Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 09:45

“Сибайҙарға ҡайтып торор булһам…”

Хәрби табип һәм журналист гуманизм яҡлы.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияларҙы биреү буйынса комиссия ултырышында тәҡдим ителгән эштәр ҡаралды. Конкурста ҡатнашыуға индерергә ҡарар ителгән кандидаттар араһында илһөйәрлек, әхлаҡ, киләсәк быуынды тәрбиәләү темаларына публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн “Киске Өфө” гәзите редакцияһы коллективы тарафынан тәҡдим ителгән штаттан тыш автор Хәлил Төхвәт улы Һөйөндөков та бар.

 

– Хәлил Төхфәт улы, һеҙ барлыҡ темаларға ла мәҡәлә, әҙәби әҫәр яҙа алаһығыҙ. Шул тиклем мәғлүмәт базаһын нисек хәтерегеҙҙә һаҡлайһығыҙ?

 – Көндәлек, әлбиттә, бер ҡасан да алып барғаным юҡ. Тормо­шобоҙҙоң теге йәки был өлкәһенә ҡағылышлы мәҡәләләр, башлыса, һиҙҙермәй генә ҡайҙандыр үҙҙәре үк килеп сыға. Шағир йә прозаиктар ҙа, ошо юҫыҡта һүҙ йөрөткәндә, “илһам килеү” тигән төшөнсәне ҡуллана бит әле. Бынан тыш, гәзит- маҙар уҡый башлаһаң, берәй авторҙың фекерен тотоп алып, уны яҙа торған әҫәремә сюжет өсөн “орлоҡ” итеп һалып ҡуям да артабан әкренләп үҫтерә лә башлайым. Ҡасандыр хәрби кеше һәм шул уҡ ваҡытта табип булыуымдың да яҙыусылыҡ эшемә ныҡ ҡына ярҙамы тейәлер тип уйлайым. Һәр хәлгә, ваҡиғаға ҡарата форма­лашҡан үҙеңдең фекерең дә була бит инде ул. Ҡыҙығыраҡ йә иһә, киреһенсә, ҡыҙғаныс хәлдәр хәтерҙән әллә ни тиҙ юйыла һалып бармай. Туған тел, лөғәтебеҙҙәге төрлө үҙенсәлектәр, диалекттар тураһында яҙғанда, бала сағым, атай-әсәйем, ауылдаштарым һөй­ләшен иҫкә алырға тырышам. Студент йылдарындағы башҡа район­дарҙан килгән һабаҡташтарымдың теленә лә ныҡ иғтибар итә торғайным. Хатта райондаш булған хәләл ефетемдең дә үҙенә күрә “бер төрҙөрәк һөйҙәшеүе” диалект­тар буйынса һүҙ йөрөтөүемә ныҡ ҡына ярҙам итә.

Ә динебеҙ хаҡында башланғыс мәғлүмәттәр атай-әсәйемдән кил­гән булһа, һуңғы 10 – 15 йылдар самаһы үҙем ентекләп өйрәнәм. Уңайы тура килгән һайын дини гә­зит, журналдар алдырып уҡырға тырышам. Ҡөрьән тәфсиренә, пәй­ғәмбәр хәҙистәренә ныҡ иғтибар итәм. Остазыбыҙ Ризаитдин Фәх­рет­диндың “Жәүәмиғүл кәлим шәр­хе” тип аталған ғәрәп хәрефтәре менән (1916 йылғы Ырымбур баҫмаһында) яҙылған китабы ла бар миндә. Күп кенә мәғлүмәтте шунан да алғылайым. Ә сәйәсәт, иҡтисад мәсьәләләре минең компетенциямда түгеллеген яҡшы аңлайым, шуға күрә лә ундай темаларҙы урап үтергә тырышам.

 

– Әрме хеҙмәте ниндәй тормош һабаҡтары бирҙе?

