Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 09:36

Рухты күтәрер, күңелде паклар “Йөрәк һүҙе”

Наилә Сәфәрғолованың проекты дәүләт премияһына лайыҡ.

Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә иткән ижад емештәре араһында Наилә Сәфәрғолованың “Йөрәк һүҙе” проектының да булыуын күреп, ҡәнәғәтлек вә ҡыуаныс тойғоһо кисерҙем. Уны ғәҙеллектең матур бер күрһәткесе итеп ҡабул иттем һәм ошоға бәйле тыуған уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашыу урынлы булыр тигән ҡарарға килеп, ҡулыма ҡәләм алдым.

Был проектҡа бәйле мәсьәләгә киңерәк юҫыҡтан күҙ һалырға кәрәк, сөнки уның йөкмәткеһе һәм ғәмәли әһәмиәте шуны талап итә. “Йөрәк һүҙе” проекты – асылда, башҡорт рухи тормошоноң, башҡорт мәҙә­ниәте һәм әҙәбиәтенең хәҙерге заманғаса булған тарихи үҫеш юлын, идея-эстетик кимәлен күҙалларға булышлыҡ иткән, тәрән уй-тойғолар уятҡан, рухландырған, илһамландырған грандиоз ижади эҙләнеү емеше ул. Уның төп йөкмәтке асылы, рухи-мәҙәни миссияһы хаҡында уйланғанда, “Замандарҙың рухи балҡышы” (Өфө: Китап, 2006, 492 бит) тигән күләмле ғилми хеҙмәтемдең тәүге битендә үк урын алған фекерем иҫкә төштө: “Башҡорттар – эпослы халыҡ, яҙмалы халыҡ, китаплы халыҡ. Ундай байлыҡҡа оло тарихлы, тәрән рухи тамырлы ҡәүем генә эйә. Ошо рухи тамырҙарҙы беҙ үҙ асылыбыҙҙы юғалтмаҫ өсөн күҙ ҡараһындай һаҡларға, төплө өйрәнергә, быуындан быуынға тапшырырға, йөрәгебеҙҙә һәр саҡ йәшәтергә тейешбеҙ”.

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, шығырым тулы халыҡ солғанышында хәҙер инде биш тапҡыр иҫ киткес юғары кимәлдә тормошҡа ашырылған был проект башҡорттоң ана шул тәрән рухи тамырлы, юғары һүҙ сәнғәтле, бай яҙмалы вә китаплы халыҡ булыуын, ошо байлыҡты күҙ ҡара­һындай һаҡларға, йөрәгебеҙҙә һәр саҡ йәшәтергә, быуындан быуынға тапшырырға тейешлекте бөгөнгө ҡатмарлы осорҙа бөтөнләй көтөл­мәгән өр-яңы форматта, бығаса булмаған үҙенсәлекле формала ғәжәп фәһемле итеп сағыу күрһәтеп һәм иҫбатлап биреүе, шуны бөтә ғәләмгә балҡытып еткереүе менән һиммәтле. Ә был этапҡа сығыу, мәшһүр театр сәхнәһенән үҙенең шиғыр һөйләү, сәсәнлек маһир­лығын халыҡҡа күрһәтеү өсөн күп­ме шиғриәт һөйөүселәр телевединие аша сәмле ярышта ҡатнашты.

Проектҡа бәйле был процесс та халҡыбыҙҙың оҙайлы ваҡыттар буйына формалашҡан художестволы-эстетик аңының торғаны бер сәнғәти-мәҙәни гөлләмәләре донъя­һын хәтерләтте. Төрлө осорҙарҙа ижад иткән  шағирҙарыбыҙҙың йөҙәрләгән ижад таждары хасил итте был сәнғәти-мәҙәни гөл­ләмәләр донъяһын. Шул гөллә­мәләр донъяһынан йәмғиәт­тең бөгөнгө интеллектуаль-мәҙәни кимәлен лакмус ҡағыҙы, барометр кеүек күрһәтерҙәй, халыҡтың рухи вә эстетик талаптарына яуап бирерҙәй ижад емештәрен һайлап алыу шарттарын, конкурс тәртип-ҡағиҙәләрен әҙерләү һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыу юлдарын табыу проект авторы Наилә Сәфәрғо­лованың, ҡоро һүҙ һөйләп, ура-патриот булып йөрөгән шарлатан­дарҙан (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай әҙәмдәр беҙҙә етерлек әле) төптө айырылып торған юғары интеллектуаль-мәҙәни кимәлле, киң ҡарашлы, тәрән зауҡи-эстетик тәбиғәтле инсан, һүҙенән эше айырылмаған оҫта ойоштороусы булыуы хаҡында һөйләй. Шиғыр һөйләү конкурсының ниндәй генә формаларын уйлап тапмаған ул: яңғыҙ ҙа, икешәрләп тә, өлкән дә, үҫмер ҙә йәштәге башҡарыу­сыларҙың, профессиональ һүҙ оҫталарының һәм ябай хеҙмәт кешеләренең дә, шағирҙарҙың да үҙ-ара поэтик ярышыуы. Әйткәндәй, шағир атай­ҙарҙың йә әсәйҙәрҙең үҙ балаһы, уҡытыусыларҙың үҙ уҡыусыһы менән бөтә йәне-тәне менән бирелеп, илһамланып китеп шиғыр һөйләүҙәре (мәҫәлән, шағирә Зөлфиә Ханнанованың ҡыҙы менән (Гран-при яулап, автомобилгә эйә булдылар), прозаик, драматург Мөнир Ҡунафин­дың улы менән, шағир-уҡытыусы Фәнил Бүләковтың ҡыҙы менән (икенсе урынға лайыҡ булдылар), шағирә, журналист Лариса Абдуллинаның улы менән сығыш яһауҙары һ. б.) был проекттың мәғәнәүи идея-эстетик һәм әхлаҡи-этик асылын, ижтимағи ролен бермә-бер күтәрер, хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыр үҙенсә­лекле күренеш булды.

Бында мин “хәтерҙә мәңге һаҡ­ланыр” тигән сағыу һүҙҙән ситләшә төшөп, “оҙаҡ һаҡланыр” тиеү менән генә сикләндем. Бының сәбәбе шунда: ысынбарлыҡтағы, тормош­тағы яңыртып, реставрациялап торолмаған нәмәләр, күренештәр кеүек, хәтерҙәгеләр ҙә, яңыртып тормаһаң, тоноҡлана, иҫкерә барып, юҡҡа сыға. Айырым кешенеке генә түгел, халыҡтың хәтере менән дә шулай. Ә был хәлдең тора-бара ҡәүемдең тарих арбаһынан төшөп ҡалыуына булышлыҡ иткән үтә лә трагик эҙемтәләргә килтереүе бар. Шуның өсөн дә уның булмышына, яҙмышына, төрлө ижтимағи тормош өлкәләрендәге тарихына бәй­ле хәл-ваҡиғаларҙы, дәлилдәрҙе, күренештәрҙе битарафлыҡ тутынан, вайымһыҙлыҡ юшҡынынан таҙартып, яңыртып, балҡытып ебәреү хәстәрлеген даими күреп тороу фарыз. Шулай булмаһа, үткәнебеҙгә лә, бөгөнгөбөҙгә лә ҡул һелтәп ҡараһаҡ, киләсәгебеҙ тураһында уйланмаһаҡ, был инде намыҫыбыҙҙың тоноҡлана, рухы­быҙҙың туҙанлана барыуы, ҡан хәтерен уятып торор иманлы асылыбыҙҙан яҙыуға табан юл алыуыбыҙ билдәһе.

Ә бит бәләкәй һәм ҙур Вата­ныңдың, халҡыңдың үткән һәм бөгөнгө тормош-хәстәрлектәрен белеү, хәтерҙә яңыртып тороу ҡы­ҙыҡ өсөн түгел, ә фани донъяла үҙ урыныңды дөрөҫ табыу, быуын­дар бәйләнешен, берҙәмлек тойғо­һон юғалтмау, ҡан-ҡәрҙәшлек ептәре менән халҡыңа ныҡ бәйле икәнлегеңде аңлау, үҙ ил-йортоңда ныҡлы баҫып тороу, хужа итеп тойоу тойғоһо менән йәшәү өсөн кәрәк. Кешене сәләмәт рухлы, бай күңелле, киң фекерле иткән милли тойғо, тарихи аң, патриотик уй-ҡараштар шунан башлана. Кешемен тигән кеше барыбер ҙә үҙенең дә, халҡының да үткәнен барлап, бөгөнгө көн хәстәрлектәре менән ҡайнап, киләсәккә өмөттәр бағлап, пландар ҡороп йәшәй. Йәшәйеш­тең ваҡыт тигән ҡөҙрәтле төшөнсә менән билдәләнгән ана шул өс арауыҡтың береһе генә муртланһа ла, йәшәүҙең мәғәнәүи асылы, ижтимағи тормоштоң иҡтисади, сә­йәси, социаль һәм мәҙәни гармо­нияһы боҙола. Был гармонияның нисбәте быуындар бәйләнешенә, үткәнебеҙгә, бөгөнгөбөҙгә, килә­сәгебеҙгә ниндәйерәк мөнәсәбәттә булыуыбыҙға бәйле. Мөнәсәбәт ниндәй – һөҙөмтә лә шундай.

“Йөрәк һүҙе” проекты ошо хәҡиҡәтте аңлап эш итеүҙең сағыу бер күрһәткесе булды. Ул ысын мәғәнәһендә тыуған ергә, бәләкәй һәм оло Ватанға, халҡыңа, уның тарихына һәм бөгөнгөһөнә, теленә һәм мәҙәниәтенә, кешеләргә һөйөү тәрбиәләүҙең баһалап бөткөһөҙ әхлаҡи-этик, идея-эстетик юҫыҡ­тағы сараһы булды. Был проект үҙендә һүҙ сәнғәтенең, тасуири уҡыу сәнғәтенең, театр сәнғәтенең үҙенсәлектәрен синтезлаған идеологик, хатта әйтер инем, сәйәси әһәмиәттәге илаһи бер күренеш, бөгөнгө рухи-мәҙәни тормошо­боҙ­ҙоң сағыу асышы булды. Халҡым­дың, ғәзиз республи­камдың рухи донъяһын нурлап, матур киләсәккә әйҙәп йәшәгән “Йөрәк һүҙе” проекты авторы һис һүҙһеҙ дәүләте­беҙҙең юғары баһаһына лайыҡ. Уға артабан да ижади уңыштар, яңы асыштар теләйбеҙ.

- Ғиниәтулла ҠУНАФИН

Читайте нас