Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
23 Сентябрь 2022, 11:44

Һәйкәлендә – яугир атаһы һыны

Хаҡлы ялға сыҡҡас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Илһөйәрлек – ул йөрәккә уйылған көслө тойғо. Тыуған ергә, тарихыңа, атай-олатайҙарыңа, туғандарыңа, ғаиләңә һөйөү. Ҡырмыҫҡалы районының Ибраһим ауылында ла рухлы замандашыбыҙ йәшәй. Хаҡлы ялдағы Рәмил Ғәлиев үҙ иҫәбенә Бөйөк Ватан һуғышы яугире  хөрмәтенә һәйкәл эшләй. Ошо рәүешле бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра.

– Мин һигеҙенсе класты тамам­лаған йылда атайым мәрхүм булды. Ул Бөйөк Ватан һуғышы яугире, ике тапҡыр әсиргә эләгеп, икеһендә лә ҡасып ҡотола. Уны ерләгәндә “һәйкәл ҡуяһы ине атайыма” тигән уй килде,  был хыял оҙаҡ йылдар күңелемдә һүрелмәй йәшәне. Бына, ниһайәт, байтаҡ ваҡыт үткәс,  ошо хыялымды тормошҡа ашы­рырға ҡарар иттем. Һәйкәлдә атайымдың йөҙөн сағылдырырға тырыштым, һалдаттың һыңар  ҡуллы булыуында ла уның  образы кәүҙәләндерелде – ул һуғышта яраланып, ҡулһыҙ ҡайтҡайны. Тәүҙә һәйкәлде  бәләкәйерәк итеп ағастан эшләп ҡараным, аҙаҡ инде таштан ҡойорға керештем, – тине 70 йәштән уҙған Рәмил ағай.

Быға тиклем ағастан әйберҙәр яһағаны булһа ла, таштан – тәүге тәжрибәһе. Ябай кешеләр белмәгән бик күп үҙенсәлектәре бар был эштең, шуға күрә оҫта  билдәле скульпторҙар менән дә кәңәшләшә. Йорто эргәһендә бәләкәй генә бер урынды уратып алып, өс йыл дауамында ижад итә. Ике метр ярым бейеклектәге һәйкәлде ҡойоу өсөн күпме түҙемлек, тырышлыҡ талап ителә! Байтаҡ материал китә, әле быныһы, әле тегеһе кәрәккәндә Булат улы алып ҡайтып биреп тора. 

Иң мөһиме, был эште Рәмил ағай күңел талабы менән үҙ иҫә­бенә башҡара. Ҡатыны ла иренең башланғысын хуплай. 

Хәҙер маҡсат – ошо һәйкәлде ауылдың Дан аллеяһына урынлаш­тырыу. Бының өсөн әлеге көндә Рәмил ағай постамент эшләү менән мәшғүл.

– Һәйкәл постаментҡа ултыр­тыл­һа, күңелем тынысланыр, ата­йым­дың, һуғышта ҡатнашҡан ауыл­даш­тарымдың рухы алдында изге бурыс башҡарылыр ине, – ти скульптор.

Әлбиттә, был йәһәттән урын­да­ғы хакимиәттең ярҙамына өмөт итә Рәмил Ғәлиев. Изге эш юғалып ҡал­маҫ, тиҙҙән ауылды йәмләп, яу­гирҙәрҙең батырлығын данлап, аллеяла һалдат һәйкәле урын алыр.

Әйткәндәй, Ғәлиевтәрҙең йорто ла әллә ҡайҙан унда оҫта йәшә­гәнен күрһәтеп тора. Ҙур йортҡа бик матур итеп ағасты семәрләп биҙәктәр һалынған. Быларҙың барыһын да Рәмил ағай үҙ ҡулдары менән тыуҙырған. Ағасты һырлап, биҙәп яһаған башҡа әйберҙәре лә бихисап. Матур ихата булараҡ, Ғәлиевтәрҙең йорто район конкурсында ла еңеү яулаған.

 Биҙәү, һырлау эштәренең бала саҡтан килгән, атаһынан күскән оҫта­лығы икәнлеген дә белдек Ибраһим һөнәрмәне менән әңгә­мәләшкән ваҡытта. “Заманында һуғыштан яраланып ҡайтҡан атайым  һыңар ҡул менән бесән сапты, тирәктән соҡоп кәмә эшләне, йорт һалды”, –тип хәтерләп алды ул ғәзиз кешеһен.

Рәмил ағайҙа был оҫталыҡ мәк­тәп йылдарында уҡ сағыла. Хеҙмәт дәресендә ағастан эшләгән самолеты, автобусы кабинетты биҙәп тора, стена гәзиттәрен сығарыуҙа ҡатнаша. Армияла ла уның һәләтен тиҙ күреп, рәссам-биҙәүсе итеп ҡуялар. Хәрби хеҙмәт­тән ҡайтҡас, күптәнге хыялына өлгәшә – сәнғәт училищеһына, художество-педаго­гия төркөмөнә уҡырға инә. Ғаилә ҡорғас, байтаҡ йылдар сит тараф­тар­ҙа ғүмер итергә тура килә, унда ла рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Тыуған ерҙең көсө нығыраҡ булып сыға. Ата­һының йорто эргәһенән ге­нә ер биләмәһе алып, йорт күтә­рә. Баш­ҡорт дәүләт педагогия инс­титу­тының художество-графика фа­культетына инеп, юғары белем алырға ла өлгөрә. Бынан һуң ул 20 йыл Иб­раһим урта мәктәбендә рәсем, һыҙ­ма, технология дәрестәрен уҡыта. 

Үҙ ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙырған оҫта 70 йәштән уҙһа ла, һаман да тыуған еренә файҙа килтереп ғүмер итә.

Әлеге һәйкәле менән Рәмил Ғәлиев  еңеү һалдаттарын ҙурлай, икенсенән, йәш быуынға ла матур тәрбиә өлгөһө күрһәтә.

- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас