Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
27 Сентябрь 2022, 22:00

Артист Борис Моисеев вафат

Рәсәйҙең атҡаҙанған артисының арт-директоры хәбәр итеүенсә...

Артист Борис Моисеев вафат
Артист Борис Моисеев вафат

69-сы йәшендә Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Борис Моисеев вафат булған. Был турала “РИА Новости” агентлығына сәхнә оҫтаһының арт-директоры хәбәр иткән.

Борис Михайлович Моисеев 1954 йылдың 4 мартында Белоруссияның Могилёв ҡалаһында тыуған. 1978 йылда "Экспрессия" триоһын ижад итә. Төркөмдө Алла Пугачева күреп ҡалып, үҙенең шоуына саҡыра.

1996 йылда Моисеев йырсы булараҡ "Дитя порока" исемле тәүге альбомын сығара, унан һуң тағы ла унауһы донъя күрә. Актер 1974 йылда "Ясь һәм Янина" музыкаль комедияһында сығыш яһай. Күп мәртәбә "Овация", "Алтын граммофон" музыкаль премиялары лауреаты була.

Һуңғы ваҡытта ике инсульт кисергәндән һуң артистың һаулығы ныҡ ҡаҡшай.

Күптәрҙең яратҡан сәхнә оҫтаһы булған Борис Моисеевтың йырҙары тамашасылары күңелендә оҙаҡ йәшәр. 

Фото: "Спорт-Экспресс".

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: