

Ауылда йәшәп ижад иткән һирәк ҡәләм оҫталарының береһе Мөслим Әбсәләмовҡа, иҫән булһа, июндә 90 йәш тулған булыр ине. “Өфөлә йәшәп ижад итһәк, беҙгә лә баһа мәртәбәлерәк булыр ине”, – тигән ул бер ваҡыт Һабыр ауылында йәшәгән ҡәләмдәше Хәйҙәр Тапаҡовҡа. Ергә яҡын йәшәгән кеше мәшәҡәттәренең осо-ҡырыйы юҡ, шуға ла ауылда йәшәп, ижад менән шөғөлләнергә ваҡыт тапҡан кешене ҡаһармандар рәтенә ҡуйыр инем мин. Ул – тиҫтәләгән китап авторы.
Мөслим Бәхтийәр улы ике ауыр йөктө – уҡытыусылыҡты һәм яҙыусылыҡты тигеҙ тартты. Беренсеһен – төп эшен – яҡыныраҡ та күрҙе шикелле. “Теп-теүәл ҡырҡ йыл уҡытыусы булып эшләнем, шуға күрә үҙемде иң беренсе мөғәллим, шунан һуң ғына яҙыусы тип һанайым”, – тине ул үҙенә хас тыйнаҡлыҡ менән. Төп эшен еренә еткереп башҡарҙы Мөслим ағай. Быға шикләнергә урын юҡ – маҡтаулы исемдәр юҡҡа бирелмәй. Ә ул – РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Мөслим Әбсәләмовтың мәктәп йылдары Бөйөк Ватан һуғышы осорона тура килә. Ул бәләкәй саҡтан уҡ китап ярата, күп уҡый. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, мәктәп етәкселеге Мөслимде, иң яҡшы уҡыусыларҙың береһе булараҡ, Орск уҡытыусылар институтына йүнәлтә. Юлдыбай урта мәктәбенең тәүге сығарылыш ҡарлуғасы, ҡулына физика һәм математика уҡытыусыһы дипломын тотоп, туған мәктәбенә эшкә ҡайта һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә үҙен һәләтле остаз итеп күрһәтеп өлгөрә. Район гәзитендә шиғырҙары, хикәйәләре күренә башлай. Әҙәбиәткә һөйөү уны Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына алып килә. Юғары белемле башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 1963 йылдан башлап 30 йылдан ашыу балаларға туған телдән белем бирә.
Аҙ һүҙле, ләкин талапсан, үҙ эшенә ихлас бирелгән уҡытыусы була Мөслим Бәхтийәр улы. Уҡыусыларын походтарға алып сыға, әҙәбиәт түңәрәген алып бара, фотоға төшөрөү менән мауыға. Был йәһәттән уның эҙенән киткән уҡыусыһы Нәфисә Үтәғолованың иҫтәлектәре бик ҡыҙыҡлы. Юлдыбай мәктәбенә уҡырға килгән яңы уҡыусыны класташтары алдан киҫәтеп ҡуя: “Мөслим ағай уҡытҡан фәндән тырыш. Иншаларын ваҡытында тапшырып бар. Әтеү аҙаҡ имтиханға индермәй ҡуйыуы бар”. Ҡыҙ ныҡ тырыша. Уҡытыусы уны тейешенсә баһалап бара, башҡаларға үрнәк итеп ҡуя.
Бик күп уҡыусылары мөғәллим юлын һайлай. Бөгөн райондың иң ҙур мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөгән абруйлы педагогтарҙың күбеһе – Мөслим Бәхтийәр улының уҡыусылары.
Мөслим Әбсәләмов әүҙем хәбәрсе лә булып таныла. Район һәм республика баҫмаларында мәҡәләләре менән бер рәттән шиғыр, хикәйәләре лә күренә башлай. БДУ-ның һуңғы курсында уҡығанда “Йыр дауам итә” тигән хикәйә яҙып, “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһына ҡалдырып китә. “Рәми Ғарипов алып ҡалды, мин ауылға ҡайтып киттем. Сентябргә, уҡыу башланыуға, шул хикәйәм баҫылып та сыҡты”, – тип иҫләп ултырғайны Мөслим ағай ҙур ижадҡа тәүге аҙымын.
Тынғыһыҙ педагогик хеҙмәт ижадҡа ваҡытты бик аҙ ҡалдыра. Хатта Рәшит Солтангәрәев: “Аҙ яҙаһың, һирәк яҙаһың. Донъяға үлмәҫ өсөн килмәйбеҙ бит беҙ. Ғүмер үтер ҙә китер!” – тип тәнҡитләп тә ала. Шулай ҙа ул, ваҡыт табып, яҙышыуын дауам итә. 1976 йылда “Тәүге бүләк” исемле хикәйәләр йыйынтығы баҫылып сыға. Оҙаҡ та үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендәге балалар тормошон сағылдырған “Сонтор бала саҡ” повесы айырым китап булып нәшерләнә. Балалар өсөн “Берләм һуҡмаҡтар” хикәйәләр йыйынтығын, “Бөтә кешеләр ҙә бер туған” әкиәтен, “Үрҙәр” исемле хикәйәләр һәм повестар йыйынтығын баҫтырып сығара. Ғүмеренең аҙағында тәүҙә – “Ағиҙел” журналында, шунан айырым китап булып “Хәлфә” романы донъя күрә.
Мөслим Әбсәләмов – оҫта хикәйәсе. Ул ошо жанрҙың нескәлектәрен яҡшы белә. Ҡыҫҡа ғына материалда геройҙарының холоҡ-фиғелен, фекерен асып өлгөрә. Тормошто төрлө төҫтә, ракурста, ҡатламда күреп, замандың үткер проблемаларын үҙ йөрәге аша үткәрә.
“Ижади хеҙмәте Мөслим Әбсәләмовтың төп эшмәкәрлегенә һис тә зыян килтермәне. Киреһенсә, улар бер-береһенә ялғанып, тормошон тулыландырып, байытып барҙы. Яҙыусының үҙенән дәрес алыу уҡыусыларҙа ғорурлыҡ хисе уятты. Бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған яҙыусының уҡытыусылығы ижадында ярылып ята. Ул еңелсә ишаралар, нескә алымдар менән геройҙарының эске донъяһын сағылдыра, ҡәтғи һығымталар сығармай, ә үҙенә генә хас әҙәп менән берәүҙең күңел таҙалығын, икенсеһенең меҫкенлеген күрһәтә белә. Уның әҫәрҙәрендә заман идеологияһына яраҡлашырға тырышыу һиҙелмәй”, – тип яҙҙы оҙаҡ йылдар бергә, бер мәктәптә эшләгән коллегаһы, журналист Фәрит Рәмов.
Эш араһында ғына ижад иткән ауыл яҙыусыһы йәки ауыл шарттарында ла әҫәрҙәр яҙып, китаптар сығарған ҡаһарман тип түгел, ә ҙур, ысын ҡәләм оҫтаһы булараҡ баһаларға кәрәктер Мөслим Бәхтийәр улының эшмәкәрлеген. Хәйер, Мөслим ағай үҙ яҙмышына үпкәләргә уйламаны ла. “Бер ваҡытта ла әҫәрҙәремде бармаҡтан һурып сығарманым, яҙыу өсөн илһам көсө ҡәләм тотторҙо, геройҙарым мин йәшәгән мөхиттә, эргәмдә генә көн күрә. Тот та ҡағыҙға төшөр”, – тигәйне ул Юлдыбай ауылының мәҙәниәт йортонда, үҙенең 70 йәшен билдәләргә йыйылған ауылдаштары алдында сығыш яһап. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, ул бит “Сонтор бала саҡ”, “Һуңғы бейеклек” әҫәрҙәре геройҙары менән бер һауа һулай, бер ҡоҙоҡтан һыу эсә. “Хәҙер яҙыусылар Өфөлә генә түгел, ауылда ла йәшәй”, – тине ул шунда, ғорурлана биреп.
- Фәрит ӘХМӘРОВ
Сибай ҡалаһы
Йомағужа тирәктәре
Хикәйә
“Был донъяла йәшәп кем туйған?’’
Ололар һүҙе.
Мәғрур Уралтауҙың көньяғын битләп, йәннәттәй ер-һыуының һәм шунда быуын-быуын донъя кисергән халҡының оҙон, ҡатмарлы яҙмышы хаҡында бөтмәҫ-төкәнмәҫ тарих һөйләгәндәй алҡынып, һанһыҙ бөгөлмәләрҙә сайпыла-сайпыла ҡиблаға табан Һаҡмар аға. Шул боролмаларҙың береһендә – сиҙәм далалары бөткән ерҙә – тау ҡултығына һыйынып ҡына бәләкәй ауыл ултыра.
Ҡасандыр нигеҙ ташы һалған ир-уҙаман хөрмәтенәлер, моғайын, Яҡуп тип атағандар уны. Беҙҙән Нух заманында йәшәгән шул әҙәмдең хәҙер ҙә һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ юғары зауыҡлы булыуын әйтегеҙсе: тәбиғәттең ниндәй гүзәл урынын төйәк итеп һайлаған ул! Ҡотоптоң сасҡау елдәренә ҡалҡан булып, тиреҫ тәңгәлендә текә ҡая һерәйеп баҫҡан. Ауылдың был битләүенән Ырымбур яғына ауышҡан һайын тигеҙләнә һәм киңәйә барған иген баҫыуҙары башлана. Бында инде иртә яҙҙан алып ҡара көҙгә хәтлем көн буйы эш дөрләп ҡайнай, күҙҙе ҡамаштырып, саҡрымдарға һуҙылған офоҡтан-офоҡҡа хәтлем бер туҡтауһыҙ машиналар шауы яңғырап тора. Ана тегендә сауҡалар әлеге мөһабәт ҡаяны ике яҡлап Һаҡмар үҙәненә ҡәҙәр барып еткән дә, тал-тирәккә аралашып, һыу буйында теҙелешеп киткән. Эңер төшөү менән, ундағы һанһыҙ ҡоштары, эштән арып ҡайтҡан кешеләрҙе ҡаршылап, мең төрлө көйҙәрен сутылдарға тотона.
Күңелдә әллә күпме ләззәтле хистәр уятҡан, татлы хыялдар тыуҙырған шул матурлыҡтарҙы байҡай-байҡай йәйәү атларға яратам мин ауылға. Бына әле лә зыярат эргәһенән үткән берләм һуҡмаҡ буйлап ашыҡмай ғына барам. Тороп тор! Кемеһе донъя ҡуйған икән? Ҡара тупрағы түмһәйеп, яңы ҡәбер күренә. Башы осонда, йән өшөп, тән семерләрлек шомло уйҙар уятып, ҡарағусҡыл таш һерәйеп тора. Аяҡ осона ниндәйҙер мәрхәмәтлеһе йәш тирәк үҫентеһе ултыртып киткән...
Яңғыҙ-ярым булғанда зыярат хәүефләндерә бит ул. Һаҡ ҡына баҫып, кәпәсемде ҡулыма тотоп, ҡәбер янына яҡынлайым... Бәй, таныш таш!.. Унда соҡолған ғәрәпсә яҙыуҙарын уҡымай ҙа беләм мин уны. Һин дә вафатмы ни, йөҙйәшәр олатай?! Таныш таш...
(Дауамы бар).
- Мөслим ӘБСӘЛӘМОВ