, дин, рухиәт, әхлаҡ проблемаларын күтәргән, халҡыбыҙ йолаларына заман күҙлегенән ҡарарға мәжбүр иткән очерк “Үҙем һайламаған яҙмыш” тип атала. Уның төп геройын автор үҙе “Бөйрәкәй”ҙәге Барсынбикәнең прототибы тип атай. Ике бала әсәһе, ир ҡатыны, Әбйәлил районының Юлдаш ауылы ҡыҙы Гөлнур Миҙәхәт ҡыҙы Фәҡиева үҙе лә аңламаҫтан, уйламаҫтан, бер ғүмерендә ике тормош менән йәшәй башлай. Бер яҡтан, ул бөтә кеше кеүек эшкә бара, балаларын, ирен ҡарай, донъяһын көтә, икенсе яҡтан, остаздарҙан һабаҡ алып, күрәҙәлек итә, кеше дауалай.
Авторҙың тел байлығы, һүрәтләү ҡеүәһе, образдар тыуҙырыу оҫталығы геройҙың бер халәтенән икенсеһенә күсерә. Урыны менән мажаралы әҫәр уҡығандай булып китәһең. Очерктың журналистика менән әҙәбиәт сигендәге жанр икәнлегенә асыҡ миҫал был.
2004 йылда эштән киткәс тә редакция менән бәйләнешен өҙмәй Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы: яратҡан жанрҙарында ижади эшмәкәрлеген дауам итә. 2012 йылда “Ватандаш”та уның уҡытыусы Миңзәлә Хәлилова (“Изгелек”) һәм Миңзифа Байышева” (№9) тураһында яҙғандары донъя күрә. 2013 йылда табип Фәниә Нафиҡова (“Аҡҡош аҡ килеш ҡала”, №6), актриса Рәзифә Динмөхәмәтова (“Күккә ашһа әгәр хыял” (№10), 2014-тә Флүр Ураҙмәтов тураһында (“Имәндәрҙе терәтерҙәй ирҙәр бар ерҙә” (№11) очерктары баҫылып сыға.
Яҙмышы роман итеп яҙырлыҡ, тиҙәр ҡайһы бер кешеләр тураһында. Ысынлап та, кемдәрҙеңдер тормошонда осоштар һәм түбән тәгәрәүҙәр, уңыштар һәм уңышһыҙлыҡтар сиратлап килә. Шундай геройҙы табыу – үҙе үк журналистың ярты уңышы, сөнки ундай яҙмыш үҙе һине уттан алып һыуға һала, авторға ла очерктың драматургияһы хаҡында баш ватырға кәрәкмәй. Таңсулпан Ғарипова өсөн “Аҡҡош аҡ килеш ҡала” очеркының героиняһы Фәниә Нафиҡова тап ана шундайҙарҙан. Әммә был ундай герой тураһында яҙыуы еңел икән тигәнде аңлатмай һис кенә лә.
Материал йыйыу тигән бик мөһим бер этап бар журналист эшмәкәрлегендә. Ошо этапта һәлкәүлек күрһәтһәң, материал яҙған саҡта фекерләү оҫталығы ла, тел байлығы ла ҡотҡармай. Айырыуса очерк өҫтөндә эшләгәндә, сөнки кеше менән 1-2 сәғәт һөйләшеп ултырып ҡына очерк яҙылмай. Геройыңды төрлө мөхиттә, төрлө хәл-ваҡиғалар солғанышында күҙәтеү мөһим. Ваҡиғалар сылбырынан уның киләсәгенә йоғонто яһарҙайын тойомларға, осраҡлыларынан арына белергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, геройыңдың тормошо менән йәшәргә, уның кисергәндәрен үҙеңдең башыңдан һәм күңелеңдән үткәрергә һәм уҡыусыға еткереү юлдарын-ысулдарын табырға тейешһең. Яҙыр кешең көн-төн эш менән мәшғүл булһа, бигерәк тә ҡыйын. Юҡҡа ғына Таңсулпан Ғарипова “Бер ҙур очерк яҙғансы, 1-2 хикәйә яҙыр инем”, – тимәй. Унда һин, исмаһам, үҙ иркеңдә, геройыңдың ваҡытына, мөмкинлегенә, кәйефенә бәйле түгелһең.
Материал йыйыу тураһында һүҙ башлауым юҡҡа түгел. Тап ошо этапта Фәниә Нафиҡова кеүек ауыр тормош юлы үткәндәрҙең ғүмерендәге иң бәләкәй ваҡиғаларға ла, әһәмиәтһеҙ күренгән күренештәргә лә ныҡ иғтибарлы булыу талап ителә, юғиһә уның ҡара болоттар араһына ингән сағын да, аҡ килеш ҡалыуын да абайламауың бар.
Публицистың яҙмаларына исем ҡушыу һәләте тураһында әйтеп үткәйнем инде, “Аҡҡош аҡ килеш ҡала” ла шуға бер дәлил. Бында төп героиняның аҡ халатлы булыуына ишара ла бар, ул – табип, икенсе яҡтан, был – уның ҡартатаһы Муллабайҙың һүҙҙәре. “Ниндәй генә ҡара болоттар эсенән үтһә лә, аҡҡош аҡ килеш ҡала”, – ти торған булған ул. Тормош ниндәй генә йөҙөн күрһәтһә лә, Фәниә бирешмәй. Бәләкәй генә сағында әсәйһеҙ ҡалыуы, атаһының уларҙы ташлап китеүе, ағаһы һәм ҡустыһы менән бер балалар йортонан икенсеһенә күсеп йөрөүҙәре, тәүге сабыйын юғалтыу, иренең хыянаты... Барыһы ла үтә уның башынан. Һыйындырыр, терәк-таяныс булыр берҙән-бер кешеһе була ҡартатаһы. Әммә уныһы ла ҡартайған көнөндә күҙенән яҙып, һуҡырайып ҡуя. Медицина институтында уҡып йөрөгәндә ейәнсәре уны Өфө күҙ дауалау институтына алып килеп һала. Операциянан һуң күреү бәхетенә ирешә ҡартатаһы, ә Фәниә иң ҙур бәхет сыраҡлы булыу икәненә төшөнә, күҙ табибы булырға ҡарар итә.
“Аҡҡош аҡ килеш ҡала”. Был һүҙҙәр ҡартатаһының васыяты, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә, төрлө хәлдәрҙә лә кеше булып ҡалырға саҡырыу кеүек яңғырай.
Ҡараймай Фәниә. Уның аҡ килеш ҡалыуын тынғыһыҙ эшмәкәрлеге, кешеләргә күрһәткән изгелеге аша ышандырғыс итеп һүрәтләй автор.
Ә бына “Ҡарҙа бешкән емеш” очеркының геройы Ғәлиә Ғәлимованың яҙмышы – Фәниә Нафиҡованың тап киреһе. Унда артыҡ тетрәнеүҙәр, яныуҙар һәм көтөлмәгән һынауҙар юҡ, уның тормошо тигеҙ генә бара. Нимәһе менән ҡыҙыҡлы һуң ул героиня булараҡ?
Үҙенең тотҡан урыны, булмышы менән берҙән-бер булған нәмәләр була. Башҡортостанда “Китап” нәшриәте дәүләт аҡсаһына китаптар сығарған берҙән-бер учреждение булған кеүек, уның баш мөхәррире лә берҙән-бер. Һәм уның кем булыуынан, ниндәй булыуынан күп нәмә тора. Нәшриәттең 90 йыллыҡ тарихы бар. Баш мөхәррирҙең вазифаһына ана шул дәүер мәғлүмәтен тулыһынса башына һыйҙырыу ҙа, тағы алдағы 90 йылға ҡараш ташлау ҙа инә, ти был хаҡта Т. Ғарипова бик мәғәнәле итеп. Шуға ла ул героиняһының асылын уның эшмәкәрлеге аша яҡтырта.
Очерктың башында Аллалар хаҡында риүәйәт һөйләнә. Бик тәрән мәғәнәле ул. Кешенең үҙендә йәшерелгән аҡыл-зиһен тураһында. “Бәндә үҙенең аңлы тормошон башлағандан алып бөтә һорауҙарына, бәләләренә һәм уңыштарына, һөйөнөстәренә һәм көйөнөстәренә яуапты үҙен уратып алған донъянан, кешеләрҙән эҙләй. Тик бик аҙҙары – иң зирәктәре – һорауҙы күңеленә бирә, яуапты шунан таба, уға ышана. Үҙенең эске тойғоһона ышанғандар өлгәшә уңышҡа”, – тип яҙа. Ошондай инеш, ошондай үҙенсәлекле асҡыс тәҡдим ителә китаптар донъяһында йәшәгән шәхестең күңел донъяһына.
Шулай ҙа барыһынан да бигерәк Т. Ғарипованың публицист оҫталығы “Йөрәк көсө” тигән очеркында тулыраҡ асыла. Хәлиҙәнең һауынсы булып китеүенән башлана очерк. “Ҡыҙ, туфлиҙарын сисеп, юл буйлап китеп бара. Тегер-тегер тәгәрләгән тәгәрмәс тауышы, үр һиҙеп бышҡырған ат тауышы (аттың үр һиҙеп бышҡырыуы минең өсөн яңылыҡ) уны туҡтарға мәжбүр итте. Ҡыҙ килеүсене шунда уҡ таныны. Ферма мөдире Ғәлимйән ағай икән.
Ҡыҙҙы ултыртып алғас, ферма мөдире, атын үҙ яйына ҡуйып, бер килке уйланып бара. Ҡыҙ уның ғәҙәттәгенән уйсаныраҡ икәнен тойомлай. Ҡыҙҙың уйын һиҙгәндәй, мөдир һүҙ башлай:
– Донъя мәшәҡәттәренән баш йырылыр көн булырмы икән, ҡыҙым, юҡмы! Бер һауынсым ҡулын һындырған. “Япон утары”на тота һалып кемде ебәрәһең?
Хәлиҙә өндәшмәне. “Япон утары” ҡайғыһымы унда?
– Әллә... – Ғәлимйән ағай сыбыртҡы һабы менән елкәһен тырнап алды, ат өҫтөндә тыныс ҡына ятҡан дилбегәне уйната бирҙе, – әллә, тим, кеше-ҡара тапҡылағансы, барып тораһыңмы, Хәлиҙә? Үҙеңә иптәшкә берәй ҡыҙ табып килтерермен. Тана булһа ла, силый группаны һөттөң самый мул сағында ни йәнең менән әрәм итәһең?”
Бына ошондай ҡәҙимге генә һөйләшеү. Бер ниндәй көсәнеү ҙә, яһалмалыҡ та юҡ унда. Колхоз эшен ҡайғыртып китеп барған ҡарттың дилбегәне уйната биреүе, сыбыртҡы һабы менән елкәһен тырнап алыуы был күренеште теп-тере итеп күҙ алдына баҫтыра. Уның йөҙөндә билдәле кинофильмдарҙа күреп өйрәнгән етәкселәрҙе сырамытаһың. Юғиһә ҡыҙға бүтән шарттарҙа һауынсы булырға тәҡдим ителһә, һөҙөмтә икенсе төрлө булыуы ла бар бит.
Ошондай йәнле картиналар ярҙамында автор ябай һауынсы тормошон мауыҡтырғыс итеп хикәйәләүгә өлгәшә. “Ҡасан һуң Фәриҙәгә еңел булды? Һарыҡ ҡараған саҡтарындамы? Бесән ташыуға алты ат бирҙеләр, алтыһы ла ҡорсаңғы. Ҡараңғынан тороп, шуларҙы егеп, ун ике саҡрым ергә атаһы менән бесәнгә китәләр. Барып етһәң, ирекһеҙҙән тын ҡыҫыла, ҡалын көрттә кәбәндең эшләпәһе генә саҡ күренеп ултыра. Ҡаҙып алғансы, кәбән эргәһендә ҡар тауы өйөлә, тейәп ҡайтырға сыҡһалар, йонсоу аттар тарта алмай. Уларын алмашлап ял иттергәнсе, ҡыштың ҡыҫҡа ғына көнө төнгә ауыша. Бәғзе ваҡыт ферма халҡы атай менән ҡыҙҙы фонарь тотоп эҙләргә сыға”.
Очерктағы ошондай һүрәтләүҙәр әллә күпме хәбәрҙе һәм мәғлүмәтте алмаштыра, уларҙан һуң эштең ни тиклем ауыр булыуы, кешеләрҙең йонсоуы тураһында һөйләү кәрәкмәй. Героиняның буласаҡ ире менән танышҡан мәле иһә сәхнә әҫәренән өҙөк тип торорлоҡ.
“Йөрәк көсө”нөң сюжеты Хәлиҙәнең тормош ағышына ҡоролһа ла, унда әсәһе Фәриҙәнең хеҙмәтен яҡтыртыуға ла ҙур ғына урын бирелә. Туранан-тура һәм абстракт сағыштырыуҙар барлыҡҡа килә, сюжет нығына, характерҙар тулылана, образдар баҙыҡлана.
Ғөмүмән, Таңсулпан Ғарипованың был очеркы – төрлө йөкмәткеле компоненттарҙан торған әҫәр. Мәҫәлән, бында диалогтарҙы бик урынлы файҙалана автор. Фәриҙәнең иренең һөйгәне артынан йәйләүгә эшкә сығырға хәл итеүе, 1975 йылдағы ҡоролоҡ, Хәлиҙәнең орден алып ҡайтыуы һөйләшеүҙәр, тура телмәрҙәр аша бирелә. Был үҙенсәлек очерктың телен тағы ла йәнләндереп ебәрә.
Нимә генә тимә, очерк – яҙыусылыҡ һәләте талап иткән жанр шул, ә инде Таңсулпан Ғарипова публицистикаһының теле – айырым өйрәнеүҙе талап иткән тема. Уның һүрәтләмәләрендә һәм очерктарында мәҡәлдәр, әйтемдәр, образлы сағыштырыуҙар, шиғыр юлдары, фәһемле фекерҙәр, совет заманындағы популяр лозунгылар һәм саҡырыуҙар, цитаталар, афоризмдар бик киң һәм бик урынлы ҡулланыла. Улар ярҙамында журналист фекер осон төйнәп ҡуя, мәғәнәгә асыҡлыҡ индерә, йөкмәткегә өҫтәмә бирә... “Әҙергә гөлбәҙәр”, “Мин мөхәббәт өсөн йәшәмәйем, йәшәү өсөн кәрәк мөхәббәт”, “Алыш бармы, тормош, әллә атышмы?”, “Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған”, “Йәшәү бит ул – асылыңды асыу”, “Һәр оло талант артында ҡатын-ҡыҙ тора”, “Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын”, “Кемдең итәгенә ут төшә, шул ғына белә”, “Бала булғас, сағаһы ла була”, “Эшлеклене эш ярата”, “Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ” һ.б.
Йәнләндереү саралары итеп тормош тарихтары ла һөйләнелә, легендаларға мөрәжәғәт ителә. “Япон утары”, “Таш ҡала” атамаларының килеп сығышын көтөүсе ауыҙынан бәйән иттереү – ифрат уңышлы алым. Етмәһә, автор уның тел үҙенсәлеген дә боҙмай. “Япон дәдәң, әллә ҡайҙағы диңгеҙ аръяғынан килеп, бында йорт һалмаған, кәнишнә”, “Тана булһа ла, силый группаны һөттөң самый мул сағында ни йәнең менән әрәм итәһең?”, “Муживит, булыр ҙа ине” кеүек миҫалдар очерк теленә халыҡсанлыҡ өҫтәй.
