Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 09:48

Шиғриәт – күңел түренән сыҡҡан аһәң

Иман байлығы иң ҙур байлыҡ һанала.

мәҡәлә геройының ғаилә альбомынан.мәҡәлә геройының ғаилә альбомынан.
Фото:мәҡәлә геройының ғаилә альбомынан.

­­Бөгөнгө йома ҡунағы– Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Бөрйән районының Самат Ғәбиҙуллин исемендәге әҙәби премияһы лауреаты, һутлы ижады менән күптәрҙе әсир иткән билдәле шағирә, талантлы журналист Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.

– Айһылыу, һине шиғриәт, матбуғат донъяһына алып сыҡҡан юл ҡайҙан башлана?

– Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында туғыҙ балалы ғаиләлә етенсеһе булып ауаз һалғанмын. Әсәйем ныҡ бай телле, мәҡәл-әйтем менән генә һөйләшер кеше ине, йәне йәннәттә булһын. Ул әйткән мәҡәлдәр йыйынтыҡтарҙа ла юҡ хатта. Шиғриәткә алып сыҡ­ҡан юл Байназар урта мәктәбендә интернатта ятып уҡыған осорҙан башланды. Мәһәҙейҙән өс ҡыҙҙы, мине, Зилә Лираны (ул саҡта Ҡужахмәтова), Хәлиҙә Ғөбәйҙул­линаны рус класына ултырттылар. Иң тәүҙә ауырыраҡ ине, аҙаҡ өйрәнеп киттек.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әхмәт Шоғаев, әҙә­биәт дәресен күбеһенсә мәктәп программаһына инмәгән шиғырҙар уҡып, шуларға беҙҙән баһа бирҙертеүҙән башлар ине. Рәми Ғарипов шиғырҙарын даими уҡыныҡ.  Алтынсы класта Фәрхәнә Йәғәфәрова етәкселегендәге “Йәйғор нурҙары” түңәрәгенә йөрөй башланым. Ул, беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытмаһа ла, яҙышыуға һәләтегеҙ бар, тип түңәрәккә ағза итеп алды, тарихты һәйбәт белгән әбей-бабайҙарға ер-һыу атамаларының тарихтарын яҙып алырға йөрөттө.

Шул йылда  “Аҡтырнаҡ “тигән шиғыр яҙып, “Пионер” журналына ебәрҙем. Баҫылып сыҡҡас, шатлығымдың сиге булманы. Шунан дәртләнеп яҙышыу китте – мәктәптең “Комсомол прожекторы” тигән ҡулъяҙма-гәзиттә, интернатта “Ҡармаҡ” тигән гәзиттә шиғырҙарым даими баҫыла ине.

Әйткәндәй, Зилә Лира менән ут күршеләр булдыҡ. Мин – уларҙан, ул беҙҙән сығышманыҡ. Икәүләп әллә ниндәй сценарийҙар ҡороп, әллә ниндәй уйындар уйлап сығарыр инек беҙ. Ошолар ҙа телде үҫтереүгә булышлыҡ итеп, күңелгә шиғри орлоҡтар һипкәндер ул.

Ә журналистикаға уҡытыусы булып эшләгән саҡта “Таң” гәзитенә мәҡәләләр ебәреп килдем. Алдан күрә белгән мөхәрриребеҙ Юлай Манапов мине әллә нисә тапҡыр эшкә саҡырҙы, хат та яҙҙы. Тәҡдир үҙенекен итте – 11 йыл Ҡолғана мәктәбендә уҡытҡас, 2002 йылда “Таң” ға эшкә килдем һәм әле булһа ­­шундамын. Һөнәремде яратам. Миңә кеше араһында йөрөү, берауыҡ ситтәрҙең тормошо менән йәшәп алыу оҡшай. Журналист һөнәренән дә шәп шөғөл юҡ бит ул Ер шарында, тик аҡсаһы ғына аҙыраҡ, тип уйлап алам. Башта күпме мәғлүмәт, фекер, күңелдә тәьҫораттар йөрөй. Кешенең матур йәшәгәненә ҡыуанып, һәйбәт геройҙарҙан ыңғай энергия алып, телебеҙҙең һутлы солғанышына башкөллө сумып, ябай халыҡтың сағыу донъяһында үҙ кеше булып йөрөүгә ни етә?!

– Матбуғат һүҙе ниндәй көскә эйә? Һинеңсә, уның халыҡ алдында элекке кеүек абруйы бармы?

– Хәҙер кешегә һайлап уҡыу, мәғлүмәт ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Күпселек төрлө чатта, төркөм­дәрҙә ултыра, гәзит һүҙе менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмағандар ҙа бар, үкенескә ҡаршы. Гәзит һүҙенең бәҫе кәмей барған заман, әммә баҫма матбуғатҡа тоғро бер төркөм уны уҡый, унда күңел йыуанысы таба икән – бик хуп.

Хәҙер кешеләр телефонда “йәшәй”. Уның ыңғай яҡтары ла бар: элек, мәҫәлән, бөгөн яҙған шиғырыңды бер айҙан, бәғзе саҡ ярты йылдан матбуғат биттәрендә күреп булһа, бөгөн ул минуты-секунды менән уҡыусыңа барып етә. Ҡыҙыл йомортҡа көнөндә ҡиммәт. Китап сығармай ғына ла танылып, яҙғаныңды ҙур донъяға сығарып, фекереңде әйтеп була.

Элекке журналист нимә яҙһа ла, уның уҡыусыһы булды, сөнки гәзит-журналдарға конкуренция булманы. Хәҙер интернет үҙенең күп һәм ҡыҙыҡ мөмкинлектәре менән уларҙы тартып алды, шуға бөгөнгө журналисҡа кешене “аһ” итерлек нәмә яҙмай тороп, уҡыусыны  йәлеп итер әмәл юҡ.

– Шиғриәт нимә ул?

– Шиғриәт – күңел түренән сыҡҡан аһәң, хис. Ул кешелә матурлыҡҡа һоҡланыу, күркәм сифаттар, яҡшыға өмөт тәрбиәләп, фекере менән аңды уятырға, уй төйөнө, ойотҡо һалырға, һис юғы, һүҙе менән арбарға тейеш, тип уйлайым. Шиғырҙа фекер булһын тәүҙә. Ул булмаһа, һүҙ уйнатыу, һүҙ теҙмәһе генә була. Образдар – фекерҙе көсәйткән сара. Әйтер һүҙең йөрәктәргә барып етһә генә, ул шиғыр булалыр.

– Күңелеңдә шиғыр нисек ты­уа? Нисә китабың донъя күрҙе?

– Шиғриәт – минең өсөн бар донъя, тип әйтә алмайым. Бөгөн шиғыр яҙып ҡына йәшәп була торған заман түгел. Ошо хис, күңел эшенән тыш, ҡулың йә аҡылың менән табыш килтергәне, ғаиләңде аҫрағаны кәрәк. Шиғыр яҙыу – Аллаһтан, тип әйтергә йөрьәт итәм, сөнки ҡайһы бер шиғырҙарҙы “писарь” ролен үтәп кенә яҙам – юлдар үҙенән-үҙе ҡойолһа, теркәп ҡуям. Шиғыр “тоғом” сиселһә, әллә нисәүһе тыуа, бәғзе саҡ айлап ҡәләмгә үрелмәйем.

Бер ҡыҙыҡ яғым бар: мәҡәлә­ләрҙе шунда уҡ компьютерҙа ба­ҫам, ә шиғырҙы барыбер элеккесә тәүҙә ҡағыҙға ҡәләм йә ручка менән теркәйем. Ғәҙәттә, төндә тыуа ши­ғыр. Блокнот, ҡәләм алырға йыбанып ятһаң, бөттө-китте – иртә­гә­һенә шиғыр барыбер икенсе төрлөрәк яҙыла. Әлегә өс шиғыр китабым донъя күрҙе. Тәүге икәүһе – дөйөм йыйынтыҡта. “Алаңғырт-бөләңгерт” исемлеһе айырым китап булып сыҡты. Яҙған шиғырҙар, балаларға әкиәттәр, хикәйәләр күп – Алла бойорһа, улары ла донъя күрер әле.

– Шиғриәт тормош проблемаларынан ҡапланыр ҡәлғә йә трибуна булырға тейешме?

– Юҡ, шиғриәт тормош проблемаларынан ҡапланыр ҡәлғә булһа, бөтә кеше шағир булыр ине. Шиғыр – ана шул мәсьәләләрҙең хатта тормоштоң үҙенең шиғри юлдарҙа сағылышы ул. Тормош проблемаларынан һаҡланыр ҡәлғә – минеңсә, дин, намаҙ, ғибәҙәт, доға.

Шиғриәт трибуна булған һәм булырға дәғүә итә алалыр, тип уйлайым. Һәр шағир барыбер халҡына күңелендәгеһен әйтеп ҡалырға теләй.

– Бөгөнгө башҡорт шиғриә­тенә ниндәй баһа бирер инең? Кемдәрҙең ижадын яратып уҡыйһың, үҙеңә өлгө итеп ҡуяһың?

– Бөгөнгө башҡорт шиғриәте лә, элеккеһе лә бик көслө, сағыу һәм үҙ бурысын үтәп килә, тип уйлайым. Тик шиғриәт менән таныш булыу, шағир-шағирәләребеҙҙең ижадын халыҡтың уҡыу-уҡымауы – бөтөнләй икенсе тема.

Мин Салауат Әбүзәрҙең шиғриә­тен юғары баһалайым. Тамара Ғәниеваның шиғриәте – юғары манаранан. Таңһылыу апай Ҡарамы­шеваның тел байлығы иҫ киткес. Һәр шағир һәм шағирәнең көслө әҫәрҙәре лә, күҙгә эленмәҫлектәре лә бар.

– Гәзит уҡыусыларға, шиғриәт һөйөүселәргә нимә әйтер инең?

– Беҙҙең башҡорт теле – иҫ китмәле бай, боронғо тел. Ул – Аллаһ халҡыбыҙға инселәгән, бүләк иткән ниғмәт. Ошо ниғмәттән баш тартырға, йөҙ сөйөрөргә хаҡыбыҙ юҡ. Һәр быуын уны үҙ асылында, камиллығында һәм матурлығында үҙенән һуң килгә­ненә еткерергә тейеш. Берәүҙәр – һөйләп, икенселәр – көйләп, өсөнсөләр – яҙып, дүртенселәр – уҡып, бишенселәр – яратып, балаһына өйрәтеп...

Мин, байтаҡ ваҡыт диндә бул­ғас, үҙемдең төп миссиям – әсә, шағирә, журналист, ир ҡатыны булыу түгел, ә Раббыма ғибәҙәт ҡылыу икәнлеген беләм,шуға күрә асылыма ҡайтыуым, намаҙҙағы улым, ҡыҙым булыуы, иремдең яйлап булһа ла дингә ыңғайлауы, фарыздарымды һәм сөннәттәрем­де үтәй алыуым менән бәхетлемен. Иман байлығы – ике донъялағы иң ҙур байлыҡ. Ошо тоғро юлдан айырмаһын. Был донъяға мин ба­ҡый донъям өсөн орлоҡ сәсергә килгәнмен. Ошоно ваҡытында аң­лай алыуым менән дә бәхетле­мен.

– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айһылыу.

-  Римма СОЛТАНОВА

Читайте нас