Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 09:33

Балҡыһын күңел ҡояшы

Баш мөхәррирҙең һүҙе тос.

“Башҡортостан ҡыҙы” журналын асыу менән, ҡараш тәүге битендәге яҙмаға – “Баш мөхәррир һүҙе”нә төшә. Меңдәрсә уҡыусы ай һайын яратып көтөп алған, һәр һөйләме йәнде тылсымлы нурға сорнаған яҙмалар авторы – баҫмабыҙҙың баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гөлназ Ҡотоева. Тынғыһыҙ йөрәге аша үткәргән кисерештәрен, тормошобоҙҙағы һәм йәмғиәттәге хәлдәргә ҡарата бер кемдекенә лә оҡшамаған, ҡабатланмаҫ фекерен ана шулай аҡ ҡағыҙға һалып, журнал дуҫтары менән уртаҡлаша ул. 

...Быйыл йәй тыуған ауылым юбилейына ҡайтҡан саҡта журналыбыҙ дуҫтарына бүләккә Гөлназ Мират ҡыҙы шул китапты ебәргәйне. “Бер кистә тын да алмай уҡып сыҡтым. Гөлназға мең рәхмәт – китабын ҡул осонда ғына йөрөтәм, ҡат-ҡат алып уҡыйым”, – тине аҙаҡ уларҙың береһе – 80 йәшкә етеп килгән Ғәлиә апай Садиҡова. Ғүмер буйы һауынсы булып эшләгән, тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә етерлек татыған сабыр аҡыллы ауыл апайының был һүҙҙәре йыйынтыҡҡа иң оло, иң халыҡсан баһа, минеңсә.

Ғәлиә апай бигерәк тә “Шиғырҙарым – күгәрсен хаттары” тигән яҙманы хисләнеп ҡабул иткән икән. Унда һүҙ шул турала: коронавирус пандемияһы башланғас, авторҙың табип улы ковид-госпиталдә вахтаға – кешеләр һаулығы һағына баҫа. Ғүмер өсөн көрәш барған ерҙә телефондан һөйләшеү форсаты юҡ, смс-хәбәр яҙышалар. Вахта дауам иткән 14 көн буйы әсә доғала була. Һәм йөрәгенән урғылып сыҡҡан шиғырҙарҙы – балаһын дәртлән­дергән, уға көс биргән, йәшәүҙе, тормошто данлаған юлдарҙы телефон аша һала. Кешелек иртәгәгә ауыр тойғолар менән баҡҡан шул көндәрҙә йөрәк парәһенә “күгәрсен хаттары” нисек ҡиммәтле булыуын әйтеү кәрәкме?! 14 көн дауамында шулай аралашалар – шиғырҙарҙан тотош шәлкем тыуа. “Әлеге һынауҙар беҙҙе сыныҡтырһын, өмөтөбөҙҙө ҡыйратмаһын, ышаны­сыбыҙҙы юймаһын”, – тигән һүҙҙәр һәр беребеҙҙең күңелендәгенә ауаздаш булһа, яҙма үҙе – әсә һөйөүенең сикһеҙлеге хаҡында матур йыр... 

“Был китап һеҙгә бер кешенең күңел сөңгөлдәрен асыр. Үҙегеҙгә мин үҙемә ҡуйған һорауҙарҙы бирергә мәжбүр итер”, – тип яҙа Гөлназ Ҡотоева инеш һүҙендә. Кеше һәм ил яҙмышы, бәхет, мөхәббәт, яҡындар менән мөнәсәбәт ҡороу, рух таҙалығы, тән сәләмәтлеге, сәм, дәрт, йәшәү йәме – әҙәм балаһы өсөн мөһим ошо ҡиммәттәр хаҡында уның йөрәк утын ҡушып бәйән итеүе һиҫкәндерә лә, уйға ла һала. Һәм ғүмерҙең мәңгелек түгеллеген иҫкә төшөрөп, матур, илһамлы, йөкмәткеле йәшәргә саҡыра. Баҫмаға ингән бәләкәй генә мәҡәләләргә йыһандай ҙур мәғәнә һалынған, һәр береһе яҡты моңдан туҡылған.

Был китаптың нәшер ителеүе – милли журналистикала ысын-ысындан ҡыуаныслы ваҡиға. Һәм ул бөгөнгө художестволы публицистиканы үҫтереүгә Гөлназ Ҡотоеваның тос өлөшө булып тора, тиер инем. Яҙмаларҙа ул киң ҡарашлы, үткер ҡәләмле, рухлы журналист та, һутлы, яғымлы, наҙлы телле шағирә лә, күңел ҡояшын балҡытып, башҡаларға йылы өләшкән замандашыбыҙ ҙа булараҡ сағыла.

Мәртәбәле премияға, “Балҡыһын күңел ҡояшы!”нан тыш, аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ хаҡында тиҫтәнән ашыу мәҡәләһе лә тәҡдим ителеүе Гөлназ Мират ҡыҙының ҡатмарлы жанр – нәфис һүҙ һәм публицистика сәнғәте берлеген талап иткән очерктар оҫтаһы икәнлеген дәлилләй.

Бөтә нәмә үҙ ваҡытында, һуңламай килгәндә ҡәҙерле. Янып-ярһып, “халҡым” тип ижад итеүселәрҙең тырыш хеҙмәтенә дәүләт бүләге лә. Был уларға тау-таш аҡтарырлыҡ көс бирә. Журналистика өлкәһендә иң юғары наградаға – Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика дәүләт премияһына тәҡдим ителгән Гөлназ Ҡотоеваның балҡышлы китабын уҡығанда шулай уйландым.

- Әлмира КИРӘЕВА

Читайте нас