

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы, уның легендар командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов хаҡында художестволы әҙәбиәтебеҙгә йәнә бер әҫәр – Флүр Ғәлимовтың “Генерал Шайморатов” тигән тарихи романы өҫтәлде (“Ағиҙел”, 2021 йыл, 8-се һан).
Әлбиттә, быға тиклем дә дивизия, генерал, полк командирҙары, айырым яугирҙәр тураһында әҫәрҙәр бар ине. Әйтәйек, үткән быуаттың 50-се йылдарында уҡ Ибраһим Абдуллин “Генерал Шайморатов” тигән пьеса яҙҙы, унан Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа” тигән китабы, Тайфур Сәғитовтың “Аманаты” баҫылып сыҡты. Яныбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа” романы, Рамаҙан Өмөтбаевтың “Генерал Кусимов” документаль повесы, полк командиры Сәғит Әлибаевтың көндәлектәре, Аҫылғужаның “Бирешмә, Бәҙри” повесы, Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” драмаһы, хәтирәләр, иҫтәлектәр яҙылды. Бынан тыш, генералдың яҡташтары – ҡырмыҫҡалылар уның тыуған ауылында һәйкәл ҡойоп ултыртты. Быйыл илебеҙ Президенты Указы менән уға Рәсәй Геройы (ниһайәт!) тигән юғары исем бирелде, баш ҡалабыҙҙың Совет майҙанында йәнә бер һәйкәл асыласаҡ. Ҡыҫҡаһы, генерал һис тә онотолмай, шәхесе, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары әҙәбиәтебеҙҙә, театр сәнғәтендә, һынлы сәнғәттә, йырҙарҙа, иҫтәлектәрҙә йәшәүен дауам итә.
Ф. Ғәлимовтың “Генерал Шайморатов” тигән романы – прозаның был күләмле төрөнә хас булғанса, пацифистик әҫәр, йәғни күп һыҙатлы, күп ваҡиғалы, күп геройлы, киң географиялы. Бында Сталин ставкаһы ла, Гитлер ставкаһы ла, ике яҡтан да фронт, корпус, дивизия штабтары, юғары вазифалы маршал, генералдар; айырым ябай һалдаттар, ауыл, хаттар аша бәйән ителгән тыл, Шайморатовтың шәхси тормошо. Былар барыһы ла фронттың алғы һыҙығы, дошман ҡаршыһында ғына түгел, алғы һыҙыҡ республика, тотош илдә барған ҡан ҡойғос ғәрәсәт икәнен күрһәтә һәм әҫәрҙе киң панорамалы итә. Миңә ҡалһа, романда уйлап сығарылған, йәғни әҙип фантазияһы барлыҡҡа килтергән “әҙәби донъя” юҡ, һәммәһе лә реаль тормошта булған ваҡиғалар, реаль кешеләр, улар араһындағы реаль мөнәсәбәттәр тасуирлана. Шуға ла уның жанрын “тарихи-документаль роман” тип нарыҡлаһаң, дөрөҫөрәк булыр һымаҡ. Быға дивизия азат иткән ауыл һәм ҡалаларҙың аныҡ исемдәрен, Сталин бойороҡтарын, теге йәки был бәрелештә ике яҡтан нисә һалдат һәм офицер ҡатнашҡанлығын, юғалтыуҙарҙы, юғары вазифалы хәрбиҙәрҙең әйткән-яҙғандарын, хәрби часть һандарын һ. б. мәғлүмәттәрҙе лә өҫтәһәң, бының логик яҡтан дөрөҫ булыуын күрербеҙ. Унан килеп, “документ” һүҙе үҙе үк уҡыусыны ваҡиғаларҙың тап шулай булыуына ышандырыу көсөнә эйә.
“Генерал Шайморатов” романында мәғлүмәт күп. Иң мөһиме, һыҙланыу, әсенеү, ғәҙелһеҙлектәрҙе, командирҙарҙың бер-береһен аңламауын күреү бар. Автор романында шул дәһшәтле йылдар мөхитен, ҡайнар һауаһын, кешенең фиҙакәр батырлығын, фронт һәм тыл берҙәмлеген, генералдың көслө характерын, полководец булараҡ оҫта тактик, стратег икәнлеген күрһәтә алған.
Мин романдың, нигеҙҙә, бер аспектына, үҙемә ҡалһа, төп аспекттарының береһенә туҡталғым килә. Ул әллә ни күҙгә бәрелеп тормай, уны автор үҙе лә әллә ни ҡалҡытмай һымаҡ. Әммә генералдың фажиғәле үлемендә төп сәбәпсе була. Ул да булһа – “бәләкәй халыҡ” (“малые народы”) вәкиле булғанғалыр инде, Шайморатовҡа ҡарата өҫтәгеләрҙең ғәҙелһеҙ мөнәсәбәте.
Беренсе момент. Академияла бергә уҡыған, бергә хеҙмәт иткән иптәштәре күптән генерал званиеһында юғары вазифалар биләһә лә (мәҫәлән, Жадов, Рыбалко армия командующийҙары булып китәләр), Шайморатовҡа генерал дәрәжәһе биреү оҙаҡҡа һуҙыла, хатта шул уҡ генерал-майор Борисов Миңлеғәле Минһаж улын уға хәләл Ленин орденынан да мәхрүм ҡалдыра. Тимәк, корпус, армия йәки фронт штабы кимәлендә үткәрмәйҙәр булып сыға.
Икенсе момент. Уға Советтар Союзы Геройы исемен юллаһалар ҙа (дивизияла 78 герой, ә командир герой түгел!), әлеге лә баяғы, юғары даирәләр йәнә үткәрмәй. Хәрби әҙерлеге, шәхси батырлығы ла, дивизияның уңышлы һөжүмдәре лә уларға бик яҡшы билдәле. Ошо ғәҙел булмаған сәйәсәт кавалеристарҙың дошман ҡулсаһын йырып сыға алмаясағын белә тороп, корпус командиры, иҫерек Борисовтан Башҡорт кавдивизияһына күрәләтә 66 пушкаға һәм бихисап пулеметтарға ҡаршы ташланырға хыянатсыл бойороҡ бирҙертә. Әлбиттә, ҡамауҙан сығыуҙың икенсе варианттары ла булғандыр, бәлки, саҡ ҡына көтөргә йәки икенсе йүнәлештә хәрәкәт итергә, ентекле разведка яһарға кәрәк булғандыр, әммә корпус командирының бойороғон үтәмәй сара юҡ – әллә ҡасандан килгән шәхси үсе ҙур фажиғәгә сәбәпсе була.
Ә уйлап ҡараһаң, шул уҡ ғәҙелһеҙлек Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен биреүгә 80 йылға яҡын “ҡамасауланы” бит. Барыбыҙҙың күңелендә йөрөгән был хыял саҡ быйыл тормошҡа ашты.
Хәтерҙә һаҡланған иҫтәлектәр
Мәҡәләгә әҫәрҙә тормош дөрөҫлөгө менән художестволы дөрөҫлөк нисбәте тигән мәғәнә һалғайным. Тыуған ауылымда (Ғафури районының Һабай ауылы) өй аша ғына күршелә Ғәббәс Басиров бабай йәшәне. Йомош-юлға, улына, класташым Рафилға уйнарға кергеләп йөрөнөм. Ауылда башланғыс, Юлыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә уҡыған саҡтар. Керһәң, Ғәббәс бабай йыш ҡына беҙгә, малайҙарға, һуғыш тураһында һөйләй. Ул бәйән иткән бер нисә ваҡиға хәтергә уйылып ҡалған.
Иң йонсотҡаны немецтың самолеттары булды, тигәне иҫтә. Ҡапыл килеп сығалар ҙа бомба яуҙырырға, пулеметтарынан атырға тотоналар. Бер генә үтеп китһәләр ярай ҙа, әйләнеп тағы киләләр, тағы... Арттарынан әллә күпме кеше, ат ҡырылып ятып ҡала. Йәшенер урын юҡ. Ҡола яланда саҡты һағалайҙар. Шундай һөжүмдәренең береһендә бомба ярсығы тейеп, күҙһеҙ ҡала яҙа ауылдашым. Ул, ысынлап та, насар күрә ине, һәрмәнеп кенә атлап йөрөнө...
Ғәббәс бабайҙың тағы бер мәғлүмәте. Һуғыш бөтөү менән аттарҙы һыпырып алып китеп бөтәләр. Айырылышҡанда барыһы ла илаша, аттар ҙа илай. Етмәһә, шунда уҡ ҡайтармайҙар, төрлө частарға тараталар. Байтаҡ хеҙмәт итергә тура килә – 1947 йылда ғына ҡайтып төшә ауылдашыбыҙ.
Эйе, һуғыш тамамланып, Советтар Союзына еткәс, аттарын Нахичевань колхоздарына, ит комбинаттарына оҙаттыралар, бер нисә юғары вазифа биләгән офицерҙы, полк командирҙарын (Кусимов, Әлибаев, Ҡадиров һ.б) төрлө сәбәптән дивизиянан айыралар, генерал Шайморатовҡа Советтар Союзы Геройы исемен юллауҙы төрлө сәбәп табып һуҙалар...
Ҙур баһаға лайыҡ
Ғәҙәттә, һәр әҫәрҙең, бигерәк тә күләмле әҫәрҙең, тәүге публикацияһынан һуң ул ныҡ ҡына эшләнә, сөнки яңынан уҡығанда әйтелеп бөтмәгән фекер, онотолған деталдәр, тамамланмаған ваҡиға йәки диалогтар күренә, уҡыусыларҙың да, әҙиптәрҙең дә кәңәш-теләктәрен ишетәһең. Ижадта был тәбиғи процесс. Ошо йәһәттән минең дә романға ҡарата бер нисә тәҡдимем бар. Уларға ҡолаҡ һалыу – автор иркендә, әлбиттә.
Беренсеһе. Милли республикаларға атлы дивизиялар ойоштороу кәрәклеген Сталинға ГКО (Дәүләт Оборона Комитеты) ултырышында элекке кавалерист, 1-се Конармия командиры, маршал Буденный әйтһен. Ғәмәлдә тап шулай булыуы ихтимал бит. Әлбиттә, был тәҡдимгә Сталин тәүҙә ҡәтғи ҡаршы буласаҡ (ниндәй авантюра был, Буденный иптәш, танкылар, артиллерия, самолеттар һуғышы барғанда төшөңдә һаман ат күрәһеңме? Эйе, граждандар һуғышында атлыларың менән аҡтарҙы күп ҡайыҙланың. Тик ул заман үтте, был уйыңды онот...). Ә бөтә фронт буйынса сигенеүҙәр башланғас, Сталин йоҡоһоҙ бер төндә Буденныйҙың тәҡдимен иҫкә төшөрһөн дә шунда уҡ тегенең өйөнә шылтыратһын (иптәш Буденный, теге тәҡдимеңдә хаҡлыҡ бар, иртәгә был хаҡта фекер алышырбыҙ, бойороҡ әҙерләргә кәрәк булыр, ә һин Башҡортостан өлкә комитеты менән һөйләш...). Ә иртәгәһенә ГКО ултырышында Сталин был турала үҙе әйтһен, уны шунда уҡ икенсе кавалерист Ворошилов хуплап сыҡһын, унан – башҡалар...
Икенсе тәҡдим. Маршал Буденный менән Шайморатов танышлығын “нығытырға” кәрәк, уларҙың һуғышҡа тиклемге хәрби юлдарын бер нисә мәртәбә киҫештерергә кәрәк. Бәлки, инспектор булараҡ, бер-ике мәртәбә шылтыратыр ҙа, һуғышҡа инер алдынан дивизияның әҙерлеген тикшереү маҡсатында килеп тә китер. Һуңынан генералды яҡлап, аҡлап, республика етәкселегенә яҙған хат-хәбәре, Ҡорос-Кречетты Башҡортостанға алып ҡайтырға рөхсәт итеүенә логик рәүештә ялғанып китә. Хатта төҙөләсәк дивизияға кемде командир итеп ҡуябыҙ, тигән һорау сыҡҡанда ла Шайморатов кандидатураһын Сталинға тап Буденный күрһәтеүе лә ихтимал бит. Реаль тормошта улай уҡ булмаған хәлдә лә, художестволы әҫәр ҡанундары буйынса был шулай уҡ аҡлана. Былар барыһы ла Шайморатов образын тағы ла баҙыҡландырып ебәрә һәм уның илдең иң юғары хәрби әһелдәре менән таныш булыуын, уны белеүҙәрен, хәрби әҙерлеген юғары баһалауҙарын күрһәтә.
Флүр Ғәлимовтың “Генерал Шайморатов” романы, миңә ҡалһа, яу яландарында ятып ҡалған яугирҙәргә ҡойолған һәйкәл ул. Ул – генерал Шайморатовҡа һәйкәл, шундай легендар дивизия йыйған, йыя алған халҡыма һәйкәл. Был тарихи романды һәр башҡорт уҡырға тейеш, һәм ул, әлбиттә, иң ҙур баһаға лайыҡлы әҫәр.
Әмир ӘМИНЕВ