– Әрме хеҙмәте иң беренсе нәүбәттә тыуып үҫкән яҡтың, туған телдең, милләттәштәрҙең, туған­дар­ҙың ҡәҙерен белергә өйрәт­кән­дер тиһәм, һис кенә лә хаталан­маҫ­мын. Бала саҡтан күңелгә һа­лынған илһөйәрлек һәм телһө­йәрлек тойғоларының артабан тәрә­нәйеүенә лә ҡырҙа йөрөүем сә­бәп­се булғандыр. Башҡортос­та­нымды, яҡташтарымды һағынып, зар-интизар булыуым әле булһа онотолмай. Әрме дәүерендә күп милләтле һалдат һәм офицерҙар араһында яҡташтарымды эҙләүҙән бер ҡасан да туҡтаманым. Офицер карьераһы ла зарланырлыҡ булманы, әммә гел генә, хеҙмәтемде тамамлап, тыуған төйәгемә ҡайтып, ҡабаттан тамыр йәйеү теләге ме­нән яндым. Хеҙмәтем тамамланып, отставкаға сыҡҡас та, торлаҡ сертификаты алырға Мәскәү, Ырымбур өлкәләренә тәҡдимдәр булды, әммә мин тик Башҡортостаныма ҡайтыу мөмкинселеген хәстәрләп, башҡа яҡтарға ризалашманым. Сибайға ҡайтырға форсат килеп сыҡҡас, туғандарым йәшәгән ҡалаға күсеп ҡайттым.

Тормошомдо әрмегә бағышла­уыма ошо көнгәсә һис кенә лә үкенмәйем. Ә бына яҙыусы йә журналист булырмын тип бер ҡасан да башы­ма килгәне булманы. Бала сағымда башҡаларға эйәреп, бер аҙ шиғыр яҙғылап маташҡанымды ғына иҫләйем. Яҙыша башлауымдың төп сәбәбе лә тыуған илдән ситтә тороуым булғандыр тип уйлайым. “Тау тотҡоно” тип аталған иң беренсе повесым Афғанстанда хеҙмәт иткән яҡташ егеттең тау аҫты ҡоролмаһында бикләнеп ҡалып, егерме йылдар тыуған яғына ҡайта алмай йөрөүе, уның шул осорҙағы уй-кисерештәре  хаҡында.

 

– Әҙәби әҫәрҙәрегеҙҙә тор­мош­тоң ниндәй генә кире күре­нештәрен һүрәтләһәгеҙ ҙә, асылда гуманист-романтик булып ҡалаһығыҙ. Был сифат ҡайҙан килә?

– Тормошобоҙҙоң, көнкүреше­беҙҙең нисек булыуын күрергә те­ләһәм, әҙәби әҫәрҙәремдә лә уларҙы шундай итеп күрһәтергә тырышам. Бындай сифат, моғайын, күптәрҙә барҙыр тип уйлайым. Үҙем бала саҡтан бөтә тереклекте йәл­ләйем, хатта үҙем уйлап сығарған ыңғай геройҙарымды ла ныҡ ҡыҙ­ғанам. Нәҡ теге һинд фильм­да­рындағы һымаҡ, ниндәй генә ауыр хәлгә тарымаһын, уларҙы һәр саҡ “ҡотҡарып алып ҡалыу” яғындамын, һәм ана шунан үҙем ҡәнәғәтлек кисерәм. Шулай уҡ мәҡәләләремдә лә, берәй кире күренеш хаҡында һүҙ алып барыуыма ҡарамаҫтан, уҡыусымда оптимизм тойғоһон тыуҙырырға тырышам.

 

– Замандаштарың, хеҙмәттәш­тәрең, туғандарың тураһында роман яҙырлыҡ кимәлгә еткәнде тояһығыҙмы? Әгәр ҙә ундай әҫәр яҙыла ҡалһа, нимә тураһында буласаҡ?

– Беҙҙең атайҙарҙың бала сағынан, колхозлаштырыу осоронан алып бөгөнгө көнгәсә, ишеткән-күргәндәргә таянып, ҙур ғына ҡы­ҙыҡ­лы бер тарихи әҫәр яҙырға талпына биреп ҡуям-ҡуйыуға. Әгәр яҙыр­ға йөрьәт итһәм, әлбиттә, ҡартатайҙарыбыҙҙың 30-сы йыл­дарҙа золом кисергән осорҙағы төрлө булған хәлдәр, Бөйөк Ватан һу­ғышы йылдары сағылмай ҡал­маясаҡ. Оло быуын кешеләре – яҡташтарыбыҙ, туғандарыбыҙ иҫән  саҡта һөйләгәндәре хәтерҙән сығып бөтмәгән. Аныҡ шәхестәр миҫа­лын­да, һуғыштан һуңғы СССР сәскә атҡан, “бәхетле киләсәк” төҙө­гән осор, үҙгәртеп ҡороу дәүере ха­ҡында ла яҙылыр ине. Әрме хеҙмәтенә лә ҙур ғына урын биреләсәк, әлбиттә. Туған тел темаһын да ситләтеп уҙмаҫ инем. Телебеҙ ошоғаса һаҡланып килгән ауылдарыбыҙ, ғөмүмән, ауыл тормошо, халҡы хаҡында яҙыр инем. Ата-бабаларыбыҙ мөһим һанаған динебеҙгә ҡарата йылы мөнәсәбәт, күп кенә хәлдәрҙе шәриғәт күҙлегенән сығып баһалауҙар шул әҫәрҙе баштан аҙағынаса оҙатып барырға тейешле булыр.  Милләтебеҙ, туған телебеҙ өсөн янған, бар булмышын фиҙа ҡылырға әҙер булған күп кенә яҙыусыларыбыҙҙың да иң тәүҙә үҙҙәре дингә килеп, милләт­тәштәребеҙҙе әүҙем рәүештә ошо юҫыҡта тәрбиәләргә тырышыу­ҙарын теләр инем.

Шулай уҡ, бындай әҫәрҙең йөкмәткеһе “Заман башҡа – заң башҡа” тигәнерәк юҫыҡтараҡ барһа ла, ниндәй генә дәүер булыуына ҡарамаҫтан, башҡортомдоң фәҡәт үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ үҙенсә­лектәре булыуына баҫым яһалыр ине. Ябайлыҡ, эскерһеҙлек, яғым­лылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, киң күңел­лелек, әҙәплелек һымаҡ гүзәл­дәрҙән-гүзәл бихисап сифаттарҙы башлыса үҙ халҡым вәкилдәрендә күреүем һис кенә лә фантазия түгел. Был – ысынбарлыҡ! Ғөмү­мән, бына ошо халҡымдың килә­сәктә лә быуаттан-быуатҡа ана шундай матур булып һаҡланып ҡалыу теләге романымда сағылыр ине. Шул уҡ ваҡытта, бәғзе бер яҡшы кешеләребеҙҙең артыҡ бер ҡатлылығын йә иһә “төшөрөргә” яратҡанлығын, туған теленә, дине­нә булған битарафлығын тәнҡит­ләп, йомшағыраҡ яғыбыҙға ла бер аҙ тейә биреп үтер инем.

 

– Һеҙҙең “Киске Өфө”, “Йәш­лек” гәзиттәреңдәге әхлаҡ проблемаларына арналған мәҡәлә­ләрегеҙ бер үк ваҡытта әҙәби әҫәр һымаҡ ҡабул ителә. Хикәйә­ләр, повестар яҙырлыҡ материалдар мәҡәлә өсөн әрәм ител­мәйме, әллә ошо рәүешле әҙәби багаж тупланамы, ҡәләм сарланамы?

– Мәҡәләләремдең әҙәби әҫәр һымаҡ ҡабул ителеү-ителмәүе хаҡында бер ҡасан да уйланғаным юҡ ине. Әммә шулай икән, тимәк, мин үҙемдең маҡсатыма ирешә киләм. Хикәйә, повестар яҙырлыҡ материалдарымды мәҡәлә өсөн әрәм итәм тигән уй ҙа башыма ингәне юҡ. Иҫән сағымда киң матбуғат сараларында бөгөнгө тормош хаҡында даими сығып торған яҙмаларым аша фекерләшеп, уй-хистәрем менән бүлешеп тороуҙан оло ҡәнәғәтлек кисерәм. Шул уҡ ваҡытта гәзиттәрҙә баҫылған мәҡәләләремдән йыйынтыҡ төҙөп, китап итеп сығарырға ниәтем дә юҡ түгел. Биш йыл элек “Китап” нәшриәтенә “Тормош һабаҡтары” һәм “Иң әүәл кәрәк нәмә” тип аталған ике бүлектән торған йыйынтығымды тапшырғайным. Ниндәйҙер сәбәп менән ул ошо көнгәсә донъя күрмәй кисектерелеп килә. Мин үҙем дә был процесты әллә ни ҡабаландырырға тырышмайым, тимәк, шулай кәрәктер тип кенә фекерләйем. Берәй ваҡыт сығарырҙар тигән өмөтөмдө лә өҙмәйем. Бынан тыш, тағы бер нисә китаплыҡ материал йыйылып киткән. Әлеге роман яҙыуға ҡағылышлы һорауға яуап итеп шуны ла өҫтәр инем: әгәр ҙә Аллаһ Тәғәлә шундай күләмле әҫәр яҙырға насип иткән булһа, үҙең әйтмешләй, өйҙә йыйылып киткән “әҙәби багаж”дың, ысынлап та, кәрәге тейеүе бар.

 

– Ихлас вә фәһемле әңгәмә өсөн оло рәхмәт, Хәлил Төхфәт улы! Илһамлы оҙон ғүмер насип булһын һеҙгә!

- Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ

Читайте нас