Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 14:30

Йәштәр театры фестивалгә юллана

Урланған бала саҡ, үҫмерҙәрҙе аңларға, уларға терәк булырға тырышҡан уҡытыусылар яҙмышы күрһәтеләсәк.

Йәштәр театры фестивалгә юлланаЙәштәр театры фестивалгә юллана
Йәштәр театры фестивалгә юллана

Республикабыҙҙың М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары Саранск ҡалаһына “Худсовет” төбәк-ара йәштәр театр фестиваленә юллана. Унда Г. Белых менән Л. Пантелеев әҫәре буйынса әҙерләнгән “Республика ШКИД” спектаклен алып баралар. Ҡуйыусы режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Мөсәлим Күлбаев.

"ШКИД" – революциянан һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән Достоевский исемендәге социаль-шәхси тәрбиә биреү мәктәбе. Әҫәрҙең төп геройҙары – ҡарауһыҙ ҡалған үҫмерҙәр. Ул – урланған бала саҡ, балаларҙы аңларға, уларға терәк булырға тырышҡан уҡытыусылар хаҡында.

"Худсовет" фестивале быйыл тәүгә уҙа. Ул Мордовия Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы һәм Рәсәй Президентының мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында ойошторола", – тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәзилә Ырыҫҡужина.

Йәштәр театрына уңышлы сәфәр һәм еңеүҙәр менән ҡайтыуын теләйбеҙ!

Фотолар театрҙың архивынан.

Йәштәр театры фестивалгә юллана
Йәштәр театры фестивалгә юллана
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас