Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 09:32

Дөрөҫлөккә тоғролоҡ ярылып ята

“Хәтер ипкендәре” менән танышҡандан һуң тыуған уйҙар.

Башҡортостаныбыҙҙың яҙма ҡомартҡылары менән ҡыҙыҡһынған һәр кем ошо фекер менән килешер: беҙҙә эссе жанры әлегәсә юҡ дәрәжәһендә. Француз фәлсәфәсеһе Монтендың тәү башлап был йүнәлешкә нигеҙ һалыуына биш быуат самаһы ваҡыт үтеп китһә лә, башҡорттар араһында ошо даирәлә танылыу тапҡан шәхес осрағаны юҡ. Был ғәжәп түгел, сөнки эссе әле генә тыуған сабый хәлендә бит. Һәр хәлдә, илебеҙҙә, бынан өс тиҫтә йыл элек әҙәбиәтебеҙҙә ошо жанрҙың исеме телгә лә алынмай торғайны.

Тәлғәт Сәғитовтың “Хәтер ипкендәре” китабы ошо өлкәлә танылыу тапҡан тәүге әҫәр булмаҡсы. Эссеның исеме есеменә тап килһен өсөн, бер нисә шарт мотлаҡ үтәлергә тейеш. Шуларҙың иң мөһиме –  дөрөҫлөккә тоғролоҡ. Әгәр әҫәрҙә ошо талап үтәлмәһә, уны эссе тигән маҡтаулы исем менән атап йөрөтөү мөмкин түгел. Тәлғәт Ниғмәтулла улының әҫәре үҙ уҡыусыларының күңелен шуның менән арбай: дөрөҫлөктө күҙ ҡараһы кеүек һаҡлай ул.

Әйтелгән фекерҙе дәлилләү өсөн, бер генә миҫал килтермәк­семен. Китаптың 12-се битендә авторҙың Ғәзим Шафиҡов менән һөйләшеүе килтерелгән. Йәшерен-батырыны юҡ, башҡорт зыялылары араһында теге йәки был шәхестең саф башҡорт булыу-булмауына ҙур иғтибар бирелә. Танылған публицист, яҙыусы Ғәзим Шафиҡов туранан-тура: “Тәлғәт, әсәйеңдең милләте татар тиҙәр, шул дөрөҫмө?” – тигән һорау ҡуя. Һәм Тәлғәт Ниғмәтулла улынан ошондай яуап ишетә: “Ауырғазы районының Солтанморат ауылында тыуған, һөйләше – көнбайыш диалекты, паспортында башҡорт тип яҙылған. 19 йәшенән  Юрматы башҡорттары араһында йәшәгән”. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң, өҫтәп ҡуя: “Миңә башҡорт тәрбиәһе бирелгән, уның тарихы ла, рухы ла – минеке. Әнейем шуларҙы һеңдереп үҫе­үемде хуплап, әйҙүкләп мөмкинлек биргән”. Тәлғәт Сәғитов ысынбар­лыҡты йәшерергә ниәтләнһә, өҫтә килтерелгән өҙөктө әҫәренә индермәҫкә лә мөмкин ине. Әммә автор дөрөҫлөккә тоғро ҡала.

Иң мөһим талап үтәлһә, эссе жанры иғтибарҙы авторҙың кисе­реш­тәренә йүнәлтә. Ябай һүрәт­ләүҙән айырмалы рәүештә, әҫәрҙең был төрө шуның менән ҡылыҡ­һырлана: уның һәр һөйләме ҡәләм тирбәтеүсенең күңел түренән урғылып сығырға тейеш. Әҫәрҙә был талап тайпылышһыҙ үтәлә.

Әгәр дөрөҫлөккә тоғролоҡ талабы үтәлһә һәм үҙ кисерештәренә китап уҡыусыларҙы ла йәлеп итә алырлыҡ көскә эйә булһа, һәммәбеҙ ҙә авторҙың тел маһирлығына иғтибар биреү дәрәжәһенә күтәреләбеҙ. Был йәһәттән Тәлғәт Сәғитов үҙ уҡыусыларының өмөтөн тулыһынса аҡлай: әҫәр нәзәкәтле телдә яҙылған һәм халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады өлгөләре менән ҡупшы итеп биҙәлгән. Ишембай районы халҡына ғына хас булған таҡмаҡтарҙы, мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡулла­нып яҙылыуы эшенең мәртәбәһен тағы ла күтәреп ебәрә. 

Уҡыусыларының күңелен тарихи ваҡиғаларҙы тулыһынса яҡтыртырға ынтылыуы менән дә арбай эссе. Тәлғәт Ниғмәтулла улы, беле­үебеҙсә, заманабыҙҙың ҡайнап торған осоронда йәшәй һәм эшләй. Юғары вазифаларҙы биләгән дәүләт эшмәкәренә, республика кимәлендә танылыу тапҡан журналисҡа тарихи ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен дә хәл итергә тура килә. Ижтимағи-сәйәси ваҡиғалар­ҙың шаһиты булараҡ ҡына билдәле түгел Тәлғәт Сәғитовтың исеме – ул республикабыҙҙың тарихын тыуҙырған шәхес сифатында ла танылыу тапты. Ул “Башҡортостан” гәзите редакцияһына етәкселек иткәндә беренселәрҙән булып компьютер ҡулланып эшләүгә күсә. Авиация институты менән һөйлә­шеп, хеҙмәткәрҙәрҙе, журналис­тарҙы курстарҙа уҡытып ала. Вячеслав Полуэктов исемле егет менән берлектә башҡорт шрифттарын эшләп, уны башҡа ойошмаларға ла таратыу хәстәрлеген күрә. Хәҙерге заманса фотокамераларын ҡулла­нып эшләүгә күскәс, фотоһүрәттәр, ҡайҙа ғына төшөрөлмәһен, шунда уҡ өҫтәлгә килеп ята, иртәгә донъя күрәһе гәзит һанына инеп китә.

“Хәтер ипкендәре” республика­быҙҙың бер нисә тиҫтә йылды үҙ эсенә алған тарихын ентекләп һүрәтләй. Китапты ҡулына алған һәр кем шуға иғтибар итер: һәм­мәбеҙгә таныш булған яҡташта­рыбыҙҙың, зыялыларыбыҙҙың, дәүләт эшмәкәрҙәренең исемдә­ренән тыш, әҫәрҙең биттәрендә күренекле Рәсәй сәйәсмәндәре, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре хаҡында ла бай мәғлүмәт тупланған. Уларҙың һәр береһенә ҡыҫҡа ғына, әммә тоғро баһа бирелгән китапта.

Ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә эссеның бөтә ыңғай яҡтарын күрһәтеп биреү мөмкин түгел. Әммә шуныһы хаҡ: Тәлғәт Сәғитовтың “Хәтер ипкен­дәре” әҫәре Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге маҡтаулы премияға лайыҡ.

- Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ

Читайте нас