Күләмле жанр менән эш иткәндә әҫәреңде ҡора белеү мөһим, ябай итеп әйткәндә, очерктың башы – баш, аҙағында тамамланғанлыҡ интонацияһы булырға тейеш, бүлектәр бер-береһен ҡабатламай ғына һалынған фекерҙе үҫтерергә бурыслы. Рәғиҙә Янбулатоваға арналған “Һай йәмле лә ауылым иртәләре”н композиция ҡороу үрнәге тип атарға була. Әҫәр алты бүлектән тора һәм уларҙа Рәғиҙә Янбулатова ҡатын-ҡыҙ, әсә, актриса, шағирә, драматург, публицист булараҡ асыла. Күп ҡырлы талант эйәһенең эшмәкәрлек йүнәлештәрен асып һалғандан һуң, очерк ошондай юлдар менән тамамлана.
“Поэма” тигән һүҙ грек телендә “ижад итеү” тигәнде аңлата. Рәғиҙә Янбулатова үҙенең хеҙмәте, йәшәү рәүеше менән “Ҡатын-ҡыҙ”, “Әсә”, “Актриса”, “Шағирә”, “Драматург”, “Публицист” тигән бүлектәрҙән торған тәрән йөкмәткеле һәм юғары художестволы, гуманлыҡ идеялары, яҡты һәм намыҫлы йәшәү принциптары менән һуғарылған иҫ китмәле уҡымлы поэма ижад итте. Поэма, һәр хәрефе саф алтындан яҙылып, “Рәғиҙә Янбулатова” тип атала.
Нөктә ҡуя белеү оҫталығы ла сағыла бында. Уҡып бөткәс тә, уҡыусы күңелендә оҙаҡ яңғырап торор моң ҡалдырырлыҡ, төнгө йоҡоларҙан яҙҙырыр уй һалырлыҡ итеп йомғаҡлап ҡуйыу шулай уҡ һәр кемдең ҡулынан килмәй.
Таңсулпан Ғарипованың публицистикаһына йомғаҡ яһарҙан алда шуны әйтеп китеү кәрәк. Ул, әлбиттә, журналистиканың башҡа жанрҙарында ла эшләгән кеше. Шул уҡ “Ватандаш” журналында мәҡәләләр менән дә сығыш яһаған, реклама материалдары ла эшләгән. Райондар буйлап командировкаларға сыҡҡан, ойошма етәкселәре менән осрашып, геройҙар эҙләгән, түләүле материалдар ойошторған. “Ай һайын 100-200-әр мең һумға килешеүҙәр төҙөй торғайным”, – тип һөйләй был хаҡта үҙе.
Шулай ҙа Т. Ғарипованың журналист ижадын художестволы-публицистик жанрҙар билдәләй. Тәүге осорҙа ул башлыса әҙәбиәт, сәнғәт кешеләре тураһында һүрәтләмәләр яҙһа, һуңғараҡ төрлө һөнәр эйәләре менән очерк жанрында эшләй. (“Йөкмәткеле, тәрән мәғәнәле ғүмер кисергән кешеләрҙе осратһам, улар тураһында яҙып ҡалғым килә. Ул бит китапта ҡала, кешеләргә, бигерәк тә йәштәргә үрнәк булып”).
Уның публицистикаһына юғары образлылыҡ, фекер тослоғо, йәнләндереү сараларын иркен ҡулланыу, тел байлығы, композиция ҡора белеү хас.
Яҙыусының художестволы-публицистик яҙмалары әҫәрҙәренең 6 томлығына ла ингән (уларҙың тәүге тапҡыр ҡайҙа, ҡасан баҫылып сыҡҡанын күрһәткәндә йәки яҙылыу хронологияһын тотҡанда бигерәк тә яҡшы булыр ине).
Очерк – журналист оҫталығының иң юғары баҫҡысы, тиҙәр. Художестволы-публицистик жанрҙарҙың короле, тип тә атайҙар. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова – үҙенең очерктары менән шул баҫҡысҡа күтәрелгән, милли матбуғатыбыҙҙы ла күтәргән публицист.
Рәшиҙә МӘҺӘҘИЕВА