

Башҡортостанда 17 креатив индустрия мәктәбенең береһе асылды. Бындай мәғариф учреждениелары "Рәсәйҙә уйлап табылған" федераль проекты ярҙамында эшләй. Унда шөғөлләнгән уҡыусылар бушлай тауыш режиссураһын, электрон музыканы, фото һәм видео төшөрөүҙе, анимацияны, һанлы технологияларҙы өйрәнә ала. Элек профилле колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары ғына ошондай йүнәлештәр буйынса бушлай белем ала ине.
Мәктәп Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжында урынлашҡан. 2021 йылда был уҡыу йорто креатив индустрия мәктәптәре ойоштороуға Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ойошторған конкурста ҡатнашып, еңеп сыҡҡайны.
Мәктәп өсөн 46 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, шуның 39 миллион һумға яҡыны - федераль, ҡалғаны республика ҡаҙнаһынан. Яңы уҡыу йылына дүрт студия өсөн ҡорамалдар, төрлө кәрәк-яраҡ һатып алынған.
Яңы заманса мәктәптә уҡыусылар остаздары менән бергә сәнғәт һәм һанлы технологиялар берләшкән урында үҙенсәлекле проекттар эшләй ала. Был өҫтәмә белем алыу мөмкинлеге лә. Колледж директоры Римма Йәнтүрина әйтеүенсә, унда 12-17 йәшлек балалар бушлай уҡый ала. Тәүге төркөмдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 25-се коррекция мәктәбенән дә бер нисә уҡыусы бар.
Беренсе йылда балалар бөтә йүнәлештәр буйынса шөғөлләнә, ә икенсеһендә - тәрән өйрәнеү өсөн һайлауға берәү генә ҡаралған. Уларҙы колледж уҡытыусылары һәм саҡырылған педагогтар уҡытасаҡ. Быйыл Башҡортостандан 2023 йылда креатив индустрия мәктәбе ойоштороуға ғаризаны Өфө сәнғәт училищеһы ебәргән. Конкурс еңеүселәре йыл аҙағында иғлан ителәсәк.
Фото: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайты.