

"Транспорт һәм төҙөлөш" халыҡ-ара конгресы барышында "Конгресс" паркында "Халыҡтар дуҫлығы урамы"на килгәндәрҙе сағыу тамашалар көтә.
Күргәҙмәгә килгәндәр Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың - рус, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, белорус һәм башҡаларҙың ихаталарында уларҙың йәшәйеше менән таныша ала. Конгреста ҡатнашыусылар махсус программа әҙерләгән. Мәҫәлән, Бөрө районынан рус халыҡтары берләшмәһе боронғо тормошто сағылдырған күргәҙмә алып килгән.
— Ҡунаҡтар рус өйө нисек ҡоролғанын күрә аласаҡ. Бында мейес, ҡыҙыл мөйөш, бишек, көнкүреш һауыт-һабаһы һәм башҡалар бар. Бынан тыш, халыҡ кәсептәре өлгөләре тәҡдим ителә. Атап әйткәндә, етен эшкәртеүҙең бөтә этаптары күрһәтелгән, — ти Бөрө районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡарыусы Татьяна Сазонова.
Шуныһы ҡыҙыҡ, ихаталағы бөтә экспонаттар боронғо.
Ихата эргәһендә йәрминкә ойошторолған. Унда халыҡ кәсептәре өлгөләре ҡуйылған: славян ҡурсаҡтары, ағастан эшләнгән әйберҙәр, селтәрле һәм ағас биҙәүестәр бар. Хәйер, сәйһеҙ, балһыҙ, самауырһыҙ йәрминкә буламы!
– Беҙҙә шулай уҡ бейеүҙәр, жанглерҙар, сиғандар һәм ысын айыу буласаҡ. Шунһыҙ йәрминкә байрам төҫө алмаҫ, — ти Татьяна Сазонова.
Ҡаҙағстан ихатаһында традицион тирмәне күрергә, милли кейемдәрҙең, орнаменттарҙың матурлығын баһаларға мөмкин.
"Беҙ ҡунаҡтарға Ҡаҙағстанда сәй эсеүҙең нисек үтеүен күрһәтербеҙ, ҡаҙаҡ йолалары һәм көндәлек тормош тураһында һөйләрбеҙ, — ти Ҡаҙағстан вәкиле, ирекмән Герман Щукин.
Өфөнән Рәлиф Ситдиҡов күргәҙмәгә килгәндәр өсөн башҡорт сувенирҙары әҙерләгән. Ул үҙе күн әйберҙәр, биҙәүестәр эшләй, баш кейеме тегә.
Күргәҙмә 23 сентябргә тиклем 9.00 - 19.30 сәғәттәрҙә эшләй. Инеү бушлай.
Игорь Тонконогий фотоһы.