Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
20 Сентябрь 2022, 11:00

Ҡурайсының бүләге кемгә тәғәйенләнгән?

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксуриндың ғаиләһендә матур ваҡиға көтөлә. 

Ҡурайсының бүләге  кемгә тәғәйенләнгән?Ҡурайсының бүләге  кемгә тәғәйенләнгән?
Ҡурайсының бүләге кемгә тәғәйенләнгән?

Билдәле ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Биксурин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тиҙҙән ғаиләләрендә буласаҡ бик матур ваҡиға тураһында яҙҙы. “24 сентябрҙә Яр Саллыла туй була. Ҡыҙыбыҙ Ҡәҙриәне Илфатҡа кейәүгә бирәбеҙ. Үҙ ҡулдарым менән, ҡатыным Гөлназ менән бергәләшеп, бирнәгә һандыҡ эшләнек”, - тип яҙҙы Азат Биксурин.

Халҡыбыҙҙың ҡурай моңдарын Рәсәй киңлектәрендә, донъя кимәлендә яңғыратҡан ҡурайсыны һәм уның ғаиләһен ошо матур байрам менән ҡотлайбыҙ! Йәштәргә бәхет, һаулыҡ, яңы ҡорған ғаиләләренең ныҡ булыуын теләйбеҙ!

Фото, видео: Азат Биксуриндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас